Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

ar_1177_a_1185_ly_bash_1185_orttar

.pdf
Скачиваний:
119
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
12.17 Mб
Скачать

Рабиға Ҡушаева

(1901—1937)

Халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың 1917—1937 йылдар осорондағы тарихында туранан-тура ҡатнашып, шул дәүер эсендәге ҡатмарлы социаль-ижтимағи, рухи-мәҙәни үҫеш һәм үҙгәрештәр юлында баһалап бөткөһөҙ бөйөк эштәр атҡарып, халҡыбыҙ йөрәгендә һис ваҡыт онотолмаҫ яҡты эҙ ҡалдырған тотош бер быуын бөйөк шәхестәребеҙ бар. Башҡорт халҡы нәҡ бына ошо осорҙоң тәүге мәлдәрендә ерле милли автономия хоҡуғы өсөн көрәшкә күтәрелә һәм Рәсәйҙә иң беренсе булып үҙенең автономиялы республикаһын төҙөүгә өлгәшә. Был көрәш тарих аренаһына батша заманында хоҡуҡтары бик ныҡ ҡыҫылған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ла алып сыға. Милләтебеҙҙең икенсе яртыһы ижтимағи тормошта, асылда, ирҙәр менән типә-тиң тороп ҡатнашыу юлына баҫа. Дөрөҫ, хәҙерге ваҡытта Октябрь революцияһы ҡаҙанышы булараҡ барлыҡҡа килгән ҡатын-ҡыҙ эмансипацияһының, ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙың тиң хоҡуҡлығының кире яҡтарының һөҙөмтәһен дә күрә башланыҡ. Ҡатын-ҡыҙ үҙенең тәбиғәт менән билдәләнгән — бала табыу, бала үҫтереү, йорт ҡарау, ғаилә усағын һүндермәй тороу кеүек бурыстарынан торған һайын нығыраҡ ситләште. Йәғни был мәсьәләне инде яңы шарттарҙа өр-яңы позициянан сығып, аҡыллыраҡ хәл итеү мәнфәғәте килеп тыуҙы. Әммә, дөйөм алғанда, ҡатын-ҡыҙҙың тиң хоҡуҡлылығы — беҙҙең яңы дәүерҙең иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе.

Ғәжәп хәл: был проблеманы башҡорттар араһында иң тәүгеләрҙән булып 1917 йылдың июлендә үк әле Ырымбурҙа үткәрелгән I Башҡорт йыйынында 16 йәшлек ауыл уҡытыусыһы күтәреп сыға һәм, күп кенә ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ азатлығы мәсьәләһе буйынса йыйында ҡарар ҡабул иттереүгә өлгәшә. Ул — Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенән, Ырғыҙ буйҙарынан делегат итеп һайланған Рабиға Йомағолова исемле йәш кенә бер ҡыҙ була. Рабиғаның был йыйында ҡатын-ҡыҙҙарҙан берҙән-бер делегат булараҡ ҡатнашыуы ла, унда яһаған сығышы ла, үҙенең тәҡдимдәрен нигеҙләп әйткән

төплө фекерҙәре лә оло бер ваҡиға булып ҡала. Хикмәт йәнә шунда: йыйын иғлан ителәсәк Башҡорт автономияһының дәүләт ҡоролошо, уға идара итеү, шулай уҡ ер, мәғариф һәм белем биреү, милли ғәскәр төҙөү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарай. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе көн тәртибендә бөтөнләй ҡаралмаған була. Рабиға Йомағолова йыйындың ойоштороу комитетына был мәсьәләне лә индереүҙе һәм шуның буйынса ҡарар ҡабул итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Ә докладсы булып үҙе сығыш яһарға әҙер булыуын белдерә.

