Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

ar_1177_a_1185_ly_bash_1185_orttar

.pdf
Скачиваний:
119
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
12.17 Mб
Скачать

бер йорт, һәр бер этаж, ерҙең һәр аҙымы өсөн һуғышыусы совет яугирҙарының ниндәй түҙемлек һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүҙәре тураһында уйламайынса булдыра алмай инем».

Илебеҙ халҡы фашистик Германияға ҡаршы көрәштә бик күп ҡорбандар бирҙе, бик күп юғалтыуҙар кисерҙе. Күпме аҫыл ир-егеттәребеҙ, ҡатынҡыҙҙарыбыҙ яу ҡырында ятып ҡалды. Хәрби һауа көстәрендә лә юғалтыуҙар күп булған икән шул. «76-сы штурмлау авиаполкында мин хеҙмәт иткән осорҙа, летчиктар составы кәм тигәндә өс тапҡыр яңырҙы», — тип яҙа Муса Гәрәев. Бәхеткә, уның үҙенә һәм ул етәкселек иткән төркөмдәргә барлыҡ осоштарҙы ла аҙ юғалтыуҙар менән үткәрергә насип була. Ә бит фронтта үткән мең көнгә яҡын ваҡыт эсендә 250 хәрби осош тура килә уға. Штурмлау авиацияһы өсөн был үтә күп тип ҡабул ителә.

Хәрби осоштар мәсьәләһендә ошондай бер үҙенсәлекте лә билдәләп үтә автор. Баҡһаң, был иҫәпкә бары тик уңышлы үткән хәрби осоштар ғына инә икән дә баһа! Задание үтәлергә, хәрби запас тулыһынса ҡулланылырға тейеш — бына шундай талап. Шул айҡанлы автор ошондай ваҡиғаны иҫенә төшөрә:

«1943 йылдың 8 ноябрендә, ти ул, мин туй үткәргән көндөң иртәгеһенә, командирыбыҙ майор Семенов етәкселегендә тотош полк хәрби задание үтәү өсөн осошҡа юлланды, әммә, ҡуйы томан арҡаһында, Днепр аръяғында бомбаға тоторға тейешле урынды таба алманы. Был осош хәрби осоу иҫәбенә индерелмәне». Шулай уҡ самолеттарҙы авиазаводтарҙан, ремонт мастерскойҙарынан осороп алып килеү, бер аэродромдан икенсеһенә күсенеү, йәш летчиктарҙы осорға әҙерләүҙә ҡатнашыу, ағымдағы ремонттан һуң самолеттарға һынау үткәреү — быларҙың барыһы ла хәрби осоу иҫәбенән төшөп ҡала. Шунан уйлап ҡарағыҙ инде: ниндәйерәк көсөргәнешле эш ул һуғышта булған меңгә яҡын көн эсендә, бихисап бүтән төрлө хеҙмәт вазифаларын үтәү менән бергә, 250 хәрби осош яһау!

Муса Гәрәев фронтта илебеҙ летчиктарының үҙ-ара дуҫлығын, хәүефле шарттарҙа бер-береһен ҡотҡарырға әҙер тороуын күрһәтеүсе фәһемле хәлваҡиғаларҙы иҫкә алып үтә. «1939 йылдың йәйендә үк әле япон самурайҙары менән һуғышта совет летчигы С.И. Грицевец командирының самолеты дошман территорияһына ултырырға мәжбүр булыуын күреп ҡала һәм, уның янына төшөп, үҙенең бер урынлы самолетына ултыртып, ҡамап алырға тип йүгерешкән япон һалдаттарының күҙ алдында, танау төбөндә тиерлек күккә күтәрелеп китә. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы С.И. Грицевецтың батырлығы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өлгөгә әйләнде. Бары тик беҙҙең 76-сы штурмлау авиаполкында был батырлыҡ өс тапҡыр ҡабатланды, ә бер тапҡыр баштан аҙағына тиклем минең күҙ алдында эшләнде», — ти Муса

Гәрәев.

