Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

ar_1177_a_1185_ly_bash_1185_orttar

.pdf
Скачиваний:
119
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
12.17 Mб
Скачать

Салауат Юлаев

(1754—1800)

Салауат Юлаев бюсы. Бронза, 1952.

Скульптор – Т.П. Нечаева.

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле. Суйын, гранит, 1967.

Скульптор — Төнъяҡ Осетия һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ художнигы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты С.Д. Тавасиев, архитектор — И.Г. Ғәйнетдинов.

Башҡорт халҡының тарихында айырыуса дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы. Милли герой, шағир-импровизатор, кешелек донъяһында милли-азатлыҡ хәрәкәттәренең һоҡланғыс етәкселәренең береһе.

Фәндә, әҙәбиәттә, сәнғәттә Салауат темаһы һис ваҡыт тамамланмаҫ илаһи бер темаға әйләнде. Уның хаҡында яҙылған әҫәрҙәр һәм хеҙмәттәр бихисап. Исемен һәм образын башҡорт халҡы үҙ ижадында эпос геройҙарына тиң булырҙай бейеклектәргә күтәрҙе. Милләтебеҙ символы — дәһшәтле һыбайлы Салауат һыны тарихыбыҙҙың яңы боролошонда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербында урын алып, башҡорт иленең ырыҫ, ҡот билдәһенә әйләнде. Салауат исеме — икһеҙ-сикһеҙ ғорурлыҡ, рухи күтәренкелек сығанағы, ул һәр ваҡыт алға әйҙәп тороусы көс, башҡорттоң ҡайнар йөрәк тибеше, мәңге һүрелмәҫ азатлыҡ рухы.

Һәр бер биография, күреүегеҙсә, геройҙың тыуған еренән һәм тыуған йылынан башлана. Тыуған еренә килгәндә, Салауат Юлаев әүәлге Ырымбур

губернаһының Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙөй йорто (олоҫо) (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында арҙаҡлы башҡорт феодалы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған.

Салауаттың атаһы элекке башҡорт ихтилалдарында ҡатнашып, халыҡ яҙмышы өсөн тәрән борсолоу кисереп йәшәгән кеше була. А.С. Пушкиндың уны үҙенең «Пугачев тарихы» китабында «ҡарт боласы» тип атауы бер ҙә осраҡлы түгел.

Юлай аҙаҡ Крәҫтиәндәр һуғышы башланғас та Салауаттың иң яҡын таянысы, хәрби арҡаҙашы булып китә, артабанғы бөтөн ғүмерен уның ауыр яҙмышы менән уртаҡлай. Бөйөк батырыбыҙҙың әсәһе тураһында рәсми мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Фольклор материалдары буйынса, ул белемле ҡатын була (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, исеме Аҙнабикә). Салауат ғаиләлә, ғөмүмән, бик яҡшы тәрбиә ала. Уның бала сағы хаҡында XIX быуат рус яҙыусыһы Ф.Д. Нефедов бына ниҙәр яҙа: «Ғаилә, тәбиғәт һәм мәктәп Салауаттың тәрбиәселәре булдылар; шулар йоғонтоһонда уның көсө, һәләте үҫә һәм буласаҡ геройҙың характерына нигеҙ һалына. Халыҡ яҙмышына төшкән бәлә-ҡазалар тураһында ул үҙҙәренең өйөндә әсәһенең моңло йырҙарын, атаһының һөйләгән һүҙҙәрен тыңлаған; йәйге мәлдә, йәйләү киңлектәрендә, — башҡорттарҙың бәхетле заманалар хаҡында йәнә шул уҡ хикәйәттәре һәм хәтирәләре, бәһлеүәндәр һәм бөйөк ҡешеләр тураһында йырҙар һәм риүәйәттәр... Тәьҫирләнеүсән, дәртле һәм шиғри тәбиғәтле Салауат һәр нәмәгә ҡолаҡ һала, һәр нәмәгә ҡарата үҙ мөнәсәбәтен белдерә, тыуған тәбиғәт матурлығына һоҡланып таң ҡала...

Салауат әсәһен бик ярата, атаһына айырылмаҫ булып эйәләшә; атаһы ҡайҙа барһа — улы ла уның менән.

