Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

ar_1177_a_1185_ly_bash_1185_orttar

.pdf
Скачиваний:
119
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
12.17 Mб
Скачать

Башҡортостан: 450 йыл Рәсәй менән бергә

Рәшит Шәкүр Арҙаҡлы башҡорттар

Ғилми-биографик очерктар Тулыландырылған 2-се баҫмаһы Башҡортостан Республикаһы

Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде КИТАП ӨФӨ — 2005

УДК 82.-94=512.141 ББК 92 Ш 91

Рәшит Шәкүр Ш 91 Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған

2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 376 бит. ISBN 5-295-02098-3

Энциклопедик пландағы очерктар һәм мәҡәләләр йыйынтығына республикабыҙҙың, милләтебеҙҙең рухи һәм матди үҫешенә ҙур өлөш индергән тарихи шәхестәр — башҡорт халҡының дәүләт, йәмәғәт һәм хәрби эшмәкәрҙәре, ҡаһарман яугирҙар, ғалимдар, шағирҙар һәм яҙыусылар, сәнғәт оҫталары хаҡында ғилми-биографик материалдар тупланды.

УДК 82.-94=512.141 ББК 92 ТП - 2005

ISBN 5-295-02098-3 © Шәкүр Рәшит, 2005

Авторҙан

Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Ә халыҡ үҙенең данлыҡлы улдарын һәм ҡыҙҙарын белергә, улар менән ғорурланырға, һәр быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнеп, фәһем алып үҫергә тейеш. Был йыйынтыҡҡа илаһи башҡорт донъяһы күгендә балҡып торған аҫыл заттарыбыҙ — атаҡлы тарихи шәхестәр, мәшһүр дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хәрби уҙамандар, хеҙмәт, фән һәм мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, халыҡ ижады өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, рухи һәм матди донъябыҙға оло мәртәбә килтергән милләттәштәребеҙ хаҡында ғилми-биографик очерктар тупланды. Ул, әлбиттә, һис кенә лә, хатта яҡынса булһа ла, тулылыҡҡа дәғүә итә алмай. Бында әлегә ни бары дүрт тиҫтәнән артыҡ биография индерелде. Ә беҙҙең ошо махсус рубрика аҫтында сығарырға ниәтләнгән исемдәр әле хәҙер үк йөҙ илленән артып китә. Был оҙаҡ йылдар буйы ең һыҙғанып эшләүҙе талап иткән ғилми-ижади бурыс.

Китапта ғилми-биографик очерктарҙы хронологик тәртиптә урынлаштырыу маҡсатҡа ярашлыраҡ тип табылды. Сөнки һәр бер шәхес — үҙенең бар булмышы менән үҙ тарихи дәүеренең вәкиле. Китап эсенә тупланған был биографик очерктар тарихи эҙмә-эҙлелек, тарихи үҫеш панорамаһын күҙ алдына килтерергә, халыҡ яҙмышының шәхестәр яҙмышы аша үткән бербөтөнлөгөн төҫмөрләргә булышлыҡ итә.

Башҡорт хан* (XII быуат)

Башҡорт хан. А. Галин һүрәте.

Башҡорт — рус кенәзлектәренең сәйәси ваҡиғаларында әүҙем ҡатнашыусы ҡыпсаҡ ханы. Уның исеме рус йылъяҙмаларында1 бер нисә тапҡыр иҫкә алына. Сығышы буйынса ул Аҙау һәм Ҡара диңгеҙҙәр ҡушылдығында йәшәгән ишле ҡыпсаҡ ырыуынан; унда Урал башҡорттары менән тамырҙаш башҡа ҡәбиләләр һәм ырыуҙар ҙа ингән. Башҡорт ханы урҙаһының 20 мең кешеһе булған2. XII быуаттың 50-се йылдарында Башҡорт Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында иң көслө ҡыпсаҡ ханына әүерелә. 1151 йылда хан Ростов-Суздаль кенәзе Юрий Долгорукий, Чернигов кенәздәре Изяслав һәм Владимир Давыдовичтар менән берлектә бөйөк Киев кенәзе Изяслав Мстиславичҡа ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан. Юрий Долгорукийҙың ғәскәре Киевты алыр өсөн Днепрҙың уң ярына сығырға йыйына. Бының өсөн улар, уңайлы урын эҙләп, йылға буйындағы Заруб ҡалаһына килә (хәҙер Монастырск утары, Киев өлкәһенең Зарубинцы ауылынан 1,5 саҡрым төньяҡтараҡ. — Авт.). Долгорукий ғәскәре сафындағы ҡыпсаҡтар эйәр-өпсөндәре, яу-яраҡтары менән Днепрҙа сирҡаныс ала һәм тиҙ генә йылғаны йөҙөп тә сыға. Шул саҡта ғына Юрий Долгорукий ғәскәренә йылғаны һалдарҙа йөҙөп сығырға мөмкинлек тыуа. Улар ҡыпсаҡтар менән берлектә Изяслав полктарын Василев (хәҙер Киев өлкәһендәге ҡасаба. — Авт.) ҡалаһына тиклем сигендергән. 1151 йылдың 5 майында Изяслав һәм Юрий ғәскәрҙәре Рутец йылғаһы янында бәрелешә. Ян-яҡтан һаҙлыҡ һәм Бәләкәй Рутец йылғаһы ҡамасаулағанға күрә, Долгорукий полктары үҙҙәренең һан яғынан өҫтөнлөгөн файҙалана алмай. Ростов-Суздаль кенәзенең ғәскәрендәге хәрби тәртип емерелә. Башҡорт ханының уҡсылары ла дошманға уҡ ямғыры яуҙыраяуҙыра сигенә. Яугирҙарҙың күбеһе болғансыҡ Рутец йылғаһында батып үлә,