Бына, Башҡорт автономияһын ойоштороу менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарағандан һуң, Рабиға Йомағоловаға һүҙ бирелә. Рабиға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ирҙәр менән тиң гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтарын яҡлап, ялҡынлы телмәр менән сығыш яһай. Бының өсөн ошондай конкрет талаптар ҡуя:

шәриғәт буйынса ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы;

ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар сәйәси һәм ижтимағи эштәрҙә тиң хоҡуҡлы, шуның өсөн улар һайлауҙа ла ҡатнаша ала;

ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы булған милләт кенә үҫә һәм юғары мәҙәниәткә өлгәшә ала, бының өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары тураһында закон ҡабул иткәндә уларҙың үҙҙәренең ҡатнашыуы зарур;

– никах уҡығанда ике яҡ та — егет тә, ҡыҙ ҙа — ҡатнашырға тейеш;

– ғаилә тормошонда уңмаған осраҡтарҙа ҡатын кешенең айырылырға хоҡуҡлы булыуын танырға;

– ҡыҙҙарҙы туған телдә һәм рус телендә уҡытыуҙы мотлаҡ тип иҫәпләргә. Рабиға шулай уҡ ҡыҙҙарҙы йәшләй (17 йәшкә тиклем) кейәүгә биреүгә,

ирҙәрҙең күп ҡатын алыуына ҡырҡа ҡаршы сыға. «Йәшәһен милләттең яртыһын алып торған һәм уның үҫеүендә, сәскә атыуында ҙур көс булған ҡатынҡыҙҙар! Ҡатын-ҡыҙҙар — милләтебеҙ әсәләре, шуны аңларға ваҡыт!» — тип тамамлай Рабиға үҙенең телмәрен. Ошо көндән уның үҙен дә «Милләт әсәһе» тип йөрөтә башлайҙар. Был оло һәм тәрән мәғәнәле исемде ул бөтөн ғүмере, ил, милләт хаҡына фиҙаҡәр эштәре менән аҡлай.

Рабиғаның телмәре һәм тәҡдимдәре йыйында ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙыра. Күп кенә делегаттар, шул иҫәптән Мөхәммәтша Буранғолов, Сәғит Мирасов та уны хуплап ҡаршы алмайҙар. Ни хәл итәһең, тормошта яңылыҡты раҫлау бер ҙә еңел бирелмәй шул инде. Әммә иң мөһиме — йыйын Рабиға Йомағолованың тәҡдиме буйынса ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһенә арналған ҡарар ҡабул итә. Был ҡарар Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттәге статусын билдәләүҙә тәүге закон акты булараҡ әһәмиәтле.

Рабиға Йомағолова 1901 йылда Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе Имел олоҫоноң Хәсән ауылында старшина Янғол Йомағол улы Йомағолов ғаиләһендә

тыуған. Янғол старшина балаларын уҡытыр өсөн Һамарҙан уҡытыусылар саҡыртыр булған. Рабиға ла өйҙә уҡып, һәйбәт белем һәм тәрбиә ала. Кесе йәштән етди, ҡыҙыҡһыныусан, уйланыусан бала булып үҫә, уҡытыусы булырға хыяллана. Әйткәндәй, әҙәбиәтебеҙҙең классигы мәшһүр яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина ла ошо уҡ Хәсән ауылы ҡыҙы. Уларҙың араһы — дүрт кенә йәш. Һәҙиә менән Рабиға бәләкәйҙән бер-береһе менән яҡындан аралашып йәшәгән. «Һәҙиә беҙҙең ғаилә менән бик дуҫ булды. Күрше торғас, беҙгә бик йыш килде»,

— тип хәтерләй Рабиға Йомағолованың ике туған һеңлеһе Мәрйәм Ғабдрахманова.

Рабиға ла, Һәҙиә лә бик йәшләй уҡытыусы булып китә, икеһе лә, милләтебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырып, бик күптәр өсөн түҙемлелек һәм батырлыҡ өлгөһө булырҙай ғүмер юлы үтәләр.

Рабиғаның атаһы менән бер туған ағалары Харис һәм Ғиләж Йомағолов замандың алдынғы ҡарашлы, белемле һәм һәләтле кешеләре була, улар икеһе лә Һамар губернаһында һәм Башҡортостанда революцион эшмәкәрлектә ҡатнаша, башҡорт халҡының арҙаҡлы эшмәкәрҙәре булып таныла.

1916 йылда, 15 кенә йәшендә, Рабиға, Ғиләж ағаһының кәңәше менән, атаһы риза булмауға ҡарамаҫтан, күршеләге Бөрйән ауылында уҡытыусы булып эш башлай. Ауыл халҡы алсаҡ күңелле, балаларға ли, ололарға ла иғтибарлы уҡытыусы ҡыҙҙы ярата, хөрмәт итә. 1917 йылда Ырғыҙ буйы башҡорттары уны башҡорт халҡының оло йыйынына делегат итеп һайлай.