Муса үҙенең хәрби оҫталығы, таҫыллығы, дуҫтарына яҡшы мөнәсәбәте, намыҫлы булыуы менән яуҙаштары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙана. Уны юғары командование ла ихтирам итә, яҡын күрә. Бына һауа һуғышы барғанда булып үткән бер хәл.

Һауала һуғыштың ҡыҙыу бер мәлендә ул шлемофонының наушнигында эфирҙағы шатырлау тауыштары аша:

Муса! Тыңла мине, Муса, мин — Тимофей Тимофеевич, — тигән һүҙҙәр ишетә. Был уға һауа армияһы командующийы Т.Т. Хрюкин шулай исеме менән өндәшә.

Беҙ уны яратыу ғына түгел, фәрештә урынына күрә инек, уның приказын үтәүҙе мин бәхет итеп һанай инем, — тип хәтерләй Муса Ғайса улы. — Уның тауышы миңә өр-яңы көс биргәндәй булды, әйтерһең, атайым эргәмдә һымаҡ тойҙом. Тимофей Тимофеевичтың исемемде белеүе, минең ошо мәлдә һауала булыуымды күреп-күҙәтеп тороуы һәм минең, ул нимә әйтһә, барыһын да мотлаҡ эшләйәсәгемә ышаныуы — был үҙе үк оло хуплау, ауыр фронт тормошона йәм биреүсе бер байрам ине.

Был юлдарҙы уҡығанда күңелдә яҡты хистәр тыуа, ғорурлыҡ менән: «Булған бит аҫыл ил ағалары, булған бит илдә батырҙар!» — тип уйлайһың.

1943 йылда Муса Гәрәев тағы бер осоусы-ас, буласаҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Әмәтхан Солтан менән таныша. Атаһы яғынан — дағстанлы, әсәһе яғынан — Ҡырым татары Әмәтхан һәм Муса оҙаҡ ваҡыт күрше полктарҙа хәрәкәт итәләр, бер үк аэродромдан осалар, йыш ҡына бер үк алыштарҙа ҡатнашалар һәм эфирҙағы тауыштар араһында бер-береһен бик тиҙ танып ала торған булалар. Уларҙың дуҫлығы ғүмерлеккә әйләнә. Һуғыштан һуң да улар күрешеп, аралашып торалар. Ғөмүмән, Муса Гәрәев үҙенең хәрби дуҫтарын онотмай, китабында уларҙың бик күптәре тураһында йылы тойғолар менән иҫкә ала, иҫән ҡалғандарының хат аша ғына булһа ла хәлдәрен белешеп тора. Был, әлбиттә, уның оло кешелек сифаттары тураһында һөйләй.

Полктағы дуҫтары, командирҙар Мусаның үҙенә лә хөрмәт менән ҡарай. Ә инде бер көндә ике Советтар Союзы Геройы Алтын Йондоҙо менән Ленин ордены тапшырылғас, уның ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ өсөн, хәрби осоштарға ебәрмәү сараһын күрә башлайҙар. Был наградаларҙы уға 1945 йылдың 1 майында Көнсығыш Пруссиялағы Растенбург аэродромында һауа армияһы командующийы Т.Т. Хрюкин тапшыра. Муса, әлбиттә, хәрби заданиелар үтәү өсөн осмайынса түҙмәй. «Бындай хәлдә ҡалыуым арҡаһында мин иптәштәремдең күҙҙәренә тура ҡарай алмай башланым», — ти ул. Ә бер көндө, полк командирының рөхсәтенән тыш, штаб начальнигының урынбаҫары

майор Иван Шевчук менән бергә әле һаман да ҡаршылыҡ күрһәтеүсе дошман позицияларын разведкалау маҡсатында осош та яһай.