Атай! Ана тегендә ҡарайып ятҡан нимә ул? — тип һорай Салауат, юлға яҡын ғына күренеп ятҡан күмер өйөмдәренә күрһәтеп.

Был элекке ауыл урыны, — тип күңелһеҙләнеп яуап бирә Юлай. — Уны һин тыуған йылда яндырҙылар.

Ә ни өсөн яндырҙылар? — тйп төпсөнә улы.

Беҙҙекеләр ирек, башҡорттоң әүәлге хоҡуҡтары яғында торҙолар. Шуның өсөн яндырҙылар ҙа инде.

Малайҙың йөҙө ҡара янды, уның ҡара күҙҙәре ут булды.

Ә бына бында, — тип күрһәтте уға атаһы йәнә бер яндырылған ауыл урыны эргәһенән үткәндә, — беҙҙекеләрҙең баштарын балта менән сабып өҙҙөләр, ә ҡайһы берҙәрен бағаналарға аҫтылар...»1

Артабан күрәбеҙ: яндырылған башҡорт ауылдарынан ҡалған күмер киҫәктәре Салауаттың халыҡты көрәшкә әйҙәүгә бер сара булып китә: «Салауат шул күмер киҫәген ауыл һайын күрһәтеп йөрөгән, бөтөн башҡортто аяҡҡа баҫтырып, ҙур ғәскәр йыйған», — тип бәйән ҡыла халыҡ легендаһы. 1773

йылдың октябрендә, 1200 һыбайлы алдында Е.И. Пугачев күтәргән ихтилалға ҡушылырға өндәп, ат өҫтөнә баҫып телмәр әйткән сакта ла Салауат нәҡ ана шул яндырылған ауылдарыбыҙҙың күмерен ҡулына тотоп, башҡорт азатлығы өсөн көрәштә мәңгелек тоғролоҡҡа ант итә. «Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып» исемле атаҡлы ҡобайырында иһә ул, шул уҡ күмер киҫәген тәьҫирле поэтик образ кимәленә күтәреп, былай ти:

Ҡулыма алған был күмер — Йортобоҙҙан ҡалған күмер ул, Утҡа ташланған сабый балалай, Һулҡылдап янған күмер ул,

Ҡулымды яндырған шул күмер Эшебеҙҙә геуаһ булһынсы...

Салауаттың тыуған йылына килгәндә, был мәсьәләлә нигеҙҙә ике төрлө ҡараш йәшәп килә. Беренсеһе буйынса, Салауат 1752 йылда тыуған, тип иҫәпләнелә. Был дата 1797 йылдың 19 майында төҙөлгән Балтик портында тороусы каторга тотҡондары хаҡындағы «Статьялы исемлек»кә ҡарап билдәләнгән. (Унда Салауат — 45, уның атаһы Юлай Аҙналин — 75 йәштә, Ҡәнзәфәр Усаев 62 йәштә тип күрһәтелгән.) Ә инде Салауаттың тыуған айын, көнөн тарихсылар, йылдың уртаһына тура килтереп, шартлы рәүештә 16 июнь тип алған. (Был хаҡта миңә заманында хәҙер инде мәрхүм тарихсы-ғалим Әбүбәкер Усмановтан һорашып белешергә тура килгәйне.) Әйткәндәй, 1952 йылда Салауат Юлаевтың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналары нәҡ әлеге беҙ беренсе тип атаған версия буйынса уҙғарылды.

70—80-се йылдарҙа Салауаттың тыуған йылы мәсьәләһендә был ҡараш шик аҫтына алына башланы. Милли ҡаһарманыбыҙҙың биографияһын өйрәнеүсе күп кенә авторҙар уның хаҡында 1754 йылда тыуған булырға тейеш тигән фекерҙе төрлө яҡлап нигеҙләнеләр. Был йәһәттән иң элек Салауат Юлаев менән бәйле документаль сығанаҡтарҙы ентекләп өйрәнгән билдәле тарих белгесе Инга Гвоздикованың дәлилдәре айырыуса әһәмиәтле. Йәнә һәүәҫкәр тарихсы Ғәзиз Галиндың Салауат Юлаевтың тормошон, уның биографияһына бәйле мөһим даталарҙы асыҡлау һәм аныҡлау буйынса үҙ аллы тикшеренеүҙәре иғтибарҙы йәлеп итерҙәй булды. Төп фекер шуға ҡайтып ҡала: 1797 йылдың 19 майында төҙөлгән «Статьялы исемлек»тә Салауат Юлаевтың ғына түгел, уның менән бергә тотҡонда булғандарҙың барыһының да тиерлек йәштәре, тәүге сығанаҡтар менән сағыштырғанда, арттырылған булып сыға. Тәү сығанаҡтар, йәғни 1774—1775 йылдарҙа ҡулға алынғандан һуң һорау алыу документтарындағы мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда, «Статьялы исемлек»тә