Йыйындан ҡайтып, Рабиға уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Октябрь революцияһынан һуң, олоҫ революцион комитеты рәйесе ағаһы Ғиләж Йомағоловтың заданиеһын үтәп, халыҡ араһында Совет власының маҡсаттарын аңлатыу эшенә тотоноп китә. Тиҙҙән ул, Ырымбурға барып, атаҡлы Бағбостан мәҙрәсәһенә уҡырға урынлаша. Ырымбурҙа уҡытыусылыҡ эше менән дә шөғөлләнә. 1919 йылда, кейәүгә сығып, Стәрлетамаҡҡа күсеп килә. Әммә 1922 йылдың яҙында, ире үлеп китә, яңғыҙ тороп ҡала. 1919—1922 йылдар — Рабиғаның тормошонда Стәрлетамаҡта ал-ял белмәй эшләп, бер яҡтан, ҡатынҡыҙҙар араһында, икенсе яҡтан, республикала приюттар, балалар йорттары эшен яйға һалыу буйынса ҙур йәмәғәт эшмәкәре булып таныла барған бер осор. Был йылдарҙа ул РКП(б)-ның Стәрлетамаҡ кантон комитетында, Башҡортостан өлкә комитетында ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләү бүлеге мөдире булараҡ, бихисап эштәр башҡара. 1920 йылдың сентябрендә эшсе һәм крәҫтиән ҡатынҡыҙҙарының беренсе Бөтөн Башҡортостан конференцияһын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнаша, 1921 йылдың ноябрендә уның инициативаһы менән һәм уның мөхәррирлегендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Азат ҡатын» исемле гәзит сыға башлай. (Был гәзит Башҡортостанда тәүге ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы

булараҡ тарихҡа инеп ҡала.) 1921 йылдың ноябрендә уны БАССР Үҙәк Башҡарма Комитетының икенсе сессияһында Советтарҙың IX Бөтөн Рәсәй съезына делегат итеп һайлайҙар. Съезд көндәрендә беҙҙең яҡташтар өсөн иҫтәлекле ваҡиға булып үтә: Башҡортостан делегацияһын Совет хөкүмәтенең етәксеһе В.И. Ленин ҡабул итә. Рабиға был осрашыуға башҡорт милли кейемен кейеп бара. В.И. Ленин Рабиғанан ҡатын-ҡыҙҙар араһында ниндәй эштәр алып барылыуы тураһында һораша, уның яуаптарын ҡыҙыҡһынып, диҡҡәт менән тыңлай. Рабиға өсөн осрашыу ғүмерлек иҫтәлек булып ҡала, был хаҡта ул, ҡайткас, тулҡынланып һөйләй торған була.

1922 йылдың майында ул республикабыҙҙың күренекле дәүләт эшмәкәре Хафиз Ҡушаевҡа кейәүгә сыға. Хафиз Ҡушаев был ваҡытта Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының Рәйесе була. Шул уҡ йылдың йәйендә, оло Башҡортостан ойошторолоу айҡанлы, республика хөкүмәте Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсә. Ҡушаевтар ғаиләһе Өфөлә ул осор башҡорт интеллигенцияһы мөхитендә ҙур хөрмәт ҡаҙана. Хафиз Ҡушаев республикабыҙҙа мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә һәр ваҡыт принципиаль ҡарашта тора. Уның тырышлығы менән шул йылдарҙа уҡ «БАССР-ҙың Ер кодексы» эшләнеп, ғәмәлгә индерелә. Башҡорт телен үҫтереү, дәүләт аппаратын башҡорт телен белгән кешеләр менән нығытыу мәсьәләһендә лә Хафиз Ҡушаев бик ҙур ныҡышмалылыҡ күрһәтә. Кешеләргә, халыҡтың ихтыяждарына иғтибарлы булыуы арҡаһында тормошонда шатлыҡтар ҙа күрергә, ҡайғылар ҙа кисерергә тура килә. Өфөлә уларҙың ике ҡыҙы тыуа. Әммә 1923 йылда тыуған Миңһылыу исемле ҡыҙҙары ун биш кенә айлыҡ сағында дифтериянан үлеп ҡала. Рабиға был юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Ә инде 1925 йылда тыуған икенсе ҡыҙҙары Динә (аҙаҡ ул Таңһылыу Ҡушаева булып йөрөй), Ленинградта Ваганова исемендәге хореография училищеһын тамамлап, Пермь дәүләт опера һәм балет театрының солисткаһы булып китә, уға РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы тигән юғары исем бирелә.