бер өлөшө әсир төшә. Владимир Давыдович һәләк була, ә ҡатыны (йылъяҙмала исеме юҡ. — Авт.) Башҡорт ханына ҡаса һәм уға кейәүгә сыға.

1157 йылда бөйөк Киев кенәзе Юрий Долгорукий вафат булып ҡалғандан һуң, уның урынына Изяслав Давыдович Черниговский килгән. Ул бай Галич кенәзлеген баҫып алыу уйы менән яна. Тик яуға йыйынған арала Ярослав Галич менән Мстислав Волынскийҙың берләшкән көстәре Киевҡа яҡынлай һәм Белгородты (хәҙер Киев өлкәһенең Белгородка ауылы) баҫып ала. Был ҡала Киев ерендә әһәмиәте буйынса икенсе урында торған. Изяслав, дошмандарҙың көсө байтаҡ икәнен тойоп алғас, туғаны Святослав Владимировичты ҡыпсаҡтарға ярҙам һорарға ебәрә. Башҡорт үгәй улының килеүенә бик ҡыуана һәм, эштең нимәлә икәнен аңлағас та, Изяславҡа ярҙамға ашыға. 20 мең башҡорт яугиры Волгородҡа килгәндә, ҡала инде яуланған була. Башта Изяслав еңеүгә ышанһа ла, уның ғәскәре сафында Рускә хеҙмәт итеүсе байтаҡ төрки халыҡтары дошман яғына сыға. Изяслав ҡаса, ә Башҡорт Юрьевҡа (хәҙерге Киев өлкәһендәге Белая Церковь ҡалаһы) сигенә.

1160 йылда Башҡорттоң Изяслав менән Чернигов ҡалаһына һөжүмдә ҡатнашлығына ишара яһала: тарихта был ваҡиғаға ҡарата «ҡыпсаҡтар шундай эш эшләргә, ауылдарҙы яндырырға, кешеләрҙе ҡулға алырға өлгөрҙө» тигән юлдар бар.

Тиҙҙән Изяслав менән Башҡорт хан Смоленск ерҙәренә үтеп ингән һәм бик күп ерҙәрҙе ҡола яланға әйләндергән. Хан ғәскәре 10 меңдән ашыу кешене алып китә һәм мул табышҡа юлыға.

1161 йылдың февралендә Башҡорт Изяслав Давыдовичҡа Киевты алырға ярҙам итә. Тик һуңынан улар уңышһыҙлыҡҡа осрай. Ҡаты яраланған Изяслав Киев монастырында вафат була.

XII быуаттың 60—70-се йылдарында рус кенәзлектәренең ҡыпсаҡтарға ҡаршы ойошторған һәләкәтле яуҙары Башҡорт урҙаһының да көсөн ныҡ ҡына ҡаҡшата. Бынан һуң Башҡорт көнбайыш ҡыпсаҡ ханы Көбәктең вассалы булып китә һәм 1184 йылда рус кенәздәренең ҡыпсаҡтар менән һуғышында ҡатнаша. 1184 йылдың 30 июнендә Башҡорт Көбәк хан менән бергә әсиргә эләгә һәм (В. Н. Татищевтың мәғлүмәттәре буйынса. — Авт.) ҙур түләү арҡаһында ҡотҡарыла. Рус йылъяҙмаларында артабан Башҡорт тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Уның ҡыпсаҡтарҙың Ҡоншаҡ хан етәкселегендә Рускә ҡаршы яуында (1185 йыл, «Слово о полку Игореве». — вт.) ҡатнашыуы йәки Уралға күсеүе ихтимал.