«Был минең һуңғы хәрби осошом булырын мин ул саҡта әле белмәй инем»,

— тип хәтерләй ҡаһарман летчик. Сөнки тиҙҙән, бик тиҙҙән Еңеү көнө иғлан ителә. Ә Муса Гәрәевте шул осош көнөндә, сәғәтендә үк полк командиры отпускыға оҙата. Аҙаҡ беленеүенсә, әлеге осош ваҡытында самолет теткеләнеп бөтә, М. Гәрәев менән И. Шевчук аэродромға көс-хәл менән килеп еткән булып сыға. 250-се хәрби осош бына шундай була.

Муса Гәрәев башҡорт халҡының барлыҡ күркәм һыҙаттарын үҙенә туплаған. Ул ҡыйыу ҙа, батыр ҙа, саф намыҫлы, ихлас күңелле кеше булыуы менән дә замандаштары араһында оло хөрмәт ҡаҙана. Бөйөк илдең ҡайнар йөрәкле патриоты булыу менән бергә, ул һәр ваҡыт үҙ милләте менән ғорурланып йәшәй. Автобиографияһында үҙ ҡулы менән: атайым да, әсәйем дә башҡорт, үҙем дә башҡорт тип һыҙыҡ өҫтөнә алып билдәләп үтә. Күренекле яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡов уның хаҡында ошондай бер эпизодты иҫкә ала:

«Бер мәл февраль аҙаҡтарында Күгәрсен районынан ҡайтып киләбеҙ. Бер нисә көн йөрөнөк, бер нисә ауылда халыҡ менән осраштыҡ. Мораҡта ҙур кисәлә сығыш яһаныҡ. Ағайҙың кәйефе күтәренке, бер нисә тапҡыр: «Минең халҡым бар, шуға ышандым», — тип ҡабатланы». Шул ваҡыт ул Булат Рафиҡовҡа: «Булат, һин боронғо тарихты, ырыуҙарҙы яҡшы беләһең. Минең ырыуым ниндәй? Шуны асыҡларға ярҙам ит», — тип мөрәжәғәт итә. Яҙыусы архив документтары аша уның атаһы яғынан — гәрәй-ҡыпсаҡ, әсәһенең тамъян ырыуынан булыуын асыҡлай.

Китабында «Беҙ — Илеш башҡорттары тигәнде йыш ҡабатлай, ә үҙен ҡыпсаҡ тип атар ине», — тип хәтерләй аҙаҡ Булат Рафиҡов был турала.

Халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың даны булып йәшәй Муса Гәрәев беҙҙең күңелдәрҙә.

* * *

Әҫәрҙәр: Үҙем — ерҙә, күңелем — һауала // Ағиҙел. 1980, № 5—7; Штурмовики идут на цель. 5-е изд. Уфа: Китап, 1990; Живу и помню. Литературная запись ЮрияДеля. Уфа: Китап, 1997.

Әҙәбиәт: Люди бессмертного подвига. Кн. 1. М., 1965; Славные сыны Башкирии. Кн. 1. Уфа, 1965; Паль Р. Есть у неба земля. Уфа, 1975; Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996; Рафиҡов Б. Муса китабы // Башҡортостан. 1997, 8 июль.

Зекериә Аҡназаров

(1924—2000)

Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан Республикаһының күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, халыҡ араһында оло хөрмәт ҡаҙанған талантлы етәксе. Уның 38 йәшендә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе итеп һайланып, 24 йыл буйы, пенсияға киткәнгәсә, шул яуаплы вазифаны ҙур уңыш менән башҡарыуы йөмһүриәтебеҙ тарихында бик һирәк һәм күркәм күренеш булараҡ баһалана.