Ләкин әле беҙ Ҡушаевтар яҙмышының иң фажиғәле йылдары хаҡында һөйләп китергә тейешбеҙ. Уға тиклем — Ҡушаевтар тормошонда Өфө осоро тураһында һүҙҙе тамамлайһы. Ете йыл буйына Өфөлә йәшәй улар. Рабиға Ҡушаева был дәүерҙә республика ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең үҙәгендә була. Уны Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортона мөдир итеп ҡуялар. Ошонда ул 1929 йылда Өфөнән киткәнгә тиклем етем балаларҙы тәрбиәләү эшенә бөтөн көсөн, йөрәк йылыһын биреп хеҙмәт итә. Ә инде 1929 йылда, Үҙәк аппаратҡа үрләтеү һылтауы менән, Хафиз Ҡушаевты Мәскәүгә, Бөтөн Союз Үҙәк Башҡарма Комитетына яуаплы эшкә күсерәләр. Рабиға Ҡушаеваға иһә партияның Замоскворецкий район комитеты ниндәй эш таба тиерһегеҙ –

агитация-пропаганда эштәре алып барыу өсөн, имеш, уны туҡыма фабрикаһына швея-мотористка булып урынлаштырырға задание бирә. Ниһайәт, уның теләген үтәп, РСФСР-ҙың Мәғариф халыҡ комиссариатына эшкә алмаҡсы булалар. Бында ул Н.К. Крупская етәкселегендә Рәсәй Федерацияһының Балалар йорттары идаралығы инспекторы булып эшләй. 1937 йылға тиклем ул ошо вазифаны башҡара, әлеге идаралыҡ аппаратында бөтмәҫтөкәнмәҫ чиновник эштәре менән мәшғүл була. Быны инде, милләт әсәһенең, үҙ иленән айырылып, ситлектәге бөркөт һымаҡ, талпынып та, оса алмайынса зарығып йәшәгән йылдары тип иҫәпләргә була торғандыр. Мәкерле Совет етәкселеге бер Хафиз һәм Рабиға Ҡушаевтарҙы ғына түгел, Башҡортостандың күпме аҫыл дәүләт эшмәкәрҙәрен ул йылдарҙа Мәскәүҙәге Үҙәк аппаратҡа күсергән булып, үҙ мөхитенән, үҙ халҡынан, үҙ тамырынан айырып алды. Муса Мортазин, Муллаян Халиков, Харис Йомағолов, Әхмәҙулла Бейешев һымаҡ үҙ милләтенең, республикаһының мәнфәғәттәренә тоғро ҡалған күпме арҙаҡлы эшмәкәрҙәребеҙҙе Мәскәүҙең йырып сыҡҡыһыҙ ваҡ һәм уртаса чиновниклыҡ аппараттарына илтеп тыҡтылар ул йылдарҙа. Әммә был аппарпт уйынын да оҙаҡҡа ебәрмәнеләр. Сөнки алда 1937 йыл бар ине.

1937 йылдың йәйендә Ҡушаевтар ғаиләһе Мәскәү эргәһендәге дачала йәшәгән ваҡытта була был хәл. (Хафиз Ҡушаевҡа, ВЦИК-тың яуаплы хеҙмәткәре булараҡ, хөкүмәт дачаһында айырым коттедж бирелә.) Рабиға Ҡушаева Калинин ҡалаһында балалар йорттарының эшен тикшереү буйынса сираттағы командировканан һуңғы электричкала ҡайтып төшөп, киске сәғәт ун берҙә дача ҡаласығын уратып алған ҡойма буйындағы һуҡмаҡ буйлап килгән сағында уны, сикәһенә төбәп атып, үлтереп китәләр. Янында булған аҡсаһына ла, документтарына ла, бер генә әйберенә лә теймәгәндәр. Үлтереүсене эҙләүсе лә, табырға ынтылыусы ла булмай. Бер ай үтер-үтмәҫтән, Хафиз Ҡушаевты ҡулға алалар һәм 1937 йылдың сентябрендә, «халыҡ дошманы» тигән ғәйеп тағып, атырға хөкөм итәләр.