Күп кенә тикшеренеүселәр (Н. А. Баскаков, Н. В. Бикбулатов. — Авт.) «Башҡорт» исеме ҡыпсаҡ берекмәһенең эре ырыу-ҡәбиләһе атамаһынан килеп сыҡҡан тип иҫәпләй. Был шулай уҡ ҡыпсаҡ халҡы формалашыуында боронғо башҡорт элементтары булыуын иҫбатлай һәм башҡорттарҙың рустар менән

тәүге бәйләнештәре тураһында һөйләй.

* Мәҡәләнең авторы И. Күсемов.

1Рус йылъяҙмаларының тулы йыйынтығы: 1-се том. 395-се бит; 2-се том. 501се бит; 9-сы том. 213-сө бит; 38-се том. 150-се бит.

2Ипатьев йылъяҙмаһы, 1159 йыл.

* * *

Әҙәбиәт: Башҡортостан археологияһы һәм этнографияһы. Өфө, 1971. IV т. 248, 325-се биттәр; Кузеев Р.Г. Происхождение башкирского народа. М., 1974. 154, 456-сы биттәр; Хөсәйенов Ғ.Б. Быуаттар тауышы. Өфө, 1984. 194—196-сы биттәр; Баскаков Н.А. Тюркская лексика в «Слове о полку Игореве». М., 1985. 71—72-се биттәр; Бикбулатов Н.В. «Башҡорт» этнонимы. Өфө, 1987. 41-се бит; Плетнева С.А. Половцы. М., 1990. 104, 106, 115-се биттәр; Күсемов И., Күсемова Л. Башҡорттар һәм Боронғо Русь // Башҡортостан. 1992. 27 октябрь; Күсемов И. Ҡыпсаҡ ханы Башҡорт. Ағиҙел. 1993. № 4.

Ҡол Ғәли

(1170 йылдар тирәһе — XIII быуаттың тәүге яртыһы)

Ҡол Ғәли.

Ф. Ислахов һүрәте

Урал-Волга төбәгендә Болғар осоро яҙма әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихында иң мөһим урынды тотҡан, шиғриәтебеҙҙең шишмә башын хасил иткән берәгәйле поэтик ҡомартҡы бар. Ул — башҡорттар һәм татарҙар араһында телдән дә, ҡулъяҙма хәлендә лә (күп төрлө күсермәләрҙә. — Авт.) киң таралған, оҙон быуаттар буйы быуындан быуынға, ҡулдан ҡулға тапшырыла килгән, уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙағынан Ҡазан типографияларында айырым баҫма булып сыҡҡан, халыҡ араһында киң танылыу яулаған һоҡланғыс һәм илаһи мөхәббәт дастаны — «Ҡисса-и Йософ» (йәиһә «Йософ китабы», «Йософ үә Зөләйха»). Был бөйөк әҫәрҙең авторы — боронғо башҡорт һәм боронғо болғар шағиры, әйле ырыуы башҡорто Ҡол Ғәли.

Шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында үҙе йәшәгән дәүерҙә теркәлгән тарихи сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исемен, затын аныҡ ҡына күрһәткән мәғлүмәттәр күренекле башҡорт уҡымышлыһы, шағир һәм ғалим Тажетдин Ялсығолов әл-Башҡордиҙың XVIII быуат аҙағында — XIX быуат баштарында яҙылған «Тәуарихе Болғариә» тигән киң билдәле тарихи-әҙәби хеҙмәтендә әйле ҡәүеме башҡорттарының шәжәрәһе рәүешендә урын алған. Был әҫәрҙә Т. Ялсығолов, әйле ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен килтереп, үҙенең ун һигеҙенсе быуын боронғо нәҫеллек ебе Ҡол Ғәлигә барып тоташҡанлығын раҫлай. «Тәуарихе Болғариә»гә индерелгән был шәжәрәне үҙ ваҡытында (1897 йыл) Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев «Әй башҡорттарының нәсәбнамәһе» тигән исем аҫтында үҙенең атаҡлы «Йәдкәр» тигән йыйынтығында баҫтырып сығарған. Беҙ уны «Йәдкәр»ҙең 1984 йылғы баҫмаһы буйынса килтереп үтмәксебеҙ.

