Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

ar_1177_a_1185_ly_bash_1185_orttar

.pdf
Скачиваний:
119
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
12.17 Mб
Скачать

илһөйәр рухлы башҡорт әҙиптәре, туған телебеҙҙе яҡлап, ихлас сығыш яһай. «Шура»ның 1-се һанынан башлап иң һуңғы сығарылышына тиклем баш мөхәррир булып эшләгәндән һуң, 1918 йылда, Риза Фәхретдинов Өфөгә ҡайта. Бында уны ҡазый, бер аҙҙан һуң, 1922 йылда, мөфти итеп һайлап ҡуялар. Уға

Диниә назаратына, яңы властарҙың дин эштәренә тупаҫ тығылып, илдә аллаһыҙлыҡ хөкөм һөргән фажиғәле йылдарҙа етәкселек итергә тура килә. Был бурысты ул, тотҡан юлынан һис кенә лә тайпылмайынса, ысын инанғанлыҡ һәм түҙемлелек менән үтәй. Ауыр һәм ҡатмарлы шарттарҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда һәм бөтөн мосолман илдәрендә дин тәғлимәтенең тәрән белгесе, Рәсәйҙең ғилми даирәләрендә киң белемле шәрҡиәтсе-ғалим булараҡ оло хөрмәт ҡаҙана, Өфөлә элек башлаған ғилми эштәрен дауам итә. «ИбнФаҙландың Болғарға килеүе» исемле бәләкәйерәк күләмле хеҙмәтен, «Аҫар»ҙың яңы киҫәктәрен яҙа, үҙенең күп йылдар буйы йыйылған архивын барлап, тәртипкә килтереп, шуларҙың бер өлөшөн, академик А.Н. Самойловичтың мөрәжәғәтенә яуап итеп, 1930 йылда Петербургка, СССР Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институтына ебәрә. (Ул ҡулъяҙмалар хәҙерге көндә Рәсәй фәндәр академияһы Санкт-Петербург бүлегенең Ғилми архивында һаҡлана). Диниә назаратында күп йылдар буйы йыйылып килгән ҡиммәтле архив материалдарын һаҡлап алып ҡалыуҙа оло фиҙаҡәрлек күрһәтә. Уның үҙенең 40 томлыҡ ҡулъяҙмалар йыйынтығы ла назараттың архивында тороп ҡала һәм баһалап бөткөһөҙ был хазина һуңынан, 1966, 1980 йылдарҙа, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Ғилми архивына тапшырыла.

Р.Ф. Фәхретдинов 1936 йылдың 12 апрелендә Өфөлә вафат була.

* * *

1 Кутушев Р.Р. Материалы к биографии Ризы Фахретдинова // Творчество Ризы Фахретдинова: Исследования, материалы. Уфа, 1988. 58-се бит.

* * *

Әҫәрҙәр: Сәлимә, йәки Ғиффәт. Ҡазан, 1899; Әсмә, йәки Ғәмәл үә яза. Ырымбур, 1903; Әсмә, йәки Ғәмәл үә яза. // Башҡорт әҙәбиәте: XX быуат башы. 2-се китап. Өфө, 1984. 19—47-се биттәр; Жәвамигулькәлим шәрхе. Казан, 1989; Болгар үә Казан төрекләре. Казан, 1993; Казан ханнары. Казан, 1995; Алтын Урда ханнары. Казан, 1996.

Әҙәбиәт: Творчество Ризы Фахретдинова: Исследования, материалы. / Отв.

редактор Р.3. Шакуров. Уфа, 1988. 136 бит; Башҡорт әҙәбиәте тарихы, 6 томда. 2- се том. Өфө, 1990. 267—292-се һ.б. биттәр; Баишев Ф.Н. Общественнополитические и нравственно-этические взгляды Ризы Фахретдинова. Уфа, 1996; Фахретдинов Р.Ф. // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996; Хөсәйенов Ғ. Ризаитдин бин Фахретдин. Өфө, 1997.

Мөхәммәтхан /Мстислав/ Ҡулаев

(1873—1959)

XX быуаттың тәүге яртыһында башҡорт халҡының рухи тормошонда, башҡорт тел ғилеме үҫешендә, шулай уҡ Октябрь революцияһынан һуңғы осорҙа Башҡорт автономияһы өсөн көрәш тарихында ғәйәт үҙенсәлекле урында торған алдынғы ҡарашлы уҡымышлыларыбыҙҙың береһе.

Мөхәммәтхан Сәхипкирәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән олоҫо (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның ата-бабалары — боронғо үҫәргән ҡәүеме башҡорттары. Мөхәммәтхан башта үҙ ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, артабан земство рус-башҡорт мәктәбендә белем ала. 1895 йылда Ырымбур гимназияһын алтын миҙал менән тамамлай. Шул уҡ йылдың йәйендә тыуған ауылына ҡайтып, ата йортонда йәшәй башлай. Тиҙҙән уға Аҡбулаҡ ауылынан кәләш әйттерәләр. Мөхәммәтхан, Көнһылыу исемле ҡыҙға өйләнеп, крәҫтиән тормошо менән йәшәй башлай. Әммә бер йыл самаһы ваҡыт үтеү менән, уның тормош юлында ҡырҡа боролош билдәләнә. Мөхәммәтханға көтмәгәндә гимназия буйынса һабаҡташтарының береһенән хат килеп төшә. Һабаҡташы уға, Ҡазанға барып, алдан һөйләшеп ҡуйыуҙары буйынса, университетҡа уҡырға инергә йыйыныуы тураһында хәбәр итә. «Һин нишләйһең? Әллә алтын миҙалды, белемде ергә күмергә йыйынаһыңмы?» — тип сәменә тейә. Мөхәммәтхан башта икеләнә, сөнки, өйләнгәс, донъя көтөргә кәрәк, ата-әсәһе лә ҡартайған. Әммә атаһы улының университетта уҡыу теләгенә һис кенә лә ҡаршы төшмәй. «Мин ҙур белем алыуыңа бик ризамын. Беҙ йәшәрбеҙ әле. Киленде үҙ балабыҙ кеүек ҡарарбыҙ», — ти.

Мөхәммәтхан бер ай буйы имтихандарға әҙерләнә. Ниһайәт, июль урталарында атаһы уны, пар ат егеп, 150 саҡрым юл үтеп, Ырымбурға алып

бара. Ошонан Мөхәммәтхан, әлеге Сәләх тигән дуҫы менән осрашып, Ҡазан ҡалаһына юлға сыға. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, егеттәр икеһе лә уҡыуға ҡабул ителә. Мөхәммәтхан Ҡулаев, шулай итеп, Ҡазан университетының медицина факультеты талибы булып китә. В.Ш. Псәнчин яҙыуынса, бында ул «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Нәҡ бына университетта уҡыған йылдарҙа Мөхәммәтхандың тормошонда ҙур ғына үҙгәрештәр булып үтә. Был хаҡта ул үҙе яҡташы Гәрәй Ярлыҡаповҡа ошоларҙы һөйләп ҡалдырған...

Өсөнсө курста уҡыған ваҡытта ҡапыл ғына Мөхәммәтхандың атаһы вафат була. Ул атаһын ерләргә ҡайта алмай, сөнки ҡустыһы был хаҡта хәбәр итмәгән була. Бер-ике ай үтеүгә ҙур ҡайғынан әсәһе лә донъя ҡуя. Ҡустыһы шунан һуң ғына Мөхәммәтханға хат яҙа. Мөхәммәтхандың ваҡытында хәбәр итмәгән ҡустыһына бик асыуы килә. Ул ауылға ҡайтмай башлай. Ҡустыһы һуңыраҡ еңгәһе Көнһылыуға өйләнә. Мөхәммәтхандан тыуған Әмирхан исемле баланы ла үҙ улы итеп тәрбиәләй. Ата-әсәһе үлгәс, ҡустыһынан ярҙам килмәй башлай. Мөхәммәтхандың тормошо ауырлаша. Ошо ваҡытта ул хәлле генә бер рус ҡыҙы менән таныша, уларға йыш ҡына барып йөрөй. Оҙаҡламай өйләнешергә булалар. Әммә шундай шарт ҡуйыла: сиркәүҙә никахлаштырыу өсөн ул христиан диненә күсергә тейеш. Мөхәммәтхан үҙен Мстислав Александрович тип атарға ризалыҡ бирә. Ошо ваҡыттан рәсми документтарҙа ла ул Мстислав Александрович Ҡулаев исеме менән йөрөй башлай. (Был урында, әлбиттә, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Хәтирәләр»ендә М.А. Ҡулаев тураһында: «Бәләкәй сағынан рус миссионерҙары ҡулына эләгеп, христиан мөхитенә йәлеп ителеп, христианлаштырылған бер башҡорт», — тигән һүҙҙәрен дә иҫкә төшөрөргә тейешбеҙ.)

1902 йылда, университетты уңышлы тамамлау менән, М.А. Ҡулаев, үҙ халҡына хеҙмәт итергә ниәтләнеп, Ырымбур һәм Өфө губернаторҙарына Башҡортостанға ҡайтырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. Әммә рөхсәт бирелмәй. Ул, Ҡазан губернаһының Тәтеш өйәҙе Кесе Илсекәй ауылына земство врачы итеп тәғәйенләнә, бер йылдан һуң, Ҡазанға килеп, Александр ҡала больницаһында штаттан тыш ординатор, артабан университеттың ауырыуҙар диагностикаһы кафедраһында ординатор булып эшләй. 1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, диссертация өҫтөндә эшләй башлай, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында был хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда ул, Юл эштәре министрлығының тәҡдиме менән, Варшава округына – Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914 йылдың октябрендә уға 275-се ялан госпиталенең баш врачы вазифаһы йөкмәтелә. М.С. Ҡулаев госпиталь етәксәһе сифатында Көньяҡ-Көнбайыш фронтында ике йыл

буйы оҙон һуғыш юлы үтә. 1917 йылда ул, госпиталде Украина хөкүмәтенә тапшырып, Ҡазанға ҡайта һәм ҡәҙимге врачлыҡ эшенә тотоноп китә. Әммә күпмелер ваҡыт үтеүгә, илдә барған ваҡиғалар өйөрмәһе уны үҙ эсенә алып инеп китә. Мөхәммәтхан Ҡулаевҡа сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙенең туған башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәтенең нәҡ уртаһында булыу, мөһим тарихи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашыу насип була. Сөнки был йылдарҙа инде М.А. Ҡулаев башҡорт халҡының илһөйәре һәм арҙаҡлы бер эшмәкәре сифатында ҙур абруй ҡаҙанып өлгөрә. Ул, бер яҡтан, тәрән белемле врач һәм медицина хеҙмәткәре булып танылһа, икенсе яҡтан, башҡорт теленең рус-грек графикаһы нигеҙендәге милли алфавитының тәжрибә өлгөһөн төҙөп, 1912 йылда уҡ айырым китап итеп баҫтырып сығарыуы1 менән йәмәғәтселектең оло ихтирамын яулай. Әйткәндәй, Мөхәммәтхан Ҡулаевтың башҡорт телен ғилми өйрәнеү теләге рус-башҡорт мәктәбендә һәм Ырымбур гимназияһында уҡыған йылдарында уҡ тыуа, был эште ул артабан, врачлыҡ вазифаларын атҡарыу менән бер рәттән, үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, эштән бушаған ваҡыттарында, бөтөн ғүмере буйы дауам итә. 1912 йылғы «Азбука»һын артабан камиллаштырып, 1919 йылда йәнә «Әлепей»2 тигән китабын баҫтыра.

М.А. Ҡулаевтың башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашауы түбәндәге шарттарҙа башланып китә. Үҙенең биографияһында яҙғанса, ул 1918 йылдың аҙағында, тыуған йортона ҡайтып, туған-тыумасаларын күреп китеү ниәте менән, бер айлыҡ отпуск алып, Ырымбурға юллана. «Ул көндәрҙә, – тип яҙа М.А. Ҡулаев, – большевиктар Ҡазанға ҡаты һөжүм алып бара ине. Имен-аман ғына Ырымбурға килеп еттем. Шул рәүешле мин фронт артында ҡалдым, ә Ҡазан – икенсе яҡта. Ул ваҡытта Башҡорт халыҡ хөкүмәте Ырымбурҙа ине. Мине хөкүмәт врачы итеп тәғәйенләнеләр. Шул рәүешле мин дә хөкүмәт составына инеп киттем...» Тиҙҙән уны Башҡорт хөкүмәтенең рәйесе итеп һайлап ҡуялар. М.А. Ҡулаев Советтар яғына сығыу маҡсатында большевиктар менән һөйләшеү һәм килешеү төҙөү эшендә Башҡорт хөкүмәте делегацияһына етәкселек итә, бының өсөн, фронт һызығы аша сығып, Өфөгә3, Өфөнән Сембергә, Семберзән Мәскәүгә юл тота, ниһайәт, делегация 1919 йылдың 20 мартында Үҙәк Совет хөкүмәте менән Килешеүгә ҡул ҡуйыуға һәм Советтар тарафынан автономиялы Башҡорт республикаһының иғлан ителеүенә өлгәшә.

Килешеүгә В.И. Ленин, М. Владимирский менән бергә Башҡорт хөкүмәте яғынан М.А. Ҡулаев ҡул ҡуя. М.А. Ҡулаевтың ошо өс ай самаһы ваҡыт эсендә алып барылған сәйәси эшмәкәрлеге башҡорт халҡының, Башҡортостандың яҙмышы өсөн бик мөһим роль уйнай, ә ул ваҡиғалар уның үҙен милләтебеҙҙең күренекле тарихи шәхестәре кимәленә күтәрә. Халҡыбыҙҙың бөйөк аҡыл эйәһе, Башҡорт автономияһының атаһы Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең көрәштәше М.А. Ҡулаев тураһында: «Намыҫлы бер зат. Мосолман булмаһа ла, башҡортлоғона һәм төркилегенә тоғро булды. Рустарҙың ҡаты бәғерлелеген һәм оятһыҙлығын яратмай ине. Себер төркиҙәре тураһында рус баҫмаларын уҡыған...» — тип, бик йылы хистәр менән иҫкә алған.

Мәскәүҙә Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң М.А. Ҡулаев юл ыңғайы, Ҡазанға туҡталып, ғаиләһенең хәлен белеп китмәксе була. Әммә Ҡазанда ҡаты ауырып китә, ә инде, һауыға төшкәс, уға эшкә урынлашырға тура килә. Ошо ваҡыттан башлап ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем (ул 1959 йылда Ҡазан ҡалаһында донъя ҡуя) Ҡазандың Александр больницаһында врач һәм баш врач булып

эшләй. 1928, 1930 йылдарҙа уның башҡорт теленең өндәр системаһына, ҡылым төрҙәренә арналған өс китабы донъя күрә4. М.А. Ҡулаевтың ҡулъяҙма хәлендә ҡалған ҙур күләмле хеҙмәттәре араһында «Башҡортса-русса һүҙлек», «Башҡорт теленең һүҙбәйләнеше (синтаксис)», «Үҫәргән һөйләшендә һүҙбәйләнеш системаһы» тигән тикшеренеүҙәре, башҡорт теленең фонетикаһы, морфологияһы, синтаксисы, лексикологияһы буйынса тупланған ҡиммәтле материалдары һәм күҙәтеүҙәренең фәнни һәм ғәмәли әһәмиәте бик ҙур. Шуныһы характерлы: Мөхәммәтхан Ҡулаев үҙенең тикшеренеүҙәренә башлыса башҡорт теленең көньяҡ диалектын, үҫәргән башҡорттарының һөйләү телен нигеҙ итеп алған, бөтөн хеҙмәттәрен дә ул тик үҙе төҙөгән алфавитты ҡулланып яҙған. Тел белеме өҫтөндә эшләү менән бергә, халыҡ ижады буйынса ла материалдар йыйған.

М.А. Ҡулаев — башҡорт халҡының һәм башҡорт теленең оло патриоты. Уның раҫлауынса: «Һәр кем үҙ телендә уҡый-яҙа белергә тейеш»; «Белемде ныҡ урынлаштыра торған тел — әсәй теле, ана теле, әсәйҙең өндәшеүе. Башҡорттарға белем алыр өсөн үҙ теле кәрәк — әсәй теле».

Талантлы мәғрифәтсе ғалим, табип, дәүләт эшмәкәре Мөхәммәтхан Ҡулаевтың тормош юлын, ғилми мираҫын ентекләп өйрәнеү башҡорт ғалимдары алдында торған бурыс булып ҡала әле.

* * *

1Ҡулаев М.А. Основы звукопроизношения и азбука для башкир. Казань, 1912, 18 бит.

2Ҡулаев М.А. Әлепей. Баҫылған урыны күрһәтелмәгән. 1919, 35 бит.

3М.А. Ҡулаевтың, был һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашып, ниндәй мөһим роль уйнағанлығы ошондай документта айырыуса асыҡ күренә: Протокол переговоров представителей правительства РСФСР с делегацией Башкирского правительства в г. Уфе. Образование БАССР (сборник документов.) Уфа, 1959. 209-213-се биттәр.

4Кулаев М.А. О звуках башкирского языка. Казань, 1928, 60 стр.; Твердый алфавит башкирского языка. Казань, 1928. 16 стр.; О глаголах башкирского языка. Казань, 1930. 103 стр.

** *

Әҙәбиәт: Ураҡсин 3.Ғ. Телсе-ғалим һәм врач // Совет Башҡортостаны. 1963, 24 ноябрь; Псәнчин В.Ш. Ҡулаев М.А. — хәҙерге башҡорт алфавитына нигеҙ

һалыусыларҙың береһе // Башҡортостан уҡытыусыһы. 1964, № 3. 51—53-сө биттәр; Псәнчин В.Ш. Атайҙар һүҙе — аҡылдың үҙе // Башҡортостан. 1993, 6, 9 февраль; Аҙнағолов Р.Ғ. М. Ҡулаев — диалектолог һәм лексикограф // Совет Башҡортостаны. 1973, 7 февраль; Ярлыҡапов Г. Көслө шәхес // Ленинсы. 1989, 23 март; Ярлыҡапов Г. Халыҡҡа арналған ғүмер / Ҡулъяҙма /; Кулаев М.А. // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996.

Мансур Солтанов

(1875—1919)

Башҡорт халҡының музыкаль-поэтик ижадын йыйыу һәм өйрәнеү тарихы ике быуаттан ашыу дәүерҙе үҙ эсенә ала. Был тарихта оло бер милләттең бихисап йыр-моң хазинаһын мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индергән күп кенә ҡәҙерле исемдәр бар. Улар араһында XIX быуат аҙағы — XX быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында йәшәгән С.Г. Рыбаков (1867—1921), Ғайса Еникеев (1864—1931), И.А. Козлов (1878—1933), Ғәзиз Әлмөхәмәтов (1895—1937) һымаҡ музыка эшмәкәрҙәре ҙур хөрмәт ҡаҙанды. Башҡорт һәм татар халыҡтарының музыка фольклорын йыйыусы һәм өйрәнеүсе башҡорт Мансур Солтановтың исеме лә ошо уҡ арҙаҡлы шәхестәр менән бер рәттә тора. Дөрөҫ, әлеге көндәргә тиклем уның килеп еткән ғилми-ижади мираҫы күләм яғынан ҙур түгел, ләкин шәхес һәм юғары әҙерлекле белгес булараҡ та, иң тәү башлап үҙ халҡының йыр-моң байлығын профессиональ кимәлдә өйрәнеүсе сифатында ла ул тарихыбыҙҙа лайыҡлы урын алырға хаҡлы.

Мансур (тулы исеме — Мөхәммәтмансур) Ислам улы Солтанов 1875 йылдың 25 апрелендә элекке Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Мәстей ауылында башҡорт дворяны ғаиләһендә донъяға килгән. (Был ауыл беҙҙең дәүнрҙә Татарстандың Аҡтаныш районында тороп ҡалған.) Мансурҙың атаһы Ислам Солтанов үҙ заманында билдәле башҡорт эшмәкәре, Өфөләге Диниә назаратының мөфтие Мөхәммәтйәр Солтанов менән бер туған була. Ислам Солтановтың икенсе ҡатынынан ике ҡыҙ, дүрт малай үҫә. Солтановтар асылда Өфөлә йәшәй, ә йәйге мәлдәрҙә тыуған ауылдарына ҡайтып, ҡымыҙ эсеп, йыр, ҡурай моңдары тыңлап, ырыуҙаштары менән аралашыу Мансурҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ яҡты иҫтәлектәр ҡалдыра. Ғаиләлә белемгә ынтылыш, башҡорттоң милли йолаларына тоғролоҡ, музыка менән ҡыҙыҡһыныу көслө була. Ислам Солтановтың өс улы — Шәйех, Әмир һәм Яҡуп — Ырымбур кадетлыҡ корпусында, ҡыҙҙары Зөһрә менән Әминә Өфөлә гимназияла уҡый. Мансур

Өфө реаль училищеһына уҡырға керә. Был йылдарҙа ул Өфө музыка һөйөүселәр йәмғиәте ағзаһы дирижер С.П. Копылов етәкселегендәге уҡыусылар оркестрының сығыштарында ҡатнаша. Училищены тамамлау менән, ғаилә традицияһы буйынса һәм, әлбиттә, дворян балаһы булараҡ, Ырымбурҙағы кадетлыҡ корпусына уҡырға инергә тейеш була. Әммә Мансур Солтанов үҙенең ғүмерен музыкаға арнарға ҡарар итә. 1897 йылда Мәскәү консерваторияһына уҡырға инә. Бында ул профессор В.В. Крейчмандың флейта класында шөғөлләнә. Консерваторияла Мансур шулай уҡ С.И. Танеев, Г.Э. Конюс, Н. М. Ладухин, Ф.Ф. Кенеман етәкселегендә төплө музыкаль-теоретик әҙерлек ала. Студент йылдарында ул сағыу оҫталыҡҡа өлгәшкән виртуоз флейтасы булараҡ танылыу таба, яуаплы концерттарҙа сығыш яһай. Уҡыуҙың һуңғы өс йылында исемле (И.И. Маслов исемендәге) стипендия ала. Консерваторияны 1903 йылда көмөш миҙал менән тамамлай. Ошо уҡ йылда Мансур Солтанов Мәскәү ҡыҙы Т.А. Фувакинаға өйләнә һәм, ҡатынының сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, Ҡырымға китергә мәжбүр була. Әйткәндәй, 1906 йылда ул конкурс буйынса Мәскәүҙең Ҙур театры оркестрына ҡабул ителә. Әммә Мәскәүҙә урынлашырға тура килмәй. Ҡырымда М. Солтанов ун йылдан артыҡ симфоник оркестр составында флейтасы булараҡ сығыш яһай. Унда шулай уҡ һуңынан башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнеүҙә һәм башҡорт профессиональ музыкаһын үҫтереүҙә билдәле эҙ ҡалдырасаҡ А.А. Эйхенвальд (1875—1952) етәкселегендәге симфоник оркестр концерттарында ҡатнаша.

1912 йылда Мансур Солтановты Һарытау консерваторияһына уҡытыусылыҡ эшенә саҡыралар. Уның артабанғы эшмәкәрлеге тулыһынса ошо уҡыу йорто менән бәйле. Консерваторияла М. Солтанов флейта, музыка теорияһы һәм сольфеджио буйынса дәрестәр алып бара, ҡаланың мәҙәниәт тормошонда ҡатнаша, флейтасы булараҡ симфоник оркестр, тынлы музыка ҡоралдары квартеты составында концерттарҙа сығыш яһай. Уға ҡала симфоник оркестрында атаҡлы композитор А. Глазунов етәкселегендә лә сығыш яһарға тура килә. Замандаштары уны етди холоҡло, яҡшы тәрбиәле кеше, талапсан педагог һәм нескә күңелле, илһамлы музыкант булараҡ хәтерләйҙәр. Уның уҡыусыларынан И.В. Салтыҡов һуңынан башҡорт, сыуаш, татар көйҙәрен йыйыусы музыка белгесе булараҡ киң танылыу таба. Мансур Солтанов кесе йәштән үк халыҡ көйҙәренә, ҡурай моңона оло мөхәббәт тойғоһо менән йәшәй. Тыуған яҡҡа ҡайтҡан саҡтарында, ҡурайсылар менән осрашып, йылдың-йылы бик күп көйҙәр яҙып ала. Күренекле башҡорт тел белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Закир Шакиров уның тураһында, мәҫәлән, ошолай тип иҫкә ала:

«Мансур Ислам улы Солтановты мин тәүге тапҡыр әллә 1914, әллә 1915

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]