Ҡушаевтарҙың биш йәшлек улы Иректе Мәскәүҙәге студент туғандары, ҡарарға бер ниндәй ҙә мөмкинселектәре булмағанлыҡтан, балалар йортона бирергә мәжбүр була. Үкенескә күрә, аҙаҡ Ирек Ҡушаевты улар бер ҡайҙан да эҙләп таба алмайҙар. Ә инде ата-әсәһенән ун ике йәштә үкһеҙ етем ҡалған Динә (Таңһылыу) Ҡушаеваға Ленинградта уҡыуын имен-аман дауам итергә насип була.

Бер ғаилә фажиғәһе... Ә, бәлки, милләтебеҙҙең бер ғаилә яҙмышы аша үткән мәңге уңалмаҫ йөрәк яраһылыр. Шул йөрәк яралары үҙҙәренең бөтөн ғүмерҙәрен халҡыбыҙ өсөн изгелекле хеҙмәткә арнаған бөйөк шәхестәребеҙҙең исемдәрен һәр саҡ иҫкә төшөрөп тора. Улар араһында аҫылдарҙан-аҫыл,

ҡаһарман рухлы башҡорт ҡатыны — милләтебеҙ әсәһе тйгән илаһи исем менән танылған Рабиға Янғол ҡыҙы Ҡушаева ла бар. Был ҡаһарман шәхестәребеҙҙең иҫтәлегенә һәм изгелекле эштәренә ҡарата күңелдәребеҙҙә мәңгелек хөрмәт һәм рәхмәт тойғоһо йәшәй.

* * *

Әҙәбиәт: Насиров Р., Сөләймәнова Р. Милләтебеҙ инәһе // Башҡортостан. 1993 йыл, 20—22 октябрь; Сулейманова Р. Рабига Кушаева // Ватандаш. 1997, № 3. 169—176-сы биттәр; Насиров Р. Уҙамандарҙы әҙләйем. Өфө: «Китап», 1997. 212—252-се биттәр.

Ғәли (Ғәлимйән) Ишмырҙин

(1903—1942)

Ауырғазы районы Мораҙым ауылының әргәһендәге тумалаҡ ҡына тау башында, ысын самолетты бейеккә күтәреп, һәйкәл ҡороп ҡуйғандар. Алыҫтан, ҡанаттарын киреп, бына-бына осоп китерҙәй булып күренгән һәйкәл Өршәк буйының бөркөт йөрәкле ир-уҙамандары — хәрби летчиктар Ғәли Ишмырҙин менән Мөҙәрис Аҡбулатов хөрмәтенә ҡуйылған. Беренсе башҡорт летчигы Ғәли Мөхәмәтйән улы Ишмырҙиндың тыуыуына йөҙ йыл тулған көндәрҙә, 2003 йылдың йәйендә, Башҡортостан РОСТО советы рәйесе генерал Таңғатаров тырышлығы арҡаһында ҡоролдо был самолет-һәйкәл.

Ғәли Ишмырҙин тураһында һөйләр алдынан Мөҙәрис Аҡбулатов тураһында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт биреп үтәйем. М. Аҡбулатов та, Ғ. Ишмырҙин һымаҡ уҡ, хәрби летчик, дөрөҫөрәге, һынаусы летчик. Ошо уҡ Ауырғазы районы Уҫман (Ҡаҙморон) ауылында тыуып үҫкән башҡорт егете. Ул да, өлкән милләттәше, ырыуҙашы Ғ. Ишмырҙин һымаҡ уҡ, йәштән авиацияға ғашиҡ егет була, хәрби летчиктар училищеһын тамамлай, майор званиеһына тиклем хеҙмәт юлы үтә һәм, үкенескә ҡаршы, отставкаға сығырға тип кенә йөрөгән сағында, самолетта һәләкәткә осрай. Нихәл итмәк кәрәк, хәүефле шул инде ул летчик һөнәре. Әйткәндәй, минең ғаилә альбомымда бер туған ағайым Урал Шәкүровтың 1954 йылда Мөҙәрис Аҡбулатов менән бергә төшкән фотоһы һаҡлана. Урал ағайым ул ваҡытта хәрби летчиктар училищеһы курсанты ине. Йәйге хәрби уҡыуға барғас, күрше частағы башҡорт егеттәрен эҙләп барған һәм үҙебеҙҙең Өршәк буйы егете Мөҙәристе осратып, иҫтәлеккә фотоға төшкәндәр. Һанаулы ғына сәғәттәр эсендә улар шулай осрашып хушлашҡандар. Зәңгәр күк киңлектәре тураһында хыялланып йәшәгән яҡташыбыҙ менән уның тәүге һәм һуңғы осрашыуы шулай булған. Мөҙәрис Аҡбулатовтың ғаиләһе иһә, үҙе һәләк булғас, Өфөгә ҡайтып төпләнгән. Уның улы Илдар Аҡбулатов тарихсы һөнәрен һайланы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләне,

байтаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры вазифаһын башҡарҙы. Хәҙер ҙә ул ғилми эш менән шөғөлләнә. Бөркөт йөрәкле яҡташым Мөҙәрис Аҡбулатов тураһында әйтәһе һүҙем әлегә шул ғына.

Был яҡты донъяла ни бары 39 йыл ғүмер кисереп, республикабыҙ тарихында онотолмаҫ яҡты эҙ ҡалдыра меркет-мең башҡорттарының ҡыйғыр бөркөтө Ғәли Ишмырҙин.

Башҡорттарҙан һәм Башҡортостандың беренсе летчигы, хәрби осоусы, республикала авиацияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғәли (тулы исеме Ғәлимйән) Мөхәмәтйән улы Ишмырҙин 1903 йылдың 15 мартында элекке Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең олоҫо Иҫке Мораҙым (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы) ауылында тыуған. 1916 йылда тыуған ауылында башланғыс мәктәп тамамлай. 1917—1919 йылдарҙа ауылда йәшәй, крәҫтиән хеҙмәте менән шөғөлләнә. 1920 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа һәм айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә башлай. 1921—1922, 1922—1923 йылдарҙа — 1-се Башҡорт бригадаһында, 6-сы уҡсылар полкында ҡыҙылармеец. 1925 йылда — Баҡыла ҡыҙыл командирҙар курсын, 1928 йылда летчиктарҙың хәрби-теоретик мәктәбен тамамлай. Хәрби летчик званиеһын ала.

1934 йылдың 17 декабрендә Ғәли Ишмырҙин, республика хөкүмәтенең юллауы буйынса һәм СССР оборона халыҡ комиссарының фарманы менән Өфө аэроклубы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Оҙаҡ та үтмәй, Башҡорт АССР-ы Осоавиахимының авиация бүлеге етәксеһе вазифаһы ла йөкмәтелә.

Авиацияла инде хәрби осоусы булараҡ ҙур абруй ҡаҙанған, бик күп тормош һынауҙары үткән, һәр йәһәттән яҡшы әҙерлекле яҡташыбыҙ, тиҙ арала йыйынып, юлға сыға һәм 1935 йылдың ғинуарында Өфөгә ҡайтып төшә. Ҡайтыу менән, ең һыҙғанып, республикала авиацияны ойоштороу эшенә тотоноп китә. Уға тиклем Өфөлә Ҡыҙыл Һауа Флоты дуҫтарының Башҡортостан йәмғиәте эшләп килә, авиация тураһында ғәйәт киң пропаганда эше йәйелдерелгән була. Ул ҡайтырҙан алдараҡ, 1934 йылдың 5 майында, Өфөлә аэроклуб асыла. Әммә, ойоштороу менән генәме ни, уны бит юлға һалырға кәрәк. Ишмырҙинды Өфө аэроклубы тип аталған ойошма ташландыҡ сиркәү рәүешендә ҡаршы алды, тип яҙа, мәҫәлән, «Бөркөт осмай түҙәме» тигән очеркында билдәле журналист Фәрит Вахитов һәм артабан ошолай тип дауам итә: «Бер нисә самолет ҡайтарылған, парашют вышкаһы ҡуйылған, осоу-планер станцияһы бар. Әммә былар бөтөнөһө лә ҡыҙғаныс хәлдә. Ағиҙел аръяғындағы аэродром тигән урын, Хоҙай нисек яралтҡан, шулай: соҡор-саҡыр, ҡыуаҡлыҡ. Ундағы бина ла шул уҡ ташландыҡ сиркәү булып сыҡты. Эште саң борҡоп

торған шарттарҙа башларғамы? Уҡырға теләүселәр күп, ләкин кластар юҡ…» Аэроклубтың яңы етәксеһе осһоҙ-ҡырыйһыҙ ойоштороу эштәренә сума. Уға

тиклем бында берәр урынлы ике планер, алты парашют һәм бер У-2 уҡыу самолеты ғына була. Аэроклубтың ангары ла, осоусы кадрҙары ла булмай әле. «1938 йылда бында ҡырҡ биш самолет бар ине, ә һуғыш алдынан уларҙың һаны алты тиҫтәнән артып китте», — тип яҙа элекке летчик-инструктор, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Глеб Баранов. Ғәли Ишмырҙин етәкселек иткән осорҙа республикабыҙ баш ҡалаһындағы аэроклуб илебеҙ оборонаһын нығытыу йүнәлешендә таң ҡалырлыҡ ҡаҙаныштар яулай. Бында әгәр ҙә 1935 йылда 14 осоусы әҙерләнгән булһа, 1940 йылда Ҡыҙыл Армияның Хәрби Һауа Көстәренә

— 849, һуғыш алдынан иһә 1149 летчик әҙерләп сығарыла. Өфө аэроклубы Союз күләмендә иң алдынғы урындарҙы биләй. Өфөнән тыш, Ғ.М. Ишмырҙин Стәрлетамаҡта, Белоретта аэроклубтың филиалдарын ойоштора, уларҙың эшенә лә етәкселек итә. Ләкин дан ҡаҙанып өлгөргән летчик һәм етәксе Ғәли Мөхәмәтйән улына ла ҡәһәрле 1937 йылдың ауыр һынауҙары аша үтергә тура килә. Шул йылдың октябрендә ул ялған донос буйынса ҡулға алына һәм ярты йыл буйы төрмәлә ултырып сыға. Бер туҡтауһыҙ ҡабатланып торған һорау алыуҙар, язалауҙар һаулығын ҡаҡшата. Төрмәнән сыҡҡас, тыуған ауылына, ата йортона ҡайтып, ауылдаштарының ихлас ярҙамы, ата-әсәһенең хәстәрлеге менән аяҡҡа баҫа һәм яңынан элекке эшенә ҡайта. Ул юҡ саҡта етәкселек төрлө үткенселәр, карьеристар ҡулына ҡалып, бөтөн эш тырым-тырағай килтерелгән була. Ғәли Ишмырҙинға күп нәмәне аяҡҡа баҫтырырға, яңынан башларға кәрәк була. Йәштәрҙә теләк, энтузиазм көслө. Ғәли шуға ышана, ғәҙелһеҙлеккә, яуызлыҡҡа ҡарап, рухын төшөрмәй. 1938 йылдың 18 авгусында тәү башлап Авиация көнө үткәрелә. Ғәли Ишмырҙин шул айҡанлы республика йәштәренә мөрәжәғәт менән сығыш яһай. «Йәштәр — самолетҡа!» тигән өндәмә тарата. Үҙе кеүек үк күкте, бейеклекте һөйгән Башҡортостан йәштәрен ул осоусы һөнәренә өйрәтте, уларҙың күңелендә ҡыйыулыҡ, батырлыҡ сифаттарын тәрбиәләне, көтөлмәгән ҡатмарлыҡтар, ҡурҡыныс хәлдәр алдында юғалып ҡалмаҫҡа күнектерҙе. Өфө аэроклубы яңынан ил күләмендә алдынғылар рәтенә сыҡты. Һанаулы ғына йылдар эсендә Өфөлә хәрби осоусыларҙың Ишмырҙин мәктәбе формалашты. 1939 йылдың 18 авгусында «Красная Башкирия» гәзитендә хәбәр ителеүенсә, мәҫәлән, Ғ.М. Ишмырҙин эшләгән өс йыл ваҡыт эсендә осоусылар әҙерләү 15 тапҡырға, самолеттар һаны 26 мәртәбәгә арта, ә парашюттан һикереү йылына бер меңдән артып китә. Уның уҡыусылары йыл һайын хәрби училищеларға юллана. Башҡортостан планеристары ярыштарҙа Бөтөн Союз һәм донъя рекордтары ҡуя. Өфө аэроклубын тамамлаусылар 1939—1940 йылдарҙа уҡ әле, Хәсән күле һәм Халхин-Гол райондарында, шулай