Иң әүәл — әйле башҡорттарының Ҡол Ғәлигә тиклемге быуындарының ил башы, башҡорт ханы Иштәктән (йәиһә Истәктән) башланған өлөшөн күрһәтәйек: Иштәк — (уның улы) Бәкатун — Әйле — Туҡый хан — Айҙар хан — Сәйет хан — Әмир хан — Солтанморат хан — Сәлим хан — Илһам хан — Ғабдулла хан — Ғәлим бәк — Мирхажи — Ҡол Ғәли. Шәжәрәнең был өлөшөнән күренеүенсә, Ҡол Ғәлиҙең ата-бабаларының Туҡый хандан алып Ғәлим бәккә тиклем туғыҙ быуыны Болғар дәүләтендә арҙаҡлы хандар династияһын билдәләй. «Нәсәбнамә»лә боронғо Иштәк хан тураһындағы мәғлүмәттәр иғтибарҙы йәлеп итә:

«Иштәк йәки Истәк, был камил ир булды, Ҡәғбәгә барҙы, суҡ-суҡ тәүәләр* ҡорбан әйләне, Тәүрат үә Инжилде камил белер ине, ғилемлектә тиңе юҡ ине. Был Иштәктән суҡ улдар булды. Төп йорто Аму даръяһында ине. Оло улы Тамъян, икенсеһе Үҫәргән, өсөнсөһө Күбәләк, дүртенсеһе Бәкатун, бишенсеһе Сарт, алтынсыһы Тырнаҡлы, етенсеһе Түбәләсле, һигеҙенсеһе Дыуан».1

Бер ыңғай әйтеп китәйек: Иштәктең «суҡ улдары», йәғни ете улының исемдәре һәммәһе лә башҡорттоң киң билдәле ырыу-ҡәбилә атамалары менән тап килә. Шул ете улдың бишенсеһе Сарт тип аталыуы иһә айырым бер әһәмиәткә эйә. Сөнки башҡорт араһындағы һарттарҙы тарихсы һәм этнографтарҙың, исеменең һәм элек йәшәгән ерҙәренең уртаҡлығына ҡарап, үзбәктәр менән бутап йөрөтөүҙәренә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға мөмкинлек бирә. Шәжәрә буйынса, Иштәктең төп йорто Аму даръяһында булып, уның улдары Уралда мәҡам тотмоштар, һарт башҡорттары иһә, Урта Азияла ҡалып, үзбәк менән аралашып, һуңғы быуаттарҙа Уралға, үҙ туғандары араһына килеп һыйынған булып сыға. Тимәк, артабан һарт тигәндә, башҡорттоң үҙенең һарт тигән ырыуы тураһында һүҙ алып барыласаҡ.

Әйле ҡәүемен Иштәктең дүртенсе улы Бәкатундан тыуған Әйле башлап ебәргән, тип күрһәтелә. «...Әйле. Атаһы (Бәкатун) йортонда, Миәс даръяһында, атаһы урынында илле йыл шаһ булып, туҡһан йыл ғүмере булып, Миәс даръяһында дәфен булынмыш»2.

Ҡол Ғәлиҙең үҙе һәм үҙенән һуңғы нәҫел-нәсәплек ебе тураһында түбәндәгеләр билгеле.

Ҡол Ғәлиҙең атаһы Мирхажи, уның атаһы Ғәлим бәк, уның атаһы Ғабдулла хан булған. Ғабдулла хан Болғарҙа илле йыл ханлыҡ ҡылған. Әммә Ғәлим бәк заманында ханлыҡ һәләкәткә осрай. Болғар дәүләтен татар-монгол яуы баҫып ала. Ғәлим бәк тә, уның улы Мирхажи ҙа Кәшан ҡалаһында береһе мөҙәрис, икенсеһе имам булып тора. Вафаты — ул замандың Башҡорт йортона ҡараған Зәй тамағында.

«...Ҡол Ғәли. Харәзмдә ҡырҡ биш йыл мөҙәрис булып, Ҡытай ғәскәренән

ҡасып Үргәнескә килеп, унан Ҡырғыҙға, унан атай йортона, Зәй тамағына килеп, ...Бүләр ҡалаһын бина ҡылмыштар»3.

Ҡол Ғәлиҙән Тажетдин Ялсығоловҡа тиклемге быуындар:

Ҡол Ғәли. Уның улы Мирғәли («Үргәнестә мөҙәрис булмыш, шунда вафат»), Мирғәлиҙең улы Миршәриф («Үргәнестә үә Хиуала алтмыш йыл мөҙәрис булып, Хиуала вафат булды»).

Уның улы Мирсәйет («дәүерендә унан ғалим һәм фазил әҙәм булманы, һис бер фән ҡалманы, һәр беренә бер хашийә әйтте»4.