Салауатҡа — 2, Юлайға хатта 7—8 йәш өҫтәлгән. Ҡәнзәфәр Усаев иһә 1774 йылдың 4 авгусында үҙе хаҡында 36 йәштәмен тип күрһәтә, ә 1797 йылғы «Статьялы исемлек»тә уға 62 йәш тип күрһәтелә. Асылда иһә, ул тәүге сығанаҡ буйынса, 59 йәштә булып сыға. Күренекле пугачевсылар Иван Почиталин — 3, Емельян Тюленев бында 2 йәшкә олораҡ күренә. Ни сәбәптән шулай килеп сыҡҡан? Сөнки 1797 йылда әлеге «Статьялы исемлек»те төҙөгән саҡта ҡәлғә комендантының ҡулында каторгаға һөрөлгән пугачевсылар хаҡында элекке исемлектәр йәки башҡа төрлө документтар булмаған, ул яҙмалар «йә юғалған, йә онотолған, ә тотҡондарҙың йәштәрен 1797 йылда уларҙан һорау алғандағы яуаптарына һәм физик хәлдәренә ҡарап күрһәткәндәр»2. Оҙаҡ йылдар ҡаты каторга шарттарында йәшәгән; өҫтәүенә унда ебәрелер алдынан Салауат менән Юлай һымаҡ ҡаты язаланған тотҡондарҙың бер нисәшәр йыллыҡ йәш айырмаһы икеләнеү тыуҙырмағандыр. Шунан сығып, И.М. Гвоздикова, «Статьялы исемлек»тә һөргөндәге баш күтәреүселәрҙең йәштәре сама менән алынған, тип иҫәпләй һәм: «Пугачевсыларҙың 1774—1775 йылдарҙа һорау алғанда биргән күрһәтеүҙәре дөрөҫлөккә яҡын, уларҙы нигеҙ итеп ҡабул итергә кәрәк»,3 — тигән һығымта яһай. Ә инде 1775 йылдың 25 февралендә Сенаттың Йәшерен экспедицияһында һорау алғанда Салауат, 21 йәштәмен, тип белдерә. Шул уҡ йылдың 2 октябрендә, Өфө провинция канцелярияһында Салауат менән Юлай тураһында төҙөлгән мәғлүмәттәр «Теҙмә»һендә лә Салауатҡа 21 йәш тип билдәләнә. Шул нигеҙҙә, беренсенән, Салауат 1754 йылда тыуған, тип раҫлау ышаныслыраҡ булып сыға. Икенсенән, йылдың миҙгеленә килгәндә, март һәм октябрь айҙары арауығына тура килә. Шуға күрә элегерәк билдәләнгән 16 июнь көнөн, шул уҡ урталыҡта булыуы арҡаһында, хәҙер ҙә шартлы рәүештә ҡабул итергә мөмкин. Салауат 1754 йылда тыуған тигән был икенсе ҡараш әлеге ваҡытта фәндә яҡлау тапты. 2004 йылда Салауаттың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы байрамдар ошо фаразға нигеҙләнеп үткәрелде.

Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: уҙған быуаттың икенсе, яртыһында рус тикшеренеүсеһе Р.Г. Игнатьев «Башҡорт Салауат Юлаев, пугачевсы бригадир, йырсы һәм импровизатор» тигән хеҙмәтендә: «Юлайҙың Салауат тигән улы булған, уға Пугачев болаһы алдынан 20 йәш була»,4 — тип яҙа. Унан алдараҡ, 1880 йылда, рус яҙыусыһы Ф.Д. Нефедовтың «Пугачев болаһы алдынан башҡорт хәрәкәте. Башҡорт батыры Салауат»5 тигән очеркында иһә Пугачев ихтилалынан саҡ ҡына алдараҡ ун һигеҙ йәштәге Салауат һыны күҙ алдына баҫтырыла. Ике автор ҙа руссаға тәржемәлә:

Салауат нисә йәшендә? Йәшел генә бүрке башында.