3.Ш. Аҡназаров 1924 йылдың 22 авгусында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Баймаҡ районы) Ямаш утарында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 10-сы йылдарҙа, Столыпин реформаһы ваҡытында 1-се Этҡол ауылынан бүленеп сығып, урман төпкөлөнә барып ултырған был утарҙа йәшәүселәр урман эше, ҡул көсөн ҡулланып таҡта ярыу, бура бурау, йорт һалыу, эзбиз яндырыу менән көн күрә. 1931 йылда, бөтөн ил буйынса мәжбүри башланғыс белем биреү тураһында закон ҡабул ителеү айҡанлы, Ямаш утарында ла башланғыс мәктәп асыла. Зекериә Аҡназаров, ошо мәктәптә башланғыс белем алғандан һуң, 1935 йылда 1-се Этҡол ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Бында ул Фатима Ғәниева, Шакир Мостафин, Мөхәммәт Әлибаев, Хәким Байназаров кеүек арҙаҡлы уҡытыусыларҙан һабаҡ ала. Зекериәгә уларҙың һәм, ғөмүмән, мәктәптә уҡыуға, белем алыуға ҡарата һәйбәт атмосфераның йоғонтоһо ҙур була. Нәҡ ошо осорҙа Фатима Ғәниева апайҙары СССР Юғары Советына депутат итеп һайлана (1937), Ленин ордены менән наградлана. 1938— 1941 йылдарҙа 3.Ш. Аҡназаров ул ваҡытта бөтөн республикала дан тотҡан Темәс башҡорт педагогия училищеһында уҡый. Училищела ул дәүерҙә Сәлих Алсынбаев, Хәбир Фәритов, Ғәле Ғүмәров һымаҡ тәрән белемле, тәжрибәле педагогтар уҡыта. Педучилищены тамамлап, 1941—1942 уҡыу йылында Баймаҡ районы Мырҙа башланғыс мәктәбендә балалар уҡыта. 1942 йылдың авгусынан

1945 йылдың ноябренә тиклем Совет Армияһы сафтарында була. Бында ул автоматсылар полкында хеҙмәт итә, полк мәктәбен тамамлай, отделение командиры, взвод командирының ярҙамсыһы вазифаһын атҡара. 1945 йылда ВКП(б) ағзалығына ҡабул ителә. 1945 йылдың аҙағында, армиянан демобилизацияланып ҡайтыу менән, уны ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитетының икенсе секретаре итеп һайлап ҡуялар. Әммә тиҙҙән, 1946 йылда, 3.Ш. Аҡназаровты Свердловскиға (хәҙерге Екатеринбург) ике йыллыҡ партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. 1948 йылда партия мәктәбен тамамлағандан һуң ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетына пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләнә. Бында йәш, эшлекле комсомол етәксеһе ни бары өс йыл эсендә пропаганда һәм агитация буйынса секретарь, беренсе секретарь дәрәжәһенә тиклем үҫә. 1950 йылда, ситтән тороп, К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих бүлексәһен тамамлай. 3.Ш. Аҡназаров беренсе секретарь булып эшләгән йылдар (1951— 1954) Башҡортостан комсомолы тарихында һәйбәт эҙ ҡалдыра, был эш уның үҙе өсөн дә етди тормош мәктәбенә әйләнә. «Нәҡ бына комсомолда беҙҙең күптәребеҙ, — тип хәтерләй ул үҙе шул йылдар тураһында, — сәйәси сынығыу алды, йәмәғәт эшмәкәрлеге тәжрибәһе тупланы, хужалыҡ сослоғона өйрәнде».

1953 йылдың декабрендә Башҡортостанға күренекле совет партия һәм дәүләт эшмәкәре С.Д. Игнатьев икенсе тапҡыр КПСС өлкә комитетының беренсе секретаре булып эшкә килә (беренсе мәртәбә ул 1943—1946 йылдарҙа ошо уҡ вазифаны башҡара). Ике ай үтеүгә, С.Д. Игнатьевтың тәҡдиме менән, 3.Ш. Аҡназаровты КПСС өлкә комитетының партия органдары бүлеге мөдире итеп раҫлайҙар. Был ваҡытта уға утыҙ йәш тә тулмаған була. «Партия органдары бүлегенә мин алты йыл — 1954 йылдан алып 1960 йылға тиклем етәкселек иттем, — ти Зекериә Шәрәфетдин улы. — Башта С.Д. Игнатьев, унан һуң 3.Н. Нуриев етәкселегендә эшләнем». Ошо йылдар эсендә 3.Ш. Аҡназаров ойоштороу эшенең бик күп нескәлектәренә төшөнә, үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, сәйәси эшмәкәрлек сфераһына ныҡлап инеп китә. 1960—1962 йылдарҙа ул Мәскәүҙә, КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһында уҡый. Кандидатлыҡ имтихандарын тапшыра, диссертация өҫтөндә эшләй башлай. Әммә уның тормошонда тағы ла көтөлмәгән ҡырҡа боролош барлыҡҡа килә һәм пландарҙы үҙгәртергә тура килә. Эш шунда: 1962 йылдың ғинуар аҙаҡтарында уға КПСС өлкә комитетының беренсе сәркәтип 3.Н. Нуриев шылтырата һәм Республика Министрҙар Советының рәйесе вазифаһына тәҡдим ителәсәге тураһында хәбәр итә. «Мин бындай юғары вазифаны башыма ла килтермәй инем», — тип иҫкә төшөрә 3.Ш. Аҡназаров. Тиҙҙән, КПСС Үҙәк Комитетында тейешле төрлө һөйләшеүҙәр-

әңгәмәләр үткәрелгәндән һуң, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессияһы уны Башҡортостандың Министрҙар Советы рәйесе итеп һайлап та ҡуя. Ошо оло вазифаны 3.Ш. Аҡназаров, әйткәнебеҙсә, сирек быуат буйы тиерлек, 1986 йылда пенсияға киткәнгә тиклем, башҡара. Ул республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерҙе, министрлыҡтар, халыҡ депутаттарының район һәм ҡала Советтары эшмәкәрлеген яҡшыртыу менән даими шөғөлләнде. 3.Ш. Аҡназаров Министрҙар Советы рәйесе булып эшләгән осорҙа Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында иң көслө региондарҙың береһенә әйләнә. Башҡорт АССР-ының етештереү күләме (ауыл хужалығының тулайым продукцияһы менән бергә) 17 миллиард һумға етте. Ун беренсе биш йыллыҡта республика сәнәғәт етештереү күләме һәм дәүләткә малсылыҡ продукттарын һатыу буйынса пландарҙы ваҡытынан алда үтәне, халыҡтың аҡсалата килемдәре 23 процентҡа етте, тауар әйләнеше йылына 4 миллиардтан артып китте. Был күрһәткестәрҙә, әлбиттә, республика Министрҙар Советының һәм уның рәйесенең хеҙмәт өлөшө бәхәсһеҙ.

3.Ш. Аҡназаров VI—IX саҡырылыш СССР Юғары Советы (1962—1980), X һәм XI саҡырылыш РСФСР Юғары Советы (1980—1986), IV—XI саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты була. Ул ике Ленин ордены (1971, 1984), Октябрь революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966), Халыҡтар дуҫлығы ордендары, бик күп миҙалдар менән наградланған. 1994 йылдың 27 майында Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты уның 70 йәшлек юбилейын тантаналы билдәләп үтеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Юбилей айҡанлы 3.Ш. Аҡназаровҡа Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының маҡтаулы гражданы тигән исем бирелде. Ауыр һәм болғансыҡ замандарҙа исеменә тап төшөрмәйенсә, намыҫ менән йәшәп, иленә һәм халҡына ысын-ысынында тоғро хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәтеп, оло ил ағаһы булып танылды ул.

3.Ш. Аҡназаров 2000 йылдың 2 апрелендә вафат булды. Башҡалала ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды, бер урамға уның исеме бирелде.

* * *

Хеҙмәттәр: Время. Люди. Мысли. Уфа: Китап. 1994.

Әҙәбиәт: Галин С. Фәһемле хәтирәләр // Башҡортостан, 1994, 6 апр.; 3.Ш. Аҡназаров — ил ағаһы // Башҡортостан, 1994, 4 июнь; Акназаров 3.Ш. // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996.

Йөкмәткеһе

Башҡорт хан (XII б.)

Ҡол Ғәли (1170 йй. тирәһе — XIII б. тәүге яртыһы)

Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди (XIII б. урталары — XIV б. аҙағы) һәм Насретдин әл-Насыри (XIII б. аҙағы — 1351)

Исмәғил Тасимов (XVIII б.) Кинйә Арыҫланов (1723—?)

Юлай Аҙналин (яҡынса 1730—1798 йй.) Салауат Юлаев (1754—1800) Мирсалих Биксурин (1819—1903) Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895) Зәйнулла Рәсүлев (1833—1917) Шаһимарҙан Ибраһимов (1841—1891) Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев (1841—1907) Әбүбәкер Диваев (1855—1933) Ризаитдин Фәхретдинов (1859—1936) Мөхәммәтхан Ҡулаев (1873—1959) Мансур Солтанов (1875—1919) Һибәтулла Мәсәғүтов (1880—1933) Таһир Байышев (1886—1974) Нуриағзам Таһиров (1888—1938) Мөхәммәтша Буранғол (1888—1966)

Әбделҡадир Инан (Фәтхелҡадир Сөләймәнов) (1889—1976) Әхмәтзәки Вәлиди Туған (1890—1970)

Муса Мортазин (1891—1937) Йомабай Иҫәнбаев (1891—1943) Шәриф Манатов (1892—1936) Ғәлимйән Таған (1892—1948)

Дауыт Юлтый (1893—1938)

Ғәзиз Әлмөхәмәтов (1895—1938) Шәһит Хоҙайбирҙин (1896—1924) Миңлеғәле Шайморатов (1899—1943) Рабиға Ҡушаева (1901—1937)

Ғәли (Ғәлимйән) Ишмырҙин (1903—1942) Билал Йосопов (1904—1999)

Һәҙиә Дәүләтшина (1905—1954) Ғабдулла Амантай (1907—1938)

Зәйнәб Биишева (1908—1996) Таһир Күсимов (1909—1986) Жәлил Кейекбаев (1911—1968) Ҡадир Тимерғазин (1913—1963) Хөсәйен Әхмәтов (1914—1993)

Мәғәфүр Хисмәтуллин (1915—2004) Заһир Исмәғилев (1917—2003)

Муса Гәрәев (1922—1987)

Зекериә Аҡназаров (1924—2000)

Рашит Шакур

(Шакуров Рашит Закирович)

Знаменитые Башкиры

Научно-биографические очерки

(на башкирском языке)

Редакция мөдире С.М. Рәхимова Мөхәррире С.М. Рәхимова Рәссамы Р.Р. Ниғмәтуллин Биҙәлеш мөхәррире Ф.Ф. Ислахов Техник мөхәррире Г.А. Янғужина Корректорҙары Ә.И. Илекәева, Ә.Ғ. Теләмова

Йыйырға бирелде 26.10.05. Баҫырға ҡул ҡуйылды 07.12.05. Ҡағыҙ форматы 84*1081/32. Офсет ҡағыҙы № 1. Мәктәп гарнитураһы. Офсет ысулы менән баҫылды. Шартлы баҫма таб. 11,75. Шартлы буяу отт. 20,16. Иҫәп-баҫма таб. 17,74. Тиражы 3000 дана. Заказ № 1. 01.19.05.

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан «Китап» нәшриәте» дәүләт унитар предприятиеһы. 450001, Өфө, Левченко урамы, 4а.

Башҡортостан Республикаһының «Өфө полиграфкомбинаты» дәүләт унитар предприятиеһы. 450001, Өфө, Октябрь проспекты, 2.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]