Уның улы Нурсәйет («Үргәнес, Хиуа үә Ҡонғратҡа егерме өс йыл хан булып, ҡыҙылбаштар5 шаһы Наҙир шаһтың улдары үлтерҙеләр»).

...Сәйҙәш ибн Нурсәйет («Әй һыуының башында, Сәйҙәш тигән түбәлә, йорт яһап, ханлыҡ тотто, башҡорт хандары үлтерҙеләр»).

«Сәйҙәштең бер улы Ҡоштаймаҫ. Бынан Ҡоштаймаҫ әйлеһе булалыр. Тенеш (Тыныш). Бының ике улы: Көҙөй, Ҡошсо. Былар дәхи6 башҡорт

хандары.

Көҙөй. Бынан Өфө өйәҙе көҙөй әйле башҡорттары».

Артабан: Яныш — Бабыш — Үлмәҫ хажи ибн Бабыш — Ғәбдерахман хажи — Ялынбай мулла — Ҡотлобулат мулла — Ейәнсура — Йәнтимер — Мәметҡол — Ялсығол хажи.

«Хәҙрәт Тажетдин бин хажи Ялсығол. «Ҫөбәтел ғажизин» исемле китапҡа «Рисаләи Ғәзизә» намында шәрех яҙмыш. Башҡорт йортонда дәстгир7 китаптыр».

Тажетдин Ялсығолов үҙ ырыуының, йәғни әйле башҡорттарының нәсәбнамәһен ошондай һүҙҙәр менән тамамлай: «Беҙ ижтиһадыбыҙҙы сарыф әйләп, Әҙәм ғәләйһум заманынан алып был заманғаса тамам, һикһән бишенсе баба беҙ булдыҡ. Әй уландарым, һеҙ һәм яҙығыҙ!»8

Ҡол Ғәли, тимәк, башҡорттоң кешелек донъяһында меңәрләгән йыллыҡ тарих төпкөлдәренән килгән ырыу тармағының затлы уҡымышлылар һәм арҙаҡлы хандар династияһының бөйөк бер вәкиле. «Ҡисса-и Йософ» дастаны – башҡорт, даһийының төрки халыҡтар һәм, ғөмүмән, Шәреҡ рухи мәҙәниәте үҫешенә индергән үлемһеҙ әҫәре.

Поэма 1212—1233 йылдар эсендә яҙылып, Урал-Волга буйҙарын татармонголдар баҫып алыр алдынан (1236 йыл) тамамланған, тип фараз ителә. Авторҙың 45 йыл Харәзмдә мөҙәрис булып тороуы, яу ваҡытында ҡырғыҙҙарға ҡасып, аҙаҡ ата йортона — Зәй тамағына ҡайтыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, ул йәшәгән дәүерҙәге башҡа ҡайһы бер исемдәр, ваҡиғалар менән сағыштырып ҡарағанда уның, тыуған ваҡыты 1174 йылдан алдараҡ булырға мөмкин тигән фараз9 ышаныслыраҡ күренә.

«Ҡисса-и Йософ» поэмаһы — башҡорт, татарҙар араһында бөгөнгө көндә лә иң танылған әҫәрҙәрҙең береһе.

* * *

* Суҡ тәүәләр — күп дөйәләр.

1Өмөтбаев М. И. Йәдкәр. Өфө, 1984. 229-сы бит.

2Өмөтбаев М. И. Йәдкәр. 230-сы бит.

3Күрһәтелгән хеҙмәт. 231-се бит.

4Хашийә әйтте — аңлатма бирҙе.

5Ҡыҙылбаштар — фарсылар.

6Дәхи — йәнә, тағы.

7Дәстгир — ҡулдан төшөрелмәй уҡылған.

8Өмөтбаев М. И. Йәдкәр. 233-сө бит.

9Хусаинов Г.Б. Поэма «Кисса-и-Йусуф» Кул Гали: Поэтика. Проблематика. Язык произведения. Отв. ред. Р. 3. Шакуров. Уфа, 1988, 8-9-сы биттәр.

** *

Әҫәрҙәр: Кул Гали. Кыйссаи Йосыф. Поэма. Казан, 1983; Ҡол Ғәли. Ҡисса-и Йософ, Өфө, 1993.

Әҙәбиәт: Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. Өфө, 1965. 190—197-се биттәр; Өмөтбаев М.И. Йәдкәр. Өфө, 1984. 229—232-се биттәр; Хусаинов Г.Б. Поэма «Кисса-и Йусуф» Кул Гали: Поэтика. Проблематика. Язык произведения. Отв. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1988. 124се бит; Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 1-се том. Урта быуаттар осоро. Өфө, 1991. 98— 127-се һ.б. биттәр; Кул Гали // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]