Салауаттың йәшен һораһағыҙ — Батыр булған ун дүрт йәшендә, —

тигән йыр һүҙҙәрен килтерәләр.

Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романында Салауаттың ун дүрт йәштә бер үҙе айыу менән алышып, батырлыҡ күрһәтеүе әҫәрҙәге тотош бер бүлек өсөн нигеҙ итеп алынған.

Салауат хаҡындағы халыҡ йырында иһә шул уҡ строфа, заманалар үтеү менән үҙгәртелеп:

Салауат нисә йәшендә? Йәшел ҡамсат бүрке башында. Салауаттың йәшен һораһағыҙ — Егерме лә ике йәшендә, —

тип йырлана. Хәйер, 1775 йылдың көҙөндә ул егерме икенсе йәше менән барған булһа, был урынлы һымаҡ.

Салауат ун алты-ун ете йәштәрҙә зирәк аҡыллы, урта буйлы, баһадирҙарса мыҡты кәүҙәле, ҡыйыу, тәүәккәл булып үҫеп етә. Ф.Д. Нефедов уның, бил бирмәҫ батыр, көслө һәм ҡеүәтле бәһлеүән булыуы менән бергә, уҡымышлылығы һәм тәрән белемлелегенә айырыуса баҫым яһап, бына нисек яҙа:

«Әммә Салауат физик көскә генә эйә булмаған. Ул — ғилем эйәһе һәм шағир. Ул Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте белә, үҫмер алдында ҡарттар хөрмәт күрһәтеп баш эйә, уның исеме һәр кемдең телендә, уның уҡымышлылығынан муллалар ғына түгел, хатта ахундар үҙҙәре лә ғәжәпкә ҡала»6. Аҡыл һәм белем унда Хоҙайҙан, тиҙәр улар. Нәҡ ошо 16—17 йәштәр тирәһендә ул арҙаҡлы ил сәсәне Байыҡ Айҙар менән осрашып, уның үҙенә төбәп әйтелгән нәсихәттәрен тыңлай.

Салауатта, ти Ф.Д. Нефедов, поэтик тойғо бик иртә уяна. Ожмахтай тыуған Урал тәбиғәте, халыҡ тарихы, башҡорт батырҙары тураһында хикәйәттәр уның күңелендә илаһи хистәр тыуҙыра. Профессор Ә.И. Харисов һүҙҙәре менән әйткәндә, Салауат үҙендә башҡорт халҡының иң элек ике һәйбәт сифатын — уның героизмын һәм поэтик талантын кәүҙәләндергән. Ул милли әҙәбиәтебеҙ тарихында боронғонан килгән сәсәнлек, импровизаторлыҡ һәм бер үк ваҡытта, ҡауырый ҡәләм тотоп, яҙма рәүештә ижад итеү традицияларын дауам итеүсе, уларҙың юғары өлгөләрен тыуҙырыусы булараҡ урын ала.

Салауат ижады тураһында һөйләгәндә уның мираҫының яҙмышы мәсьәләһенә туҡталып үтмәйенсә булмай. Был мираҫ, билдәле булыуынса, ике өлөштән тора. Беренсеһе — уның шиғырҙары, икенсеһе — Салауаттың Крәҫтиәндәр һуғышы осорона ҡараған хаттары, фармандары, указдары,

күрһәтмәләре, бойороҡтары7.

Салауаттың поэтик мираҫының күләме хәҙер 500 юлдан артып китте. Уны йыйыу, барлау, баҫтырып сығарыу эше – бер быуаттан артыҡ дәүер эсендә бер нисә быуын тикшеренеүесләр тарафынан алып барылған фиҙаҡәр хеҙмәт емеше. Был мәсьәләгә ентекләп туҡталып тормайынса, шуны ғына әйтеп үтәйек. Салауат шиғырҙарына һәм, ғөмүмән, уның поэтик ижадына тәү башлап XIX быуаттың икенсе яртыһында алда телгә алынған рус тикшеренеүселәре Ф.Д. Нефедов һәм Р.Г. Игнатьев етди иғтибар бирәләр. Ф.Д. Нефедов үҙенең хеҙмәтендә шағирҙың бер нисә шиғырының йөкмәткеһен русса проза теле менән һөйләп бирә. Р.Г. Игнатьев иһә, «1868 йылда мәрхүм Дәүләтшин әфәнде тәржемә итте» тигән иҫкәрмә менән, Салауаттың ете шиғырын, исемдәре урынына номерҙар ҡуйып, рус телендә баҫтырып сығара. Совет осоронда ул әҫәрҙәрҙе, һәр береһенә исемдәр ҡуйып, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти башҡорт теленә ҡайтарҙы. Салауаттың «Тыуған илем», «Уралым», «Яу», «Уҡ», «Егеткә», «Һандуғас», «Тирмәмдә» һәм «Зөләйха» тигән был ете шиғыры, шулай уҡ сәсәндәр хәтере аша беҙҙең дәүергә килеп еткән «Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып» ҡобайыры 50—60-сы йылдарҙа барлыҡ баҫмаларҙа донъя күрҙе. Артабан был мираҫ йылдан-йыл яңы табыштар менән тулылана барҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре элек йә һуңғараҡ рус телендә сыҡҡан төрлө баҫмаларҙан алынды. «Ҡәҙерлеләй ғаиләм, һөйгән йәрҙәр...» әҫәре, мәҫәлән, Ф.Д. Нефедовтың алда әйтелгән мәҡәләһендә бүтән шиғырҙар менән бергә сәсмә формала урынлаштырылған. 1975 йылда профессор Ғайса Хөсәйенов уны, шиғыр ҡалыбына һалып, донъяға сығара. «Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып...» тигән йырҙы иһә билдәле рус фольклорсыһы В.П. Бирюков, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡорман ауылында яҙып алып, 1949 йылда рус теленә шиғри тәржемәлә нәшер итә. Һуңғараҡ ул әҫәрҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев башҡортсаға ҡайтара. «Йүрүҙән, һин беҙҙең тыуған йылға...» шиғырын тәү башлап 1945 йылда «Салауат батыр» йыйынтығында Әбүбәкер Усманов баҫтыра. «Сәстәреңдең толом сулпылары», «Ағиҙелкәй аға ҡая аралап...», «Һауаларҙа осҡан, ай, яғылбай...» һымаҡ поэтик әҫәрҙәрҙе иң элек М.X. Иҙелбаев 1979 йылда «Башҡорт әҙәбиәтенең текстологияһы мәсьәләләре» тигән йыйынтыҡҡа индергән.

Салауат Юлаев ижады — мең йыллыҡ башҡорт поэзияһы тарихында саф мөхәббәт, тыуған ил, халыҡ тойғоһо менән һуғарылған, илаһи көс, ҡеүәт аңҡып торған юғары шиғриәт өлгөһө. Шағир Крәҫтиәндәр һуғышы башланғанға тиклем үк тәрән хисле лирик шиғырҙары һәм йырҙары менән танылған, тип фараз итә алабыҙ. Уның изге тыуған илебеҙгә мәңге бөтмәҫ йыр булып

яңғыраған «Уралым» шиғыры — нәҡ шундай әҫәрҙәрҙең береһе. Ай, Уралым, Уралым, Күгәреп ятҡан Уралым!

Нурға сумған түбәһе Күккә ашҡан Уралым! Һине маҡтай йырҙарым, Һине данлай йырҙарым.

Төнөн күккә ай ҡалҡһа, Алтындай балҡый Уралтау. Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа, Көмөштәй балҡый Уралтау...

Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояшты Һайрап ҡаршылай ҡоштарың, Тонйорап батҡан ҡояшты Һайрап оҙата ҡоштарың.

Ай, Уралым, Уралым, Һылыу ҙа һылыу Уралым! Һүҙем бөтһә лә телемдә, Йырым бөтмәне, Уралым!

Был илаһи шиғри юлдар хәҙер, йырға һалынып, концерт залдарында яңғырай, башҡорт сәнғәтендә беҙ уны тыуған Уралыбыҙға арналған иң аҫыл йырҙарыбыҙҙың береһе тип ҡабул итәбеҙ. «Һандуғас», «Тирмәмдә», «Тыуған илем», «Зөләйха» — Салауаттың шулай уҡ дәһшәтле яуҙар ҡупмаҫ борон, ирегет ҡорона ултырған тыныс бер дәүерҙә ижад иткән шиғырҙары:

Мин бахыр һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм, Әйтә алмайса һүҙҙәремде, баш эйәм. Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф, Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф...

Ошо тиклем дә ихлас булыр өсөн талант ҡына түгел, ысынлап һөйә белеү ҙә зарурҙыр, моғайын.

Салауат саф йөрәген, бөйөк поэтик талантын халыҡ азатлығы өсөн көрәшкә арнаны, ҡөҙрәтле поэтик һүҙе ижадында халыҡ мәнфәғәте өсөн үткер ҡоралға тиң ҡуйылды. «Салауат йыр йырлаһа, — тип яҙҙы Р.Г. Игнатьев, — кешеләр

һуғышҡа ҙур теләк менән барҙылар, яраланғандар һыҙланыуҙарын тойманылар, аслыҡтан һәм һыуыҡтан ҡурҡманылар, үлгәндә йөҙҙәрендә йылмайыу булды».

Күләм яғынан ҙур булмаһа ла, Салауат Юлаев шиғырҙары «тәрән фекерле, халыҡсан йүнәлешле һәм оригиналь поэтик йөкмәткеле булыуы менән ҡиммәт», был әҫәрҙәр «башҡорт әҙәбиәтенең аҫыл ҡомартҡыларын тәшкил итә»8.

Салауат мираҫының икенсе өлөшө яҙма рәүештә һаҡланған документаль сығанаҡтарҙан тора. Уларҙың күпселеге төрки теленән руссаға тәржемәлә, ҡайһы берҙәре, Салауаттың үҙ ҡулы менән яҙылған хәлдә, йәғни оригиналда, архив материалдары араһында урын алған. Шундай ҡулъяҙма сығанаҡтарҙан 1772, 1773, 1774 йылдарҙағы яҙма ҡомартҡылар билдәле. Мәҫәлән, Рәсәй Үҙәк дәүләт архивында Салауаттың 1772 йылда Шайтан-Көҙөй олоҫо старшинаһы вазифаһын үтәгән саҡта Өфө провинция канцелярияһына ебәргән рапорты табылған. Салауаттың 1774 йылдың 23 мартыңда йөҙ башлығы Иләтбай Илембаевҡа ғәскәргә кешеләр йыйыу тураһында ебәргән бойороғо шулай уҡ, уның автографы булараҡ, ҡиммәтле документ иҫәпләнә. Был төр сығанаҡтар Салауат Юлаевтың ижади мираҫында, XVIII быуат башҡорт әҙәбиәтенең публицистик өлгөләре булараҡ, мөһим әһәмиәт ҡаҙана. Бынан тыш, Салауаттың 1774 йылдың 7 майында Өфө төрмәһенән үҙенең туғандарына һәм иректәге иптәштәренә яҙған хаты тарихсылар һәм әҙәбиәт белгестәре өсөн берҙәй үк ҡиммәтле документ тип баһалана. Хат төркисәнән руссаға Өфө провинция канцелярияһы тәржемәсеһе Андрей Васильев тигән кеше тарафынан тәржемә ителгән. Шул хатты яҙып, Салауат үҙенең яуаплылыҡҡа тарттырылған көрәштәштәренең хәлен еңеләйтеү, ғаиләһен ҡурсалау өсөн тырышлыҡ күрһәтеп ҡарай, «уны фашлаусы дәлилдәр йыйыуҙа властарға булышлыҡ йтмәҫкә, үҙенең ғәйебен тәрәнәйтерҙәй мәғлүмәттәр биреүҙән баш тартырға һәм, мөмкин булғанса, уның ғаиләһеңең мәнфәғәттәрен яҡларға һорай»9. Хат тотҡонда ултырған батырҙың туғандарына барып етмәй, ә Өфө провинция канцелярияһына тапшырыла. Уның тәржемәһе, һорау алыу ҡағыҙҙары араһына теркәлеү арҡаһында, архив фондтарында һаҡланып ҡала.

Халыҡ батырының, телдән телгә күсеп, һуңғараҡ дәүерҙәрҙә ҡағыҙға теркәлгән тетрәткес көскә эйә йәнә бер әҫәре «Салауат телмәре» тип атала. Был телмәр 1773 йылдың октябрь аҙаҡтарында Пугачев яҡлы булып баш күтәргән башҡорт яугирҙары алдында башҡорт еренең азатлығы өсөн көрәшкә өндәүсе, рухландырыусы өндәмә рәүешендә әйтелгән.

Салауат Юлаевтың йөҙ башы Иләтбай Илембаевҡа ғәскәргә кешеләр йыйыу тураһында 1774 йылдың 23 мартында ебәргән бойороғо.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы Рәсәй тарихында халыҡ массаларының феодаль-крепостной иҙеүгө ҡаршы иң ҙур һәм иң дәһшәтле күтәрелешенә әйләнә. Башҡорттар был һуғышта казактар һәм Урал заводтарының эшселәре менән бергә төп көстәрҙе билдәләй. Ихтилал барышында башҡорттар араһынан тиҫтәләрсә ғәйөт талантлы хәрби эшмәкәрҙәр — ғәскәр башлыҡтары үҫеп сыға. Меңәрләгән башҡорттар пугачевсылар сафына баҫа, баш күтәреүселәргә 1773 йылдың сентябренән алып 1774 йыл аҙаҡтарына тиклем данлы батша армияһының заманы өсон сағыштырғыһыҙ яҡшыраҡ ҡоралланған ғәскәри берәмектәренә ҡаршы ҙур-ҙур алыштарҙа ҡара-ҡаршы тороп һуғышырға тура килә.

1773 йылдың октябрь урталарында, Өфө провинция канцелярияһының күрһәтмәһен үтәп, Шайтан-Көҙөй олоҫо старшинаһы Юлай Аҙналин үҙенең 19 йәшлек улы Салауат ҡулы аҫтында 100-гә яҡын һыбайлылар отрядын Стәрлетамаҡ пристаненә, кенәз Ураҡов һәм ҡырҡөйлө-мең ырыуы старшинаһы Әлибай Мырҙағолов ҡарамағына ебәрә. Бында 1200 кешенән торған башҡорт отрядын туплап, Ырымбур тарафында (Бикҡол ауылы янында) Пугачев ғәскәрен баҫтырырға тейеш булған генерал Кар ҡарамағына оҙаталар. Юлда башҡорт отряды баш күтәрә һәм, Кар отрядына барып етмәйенсә, пугачевсылар яғына сыға. Салауат бер аҙ ваҡыт Кинйә Арыҫланов командалығындағы башҡорт

отрядында Ырымбур эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. Е.И. Пугачев уның ҡыйыулығын, батырлығын, хәрби оҫталыҡ сифаттарын юғары баһалап, полковник дәрәжәһе бирә. Ноябрҙә ул Салауатты, үҙ аллы хәрәкәт итеп, ихтилалдың яңы төбәктәрендә көрәште йәйелдереү маҡсатында, Башҡортостандың Себер даруғаһына ҡайтарып ебәрә.

Салауат, ҙур отряд туплап, 25 декабрҙә олоҫ үҙәге Сарапул ауылын, ғинуарҙа Красноуфимск ҡәлғәһен ала һәм уны башҡорт ерҙәрендә баш күтәреүселәрҙең терәк пункттарының береһенә әйләндерә. Ҡәнзәфәр Усаев, Илсеғол Итҡолов, Сөләймән Күсәкәев һәм Иван Кузнецов отрядтары менән берлектә Көңгөр ҡалаһын ҡамауҙа тота. Ошо һуғыш хәрәкәтендә ауыр яраланып, күпмелер ваҡыт тыуған йортонда дауаланыу сараһын күрергә тура килә. Февраль аҙағында, яралары уңалып бөтөр-бөтмәҫтән, Салауат ике меңлек отряд йыйып, яңынан Красноуфимск һәм Көңгөр тирәһендә хәрәкәт итә. Апрель-май айҙарында атаһы, Пугачев ғәскәре полковнигы Юлай Аҙналин менән бергә Эҫем, Ҡатау заводтары (Оло Ҡатау, хәