Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

ar_1177_a_1185_ly_bash_1185_orttar

.pdf
Скачиваний:
119
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
12.17 Mб
Скачать

Ғилметдин Сәнжар Әл-Башҡорди (XIII быуат урталары — XIV быуат аҙағы)

* * *

Насретдин Әл-Насыри

(XIII быуат аҙағы — 1351)

Алтын Урҙа осоронда, бигерәк тә XIV быуат урталарынан, алыҫ ғәрәп иле Мысырҙа бер үк ваҡытта төрки телле фән һәм мәҙәниәт һиҙелерлек үҫеш ала. һарайҙағы ҡаршылыҡтар, тәхет өсөн талаш-тартыш арҡаһында Урал, Волга, Яйыҡ буйҙарынан, Харәзмдән, Ҡырымдан бик күп ғалимдар, әҙиптәр Мысырға күсә. Үҙ сиратында Мысырҙа был дәүерҙә башлыса төркиҙәрҙән торған (уғыҙҙар, күберәк ҡыпсаҡтар) мәмлүктәр династияһы урынлаштырылған була. (Мәмлүк солтандары был илдә 1250 йылдан алып 1803 йылға тиклем хакимлыҡ итә.)

Боронғораҡ дәүерҙә башҡорттар донъя халыҡтары тарихында һиҙелерлек ҡатнашҡан халыҡ булғандыр, күрәһең. Болғар дәүләтендә әйле башҡорттарының хандар династияһы, Дәшти Ҡыпсаҡта Башҡорт хандың хаким булып тороуы, урта быуаттарҙа Иранда Ғазан хан тигән башҡорттоң генерал дәрәжәһенә өлгәшеүе, Болғар дәүерендә йәшәгән Яҡуб ибн Ноғман, Ҡол Ғәли, йәнә башҡа шөһрәтле исемдәр шул фекерҙе дәлилләй.

Алтын Урҙала урынлашҡан ҡыҫымға түҙә алмайынса йә башҡаса сәбәптәр арҡаһында Мысырға йыш ҡына башҡорттар ҙа барып юлыҡҡан. Улар араһында юғары ҡатлам мәмлүктәренән Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди менән Насретдин әл-Насыри үҙҙәрен дәүләт эшмәкәрлеге, ғилем һәм шиғриәт өлкәһендә танытҡаңдар.

Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡордиҙың Мысырҙа әмир булып торғанлығы билдәле. Уның исеме Әл-Факиһи тигән ғәрәп ғалимының «Мәккә тарихы»нда 1284 һәм 1290 йылдарҙағы ваҡиғалар айҡанлы телгә алына. Тәүге осраҡта ул: «Мәккәнең башлығы Әбүнума менән Мысыр әмире Ғилметдин Сәнжар әлБашҡорди һүҙгә килештеләр, шул арҡала Әбүнума Мәккәнең ҡапҡаларын бикләтте һәм берәүҙе лә ҡалаға индермәне...»1 — тиелгән. Бынан ары китапта ошондай мәғлүмәт бирелә: «Мысырҙан хажға килеүселәр каруанының башы — Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди ине».

* * *

Насретдин әл-Насыри хаҡында тарихсы Морат Рәмзиҙең ошондай һүҙҙәре бар: «Башҡорт Насретдин әл-Насыри үҙенең сығышы менән ән Наср ибне әл-

Ғәзиз мәмлүктәренән. Хеҙмәте буйынса юғары үрләп власҡа өлгәшкән, аҡыллы һәм юғары дәрәжәле әмирҙәрҙән булған. Назим менән дә, нәҫер менән дә яҙған»2. Ғәрәп әҙәбиәтселәре һәм тарихсылары уның шәхесен, ғилми һәм әҙәби эшмәкәрлеген юғары баһалаған. Ибне Хажар әл Ғаскалани (1372—1449) үҙенең «Әддөрөр әл-камино» («Йәшерен ятҡан ынйылар») тигән китабында үҙе телгә алған исемдәргә ҡарата, «иң ҙур дан һәм иң яҡты шөһрәтлек белдерәм», тигән. Ә Насретдин әл-Насыриҙың замандашы Ибне Зәмләкәни «ул әҫәрҙәрен үҙенең тәбиғи оҫталығы буйынса, шиғыр ҡағиҙәләрен һаҡламаҫтан яҙа ине»3, тигән.

Беҙҙең дәүерҙә хәҙерге Мысыр ғалимы Әмин әл-Холи, Насретдин әлНасыриҙың үҙ дәүерендә күренекле ғалим, әҙип икәнлеген билдәләп, «уның замандаштары тарафынан юғары баһаланған шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәре лә билдәле»4, ти.

Башҡорт Насретдин әл-Насыриҙың алыҫ илдәрҙән һәм йыраҡ дәүерҙәрҙән беҙгә әлегә күркәм исеме һәм даны ғына килеп еткән. Бәлки, арабыҙҙан, ғәрәп теле, әҙәбиәте, тарих белгестәре үҫеп сығып, уның ижади мираҫының аҙмыкүпме һаҡланып ҡалған өлөшөн үҙ илебеҙгә һәм үҙ телебеҙгә ҡайтарыусылар ҙа булыр әле, иншалла.

Насретдин әл-Насыриҙың тыуған йылы аныҡ ҡына билдәле булмаһа ла, донъя ҡуйған ваҡыты хаҡында мәғлүмәт йылы, айы, көнөнә тиклем ҡағыҙға теркәп ҡалдырылған: шағир һижрә йыл иҫәбе меңән 752 йылдың сәфәр айы 13сө көнөндә (миләди иҫәбе менән 1351 йылдың 11 апрелендә) Дамаск ҡалаһында вафат була.

«Сәнжар әл-Башҡорди менән Насретдин әл-Насыри, — тип яҙҙы профессор Ә. И. Харисов5, — үҙҙәрен тыуған ерҙәрендә түгел, ә ғәрәп илендә танытҡандар. Быға уларҙың мәмлүклеге һәм юғары ҡатламға күтәрелеүе сәбәпсе булған.

Ләкин урта быуаттарҙа башҡорттар Ғәрәбстанға бер мәмлүклек юлы менән генә бармағандарҙыр, тип әйтеп була... Заманының уҡымышлыраҡ кешеләре өсөн Мысырҙың «үҙенә тартыу» көсө шаҡтай булыу менән бергә, Волга һәм Урал буйы тормошоноң «үҙенән этеү» көсө лә ярайһы ғына булған, күрәһең. Көнсығыш Европа, шул иҫәптән Башҡортостан һәм уның бер өлөшө ҡараған Болғар дәүләте, XIII—XIV быуаттарҙа монгол-татар иҙеүе аҫтында ыҙаланып йәшәне... Башҡорт ҡәбиләләренең һәм ырыуҙарының бер халыҡ булып ойоша башлау процесы, шулай уҡ башҡорт иленең ижтимағи-иҡтисади һәм мәҙәниәт йәһәтенән үҫеше быуылып торҙо. Бына шуның һөҙөмтәһендә Алтын Урҙа режимы хакимлыҡ иткән ике йөҙ йылдан артығыраҡ ҡараңғы дәүер эсендә Башҡортостандың үҙендә заманына күрә әҙме-күпме билдәлелек алған бер генә шәхес тә күтәрелә алмаған. Күп булмаған уҡымышлылар араһында ҡыйыуыраҡтары, дин белемендә үҙҙәрен көслөрәк һиҙгәндәре йәки ижад

ҡомарҙары «ташып барғандары» йыш ҡына үҙҙәре уҡыған Мысырға һәм башҡа ғәрәп илдәренә кире китергә йәки, уҡыуҙы тамамлағас, ғөмүмән шунда тороп ҡалырға мәжбүр булған».

Ә.И. Харисовтың «йәшерен ятҡан ынйыларҙы» алыҫ замандарға сәйәхәт итеп кенә түгел, йыраҡ илдәргә барып та эҙләү һәм табыу бурысы тора тигән һүҙҙәре бөгөнгө көн өсөн дә мөһим.

* * *

1Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. Өфө, 1965. 194-се бит.

2Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 1-се том. Урта быуаттар осоро. Өфө, 1991. 170-се бит.

3Харисов Ә.И. Күрһәтелгән хеҙмәт. 195-се бит.

4Амин аль-Холи. Связи между Нилом и Волгой в XIII—XIV вв. Сокращенный перевод с арабского. М., 1962. 31-се бит.

5Харисов.Ә.И. Күрһәтелгән хеҙмәт. 196-сы бит.

** *

Әҙәбиәт: Морат Рәмзи. Тәлфиҡ әл-әхбар... 1-се том. Ырымбур, 1907. 327-се бит; Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. Өфө, 1965. 194—197-се биттәр; Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 1-се том. Урта быуаттар осоро. Өфө, 1990. 170—171-се биттәр.

Исмәғил Тасимов

(XVIII быуат)

Башҡорт халҡының тарихында XVIII быуат барыһынан элек Рәсәй империяһын дер һелкеткән милли-азатлыҡ хәрәкәттәре — береһенән-береһе дәһшәтлерәк баш күтәреүҙәр менән билдәле. Был хәрәкәттәр осоронда Алдар Иҫәнгилдин, Ҡараһаҡал (Миңдеғол Юлаев), Батырша (Ғабдулла Алиев), Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Юлай Аҙналин кеүек маһир етәкселәр һәм бөйөк юлбашсылар күтәрелеп сыға. Шул уҡ дәүерҙә бөтөнләй башҡа төрлө эшмәкәрлектәре – Ватан мәнфәғәте өсөн фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Нәҙер Үрәҙмәтовтар ҙа дан ҡаҙана. Уларҙың тәүгеһе бөтөн Уралға, Рәсәйгә атаҡлы мәғдән белгесе һәм сәнәғәтсеһе булып танылһа, икенсеһе, Туҡтамыш Ишбулатов, мәғдәнсе һәм сәйәсмән, Өфө өйәҙе башҡорттарынан 1767 йылда Екатерина II тарафынан раҫланған Уложенный комиссия депутаты булараҡ тарихҡа инеп ҡала. Ҡазан даруғаһы башҡорт старшинаһы Нәҙер Үрәҙмәтов иһә 1754 йылда империяла тәү башлап нефть ҡыуҙырыу заводы төҙөү эшенә тотона. Ғөмүмән, башҡорттар Уралдың минераль-сеймал байлыҡтарын үҙләштереүҙә ғәйәт ҙур һәм мөһим роль уйнай. Бик күп тимер, баҡыр ятҡылыҡтарын асыу тарихы башҡорт мәғдәнселәренең һәм белгестәренең исемдәре менән бәйле. Боронғо алтын табыусылар — соҡсондар дәүеренән килгән белем һәм тәжрибә лә быуындан быуынға тапшырылыр булған. Ниһайәт, XVIII быуатта башҡорттар араһынан ҙур бер төркөм мәғдәнселәр, мәғдәнсе йүнселдәр категорияһы, хатта мәғдәнселектең нәҫелдән нәҫелгә күсеше үҫеп сыға. Был ҡатлам үҙенең ғәйәт күп һанлы булыуы, эшмәкәрлегенең киң йәйелеүе һәм оҙайлы булыуы йәһәтенән ҡабатланмаҫ күренеш тип иҫәпләнергә хаҡлы. Шуны ғына әйтеү ҙә етә: Уралда, айырыуса ул саҡтағы Пермь өйәҙендә, мәғдән сәнәғәтселәре XVIII быуаттың тәүге яртыһында формалаша, уларҙың эшмәкәрлеге, быуындан быуынға тапшырылып, шул уҡ быуаттың аҙағына тиклем өҙлөкһөҙ дауам итә. Әгәр ҙә тәүге быуын мәғдәнселәр араһында башҡорт феодалы Тасим Маймәтов күренекле урында торһа, артабан был эште уның улы Исмәғил Тасимов дауам итә. Исмәғилдең улы Исхаҡ Исмәғилев (русса документтарҙа — Измайлов) атай-олатай һөнәренә тағы ла дан һәм шөһрәт өҫтәй. Тасим Маймәтовтың тыуған ере — элекке Өфө өйәҙе Уҫы даруғаһы Мул-Гәйнә олоҫоноң Ҡуян ауылы. XVIII быуаттың тәүге яртыһында Пермь мәғдән сәнғәтселәренең күпселеге нәҡ бына шул гәйнә башҡорттары була (улар менән бергә бер нисә рус мәғдәнсеһе эшләй). Уларҙың иҫәбе 360 кешегә етә. Күпселеге Ҡуян ауылы йүнселдәре. Был шөғөл Үрге һәм Түбәнге Йоҡ (Юг), Ягошиха, Мотовилиха, Пыскор, Анненский, Висим баҡыр

иретеү заводтары төҙөлөү арҡаһында алға китә. Гәйнә башҡорттары, Тасим Майметов һәм бөтөн ауылы менән мәғдәнселек эшенә тотонған Ҡуян ауылы халҡы, үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә ҙур-ҙур мәғдән ятҡылыҡтары табып, әлеге заводтарҙы сеймал менән тәьмин итеп торалар. Мәғдән ятҡылыҡтары табыуҙағы һәм эшкәртеүҙәге тырышлыҡтары өсөн Себер, Ҡазан һәм Ырымбур заводтары Баш идараһының башлығы В.Н. Татищев Ҡуян ауылы башҡорттарына 1796 йылдың 6 мартында махсус указ менән рәхмәт белдерә. Пермь мәғдәнселәренең был дәүерҙәге эшмәкәрлеген ошондай мәғлүмәт бик асыҡ күрһәтә: Үрге һәм Түбәнге Йоҡ заводтарын сеймал менән тәьмин итеүсе мәғдән ятҡылыҡтарының 234-е мәғдән сәнәғәтселәренең ҡулында була, шул уҡ ваҡытта ҡаҙна мәғдән ятҡылыҡтарының һаны 76-ға ғына етә. (Әйткәндәй, был осорҙа мәғдәнселек эшендә йәнә башҡорт ерҙәренең көнсығыш төбәгендә — Себер даругаһы Салйоғот олоҫонан Сәләй Боҫҡоновтың исеме лә шаҡтай киң билдәле була. Әммә мәҡәләнең төп геройы Исмәғил Тасимов булғанлыҡтан, һүҙ Пермь мәғдән сәнәғәтселәре эшмәкәрлеге тураһында барасаҡ.) Илленсе йылдарҙа Ҡуян ауылынан Тасимовтар, Ҡолтайҙан Ҡолтаевтар, Ҡаҙмаҡтынан Ишбулатовтар эре мәғдән сәнәғәтселәре булып таныла. 1757 һәм 1759 йылдарҙа Пермь мәғдәнселәренең эшмәкәрлегенә ғәйәт ҙур йоғонто яһарҙай ваҡиға булып үтә: башта Йоҡ заводтары, унан һуң Ягошиха заводы ҡаҙнанан шәхси милекселәр ҡулына күсә. Үрге һәм Түбәнге Йоҡ заводтарына граф Иван Григорьевич Чернышев хужа булып ала. Әммә, завод хужалары менән мәғдән сәнәғәтселәренең мөнәсәбәттәре, заводтарҙы мәғдән менән тәьмин итеү шарттары махсус килешеү менән нығытылған булыуға ҡарамаҫтан, граф Чернышев һәм уның баш приказчигы Федор Санников, закон менән иҫәпләшмәйенсә, бер ңисә йыл эсендә башҡорт мәғдәнселәренең Йоҡ заводтарын сеймал менән тәьмин итеүсе мәғдән ятҡылыҡтарын баҫып ала, өҫтәүенә ул ятҡылыҡтарҙағы 500000 бот мәғдәнде лә үҙләштерә. Исмәғил Тасимовҡа, мәғдәнсе гәйнә башҡорттарының мәнфәғәттәрен яҡлап, көслө һәм тәкәббер батша вельможаһы, уның оятһыҙ, яуыз приказчигы менән ҡараҡаршы тороп ауыр көрәш башларға тура килә. Бына ғәжәп — оҙаҡ йылдар буйы барған был көрәштә башҡорт мәғдәнселәре еңеп сыға һәм, ниһайәт, улар үҙҙәренең мәғдән ятҡылыҡтарын ҡайтарып алыуға, граф Чернышевтан күргән зыяндың бер өлөшөн түләтеүгә өлгәшәләр. Документтарҙан күренеүенсә, 1765 йылдың 24 февралендә башланған был көрәш 1770 йылдың 21 авгусында Исмәғил Тасимов һәм уның иптәштәре өсөн еңеү менән тамамлана. Башҡорт мәғдәнселәре тарихында быны һирәк осрай торған күренекле ваҡиға тип иҫәпләргә була торғандыр. Был хаҡта ентеклерәк туҡталып үтәйек булмаһа.

Граф Чернышев менән Санниковтың баш-баштаҡлыҡтары арҡаһында

башҡорт мәғдәнселәренең йөҙәрләгән мәғдән ятҡылыҡтары, байтаҡ ерҙәре, Исмәғил Тасимовтың үҙенең генә лә ун мәғдән ятҡылығы ҡулдан китә. Уларға граф Воронцов заводтарына беркетелгән мәғдән ятҡылыҡтарында эштәрен дауам итеп, финанс йәһәтенән саҡ осон осҡа ялғап көн итергә тура килә. Юғарынан, Берг-коллегиянан, килгән комиссиялар, ғәҙелһеҙлекте, законһыҙлыҡты күрә тороп, бер нисек тә ярҙам итмәйҙәр. Хатта бер мәл Йоҡ заводтарындағы баш-баштаҡлыҡты тикшерергә генерал-прокурор кенәз Вяземский ҙа килә. Санниковтың яуызлыҡтарын үҙ күҙҙәре менән күрә күреүен, әммә ҡайтыуына уның үҙе өҫтөнән шул уҡ Санников Петербургка пасквиль* яҙып ебәрмәһенме! Белә ул нисек эш итергә. Граф Чернышев иһә мәсьәләне йомоп ҡалдырыу яғын ҡайыра. Ниһайәт, Исмәғил Тасимов һәм уның иптәштәре исеменән Берг-коллегияға 1765 йылдың 24 мартында Йоҡ заводтарының хужалары тарафынан баҫып алынған баҡыр ятҡылыҡтарын һәм унда сығарылған мәғдән хаҡын ҡайтарып биреүҙе үтенеп һораған ғарызнамә барып төшә. «Табаҡ та ғына табаҡ» алты бит ҡағыҙға ентекләп яҙылған был хатҡа бер ыңғай тарих, әҙәбиәт, сәнәғәт белгестәренең дә иғтибарын йүнәлтеү урынлы булыр. Сөнки Өфө өйәҙе Уҫы даруғаһы Мул-Гәйнә олоҫо Ҡуян ауылы башҡорттары мәғдән сәнәғәтселәре Исмәғил Тасимов һәм Яҡуп Аҙнағолов (документта — Яков Аднагулов) тарафынан оҙон-оҙаҡ яҙылған был ғарызнамә киләсәктә XVIII быуат башҡорт эш ҡағыҙҙарының аҫыл бер өлгөһө булараҡ та ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, моғайьн. (Ә бит был ғына ла түгел: Исмәғил Тасимовтың Берг-коллегияға яҙған алда ҡараласаҡ тағы бер хаты һәм уның үҙенең Рәсәйгә тау эшенә нигеҙ һалыусы булып танылыуы милләтебеҙҙең аҡыл һәм талант ҡеүәһен бермә-бер күтәреп тора түгелме һуң!) Бер йыл үтеүгә, был ғарызнамәгә яуап итеп, Себер, Ҡазан һәм Ырымбур заводтары Баш идараһы кәнсәләре Берг-коллегияға, йәнәһе, граф И.Г. Чернышевҡа мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштергәне һәм башҡорттарҙан алынған мәғдән өсөн түләү һалыныуы тураһында рапорт бирә. Әммә, мәғдәнселәрҙең талабы дөрөҫ тип табылһа ла, рапорт, асылда, күҙ буяу өсөн төҙөлгән тигән фекер уята. Тасимовҡа мәсьәләне тамам хәл иткәнсе тағы дүрт йыл ярым буйы власть органдарының ишектәрен шаҡырға кәрәк була. Инде килеп 1770 йылдың 21 авгусында Екатерина II Исмәғил Тасимов һәм уның иптәштәренә 70 000 һум аҡса бүлеү тураһында, Берг-коллегияға төбәп, указ сығара. Был документта әйтелеүенсә, Сенатта граф Иван Чернышев менән мәғдән сәнәғәтселәре араһындағы бәхәс буйынса ҡаралған эш, йәнәһе, уларҙың үҙ ирке менән 70 000 һумға килешеүе менән тамамланған булып сыға. Екатерина II был сумманың 20 000 һумын мәғдән сәнәғәтселәренә ошондағы Берг-коллегиянан, 50 000 һумын Екатеринбургтағы баҡыр эштәре иҫәбенән түләргә бойора. Ун көн үтеүгә, 1770

йылдың 31 авгусында, Берг-коллегия Исмәғил Тасимовҡа 20 000 һум аҡса биреү тураһында документ төҙөй. Был документҡа (хәҙергесә әйтһәк, протоколға) мәғдәнселәр яғынан йәнә Әбдесәләм Өсәйенов, Мортаза Мерәсов, Аҡбаш Бикбулатов, Хәлил Илсекәев (документта яңылыш — Илепеев), Илмәкәс Ырыҫов, Төймөсә Мерәсов, Арыҫлан Ырыҫов ҡул ҡуйған, йәғни был кешеләр Исмәғил Тасимов менән бергә эшләгән мәғдәнселәр була.

Указ сығарылған сығарылыуын, әммә уға хатта батша үҙе ҡул ҡуйған булһа ла, был аҡсалар рудасыларҙың кеҫәһенә тиҙ генә килеп кергән, тиһегеҙме? Ах, шулай килеп сыҡһа икән дә бит. Исмәғил Тасимовҡа алаһы аҡсаларын әле тағы һигеҙ йыл көтөргә тура килә.

Әммә шуныһы мөһим: 1770 йылда Йоҡ заводтары яңынан ҡаҙна ҡарамағына күсерелә. Ун йылдан, 1780 йылда, Ягошиха заводы ла ҡаҙнаға алына. Заводтар өсөн баҡыр мәғдәне етештереүҙә элекке тәртиптәр аяҡҡа баҫтырыла, был иһә мәғдән сығарыусыларҙың хәлен еңеләйтеүгә булышлыҡ итә.

Пермдәге башҡорт мәғдән сәнәғәтселәренең күпме сеймал сығарыуы тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы булыр. 1771 йылдан алып 1777 йылға тиклем улар заводтарға йыл һайын 340 меңдән алып 960 меңгә ҡәҙәр, 1777—1785 йылдарҙа уртаса 5-әр йөҙ мең бот сеймал тапшыра. 700 мең ботҡа еткән йылдар ҙа була. Артабан мәғдән сығарыу кәмеүгә табан китә. 1788—1792 йылдар эсендә, дөйөм алғанда, 1 миллион 170 мең 308 бот мәғдән сығарыла. Архив материалдарында Исмәғилдең улы Исхаҡ Измайловтың 1793 йылда мәғдән сығарыу эшен дауам итеүе тураһында мәғлүмәттәр бар.

Исмәғил Тасимов һәм мәғдәнсе гәйнә, йәғни Пермь башҡорттары, фәҡәт ошо мәғдән сығарыу эшмәкәрлеге менән дә тарихта ғәйәт ҙур һәм маҡтаулы урын алырға хаҡлы. Әммә Исмәғил Тасимов һәм уның иптәштәре тотош Рәсәй империяһы алдында быуаттарҙан быуаттарға ҡалырлыҡ тағы бер хеҙмәт күрһәтә, шуның менән Исмәғил Тасимовтың исеме Рәсәйҙә һәм, әлбиттә, Башҡортостанда тау эшенә нигеҙ һалыусы булараҡ ил һәм милләтебеҙ тарихында күркәм урын ала.

Ә эш шунан башлана. XVIII быуаттың 50-се йылдарында Рәсәйҙә тау эштәре өлкәһендә юғары белем биреүсе уҡыу йорто асыу, илдең үҙендә тау сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләү мәсьәләһе өлгөрөп етә. Әммә был мәсьәлә тиҙ генә хәл ителмәй. Тау заводтарында етештереүҙең төп вазифалары һаман да немец белгестәре ҡулында ҡала. Ошондай шарттарҙа 1766 йылда билдәле ғалим академик И.Г. Леман, Тау училищеһы ойоштороуҙың мөһимлеген раҫлап, шул уҡыу йортонда уҡытыу программаһын билдәләп, махсус яҙма төҙөй. «Патриотические мысли о том, какую пользу развитию горного дела может оказать учреждение Горного кадетского корпуса» тигән был яҙмаға ла иғтибар

бирелмәй. Шул уҡ осорҙа инде замандаштарына киң билдәле башҡорт мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов һәм уның иптәштәре үҙ халҡы араһынан белгестәр әҙерләү маҡсатында үҙҙәре иҫәбенә Уралда, Йоҡ заводтары янында кадет корпустары тибында Тау училищеһы асыу идеяһы менән йәшәй башлайҙар. Теләк һәм ниәттәр, әлбиттә, бик ҙур була: беренсенән, башҡорт балаларына таусылыҡ өлкәһендә махсус әҙерлек алыу өсөн юл асылырға тейеш, икенсенән, башҡорттарҙың заводтарҙы мәғдән менән тәьмин итеү генә түгел, бәлки үҙҙәре лә завод хужалары булып китергә ҡулдарынан килмәҫлекме ни! Өсөнсөнән, ошо башланғыс уларға мәғдән етештереүҙе артабан да киңәйтергә, ҡаҙна ҡарамағындағы мәғдән ятҡылыҡтарын ҡулға төшөрөргә мөмкинлек бирергә тейеш.

Ошо уй-ниәттәр менән ҡанатланып, үҙенең улдары Исхаҡ һәм Мөхәммәтрәхим, компаньон туған-тыумасаһы, ырыуҙаштары, электән бергә иңгә-иң терәп эшләп килгән бүтән мәғдәнселәр менән кәңәшләшеп килешкәндән һуң 1771 йылда Берг-коллегияға, Тау училищеһы асыу кәрәклеге һәм шул училище өсөн үҙҙәре сығарған мәғдәндең һәр бото иҫәбенән берәр полушка (тиндең дүрттән бер өлөшө) аҡса бүлергә риза булыуҙары тураһында белдереп, ғариза (челобитный) яҙалар. (Һуңынан Тасимов һәм уның иптәштәре 1792 йылға тиклем йыл һайын Тау училищеһы файҙаһына аҡса күсертеп тора.) Берг-коллегияның президенты М.Ф. Соймонов башҡорт мәғдән сәнәғәтселәренең башлап ебәргән ынтылышын хуплап ҡаршы ала. Хат Сенатҡа барып етә. 1773 йылдың 21 октябрендә Сенат, ошо ғаризаны нигеҙ итеп, Екатерина II-гә доклад менән мөрәжәғәт итә. Башҡорт мәғдәнселәренең башланғысы хаҡында был документта бына ниҙәр әйтелә:

«Башкиры Измаил Тасимов и его товарищи через Берг-коллегию в 1771 году о поставке руд на Юговские медеплавильные заводы и об отдаче им казенных рудников в содержание изъяснили между прочим, что хотя они опытом и научаются и в горную экономию вникают, но, дабы промысел сей усовершенствовать, а горную экономию упрочитъ и через то, как себя и потомков своих, так и для общества сделаться сколько возможно более полезным, имеют свою нужду в руководителях. А потому просят о заведении офицерской школы на том же основании, на каком учреждены кадетские корпуса. На содержание предполагаемой школы они соглашались жертвоватъ по полушке с пуда добываемой ими руды, что составляет около 2250 руб. в год».

Шул уҡ 1773 йылда, ниһайәт, Екатерина II Рәсәйҙә тау эштәре буйынса юғары уҡыу йорто — Тау училищеһы асыу тураһындағы указға ҡул ҡуя. Әммә ул, башҡорттар һорағанса, Йоҡ заводтары эргәһендә түгел, ә СанктПетербургта асыла. Уны башҡорт сәнәғәтселәре иҫәбенә тотоу ҙа хуп күрелә,

әлбиттә, ләкин уларҙың балаларына был уҡыу йортона инеп уҡыу хыялы ғына оҙаҡ ваҡыттар тормошҡа ашмай. Тасимовтың үҙенең улдарының да Тау училищеһына кереп уҡыу теләге татлы бер хыял ғына булып ҡала. «Мәрхәмәтле» батша властары аң-белемгә һәм киң эшмәкәрлеккә ынтылған башҡорт уҙамандарын бына шулай төп башына ултырта.

Академик Ғайса Хөсәйенов яҙыуынса, Исмәғил Тасимов ҡартайған көнөндә бер йыуаныс тапты: үҙ ваҡытында уға ярҙамлашҡан руслашҡан башҡорт уҡымышлыһы Ҡарамышевтың улы Алексей, Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, Тасимовтың ошо училищеһына инеп уҡыны, аҙаҡ шул уҡ уҡыу йортонда химия фәненән уҡытты, ғилем донъяһында танылыу алып, Рәсәй һәм Швеция Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты дәрәжәһенә өлгәште. (Әйтергә кәрәк, Алексей Ҡарамышев Рәсәй Фәндәр академияһының башҡорттар араһынан сыҡҡан тәүге ағза-корреспонденты түгелме икән әле.) «Аҙағыраҡ, — ти Ғ.Б. Хөсәйенов, — Петербург Тау училищеһы Тау институтына әүерелгәс, башҡорт балаларына бер нисә урын бирелде. Тик уларҙы Тасимов үҙе генә күрмәне»**.

1873 йылда, Петербург Тау училищеһының 100 йыллығын байрам иткән көндәрҙә, Исмәғил Тасимовтың исеме ҙур хөрмәт мәнән иҫкә алына. Әммә шуныһы ғәжәпкә ҡалдыра: үҙҙәрен белемле, мәғрифәтле тип иҫәпләгән рус белгестәре, башҡорт Тасимовтың тарихи эшмәкәрлеген юғары баһалаһалар ҙа, уның уҡымышлы оло фекер эйәһе булыуына һис кенә лә ышанырға теләмәйҙәр. Институтты тамамлаған тау инженеры А.Н. Алексеев Тасимовҡа бағышлап яҙған шиғырында йәнәһе, һоҡланып, ошолай ти:

Сто лет тому назад тогдашний горный мир Приятно изумил безграмотный башкир.

Икенсе бер белгес, почетлы академик, профессор Д.И. Соколов иһә хатта: «Кем белгән, төтөнлө ауылда йәшәгән ярым ҡырағай башҡорт Тау корпусының нигеҙенә тәүге ташты һалһын әле бына», — тип яҙа.

Был һүҙҙәрҙе, йөрәккә барып тейһә лә, иҫкә төшөрөргә тура килә. Исмәғил Тасимов та, уның дәүерендәге башҡорт йәмғиәте лә һис тә тома

наҙан булмаған, әлбйттә. Исмәғил Тасимов менән уның компаньондарының хаттары башҡорттоң уҡымышлылығын да, һәләт һәм талаптарын да асыҡ күрһәтеүсе бер дәлил. Ә ул дәүерҙә башҡорт ижтимағи фекеренең юғары кимәлдә тороуын билдәләүсе документтар бихисап.

Шулай итеп, Исмәғил Тасимов исемен хәҙер Г.В. Плеханов исемендәге СанктПетербург Тау институтына һәм, ғөмүмән, Рәсәйҙә тау эшенә нигеҙ һалыусы,

XVIII быуат башҡорт мәғдән сәнәғәтселәренең атаҡлы бер вәкиле, арҙаҡлы тарихи шәхестәребеҙҙең береһе булараҡ ҡәҙерләп һәм ҙурлап иҫкә алабыҙ.

* * *

Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт: Материалы по истории БашкирскойАССР. Том IV, часть первая. М., 1956. 8-се бит; Том IV, часть вторая. М., 1956. 323-сө, 328—330- сы, 598-се биттәр; Том V. М., 1960. 682-се, 683-сө биттәр; Ищериков П.Ф. Измаил Тасимов, зачинатель горного дела в России // Краеведческий сборник, № 2. Уфа, 1927; Муталов М.Г. Горный мир изумил башкир // Волшебные минералы. Уфа, 1988; Хөсәйенов Ғ.Б. Рудасы Исмәғил Тасим улы // Батырҙар ҡиссаһы. Өфә, 1986; Тасимов И. // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996; «Горная власть» и башкиры в XVIII веке. Автор-составитель Корепанов Н.С. Уфа: Гилем, 2005.

*Пасквиль — яла яғып, мыҫҡыл итеп яҙылған әҫәр.

**Ҡарағыҙ: Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]