уҡ аҡ финдар менән һуғыштарҙа ҡатнашып, юғары хәрби әҙерлек өлгөләре күрһәтәләр. Стәрлетамаҡ аэроклубы эш һөҙөмтәләре буйынса 1940 йылда илдә

— икенсе, Белорет аэроклубы иһә 1941 йылда Бөтөн Союз Ярыштарында беренсе урынды алыуға өлгәшә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән аэроклубтың курсанттары һәм инструкторҙарҙың күбеһе фронтҡа китә. Ғәли Ишмырҙин һәм уның менән бергә бер төркөм авиация белгестәре, осоусылар һәм парашютистар әҙерләүҙе дауам итер өсөн, Өфөлә ҡалдырыла.

Ғ.М. Ишмырҙиндың ҡул аҫтында тәрбиәләнеп сыҡҡан йөҙҙәрсә летчиктар, авиация техниктары, механиктар яу ҡырында батырҙарса алыша. Уларҙың барыһы ла тип әйтерлек ордендар һәм миҙалдар менән наградлана, ә инде Өфө аэроклубын тамамлаған 14 кеше Советтар Союзы Геройы тигән исемгә лайыҡ була. Шул иҫәптән Муса Гәрәев бөйөк Еңеү көнөн күкрәгендә ике Алтын Йондоҙ менән ҡаршы ала.

Ғәли Ишмырҙин 1940 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. 1942 йылда уға авиация майоры званиеһы бирелә. Әммә шул уҡ йылдың 9 авгусында данлы хәрби осоусы, Башҡортостан хәрби летчиктарының остазы һәм тәрбиәсеһе Ғ.М. Ишмырҙиндың ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлөп ҡала. Ғәли Ишмырҙин асылда халҡыбыҙға дошман әҙәмдәрҙең яуыз эштәре һөҙөмтәһендә һәләк була. Ул фажиғә көнөндә Ғәли Ишмырҙин самолетта Стәрлетамаҡ янындағы аэродромдан күтәрелә. Әммә, ергә ултырыу ваҡыты еткәс, боролош яһаған ваҡытта машина кинәт түбәнгә табан шыҡыйып төшә башлай һәм, хужаһына буйһонмай, бер нисә секунд эсендә ергә ауып төшә. Летчик: «Тәрәнлек руле эшләмәне», – тип әйтеп өлгөрә. Ә авария сәбәптәрен тикшереү өсөн ойошторолған рәсми комиссия билдәләүенсә, әлеге тәрәнлек руленең тростары игәп ҡуйылған булып сыға. Бындай осраҡтар, йәғни самолеттарҙың идара итеү тростарын өҙөлөр-өҙөлмәҫ кенә хәлгә еткереп игәп ҡуйыу, унан алда ла булған да бит. Үкенескә ҡаршы, самолетты осорға әҙерләүселәр һиҙгерлек күрһәтмәй. Шулай һәләкәткә осрай Башҡортостандың беренсе летчигы Ғәли Мөхәмәтйән улы Ишмырҙин.

Һуғыштан һуң Өфө аэроклубы спортсы-летчиктар һәм парашютистар әҙерләй. Унда тәрбиәләнеүселәр күп кенә йылдар буйы Бөтөн Союз, Европа һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындарҙы алыуға өлгәшә. Ғәли Ишмырҙин Борисоглебск ҡалаһында летчиктарҙың хәрби-теоретик мәктәбендә уҡыған саҡта Вера Павловна Васильева тигән ҡыҙға өйләнгән була.

Ҡатыны Ғәли Мөхәмәтйән улы һәләк булғандан һуң береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән тороп ҡала. Һөйөклө тормош юлдашынан тороп ҡалған өс баланы ла ул, матур итеп тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтыра. Өлкән улдары ауыл хужалығы институтын тамамлай, икенсе улдары шофер булып эшләп, пенсияға

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]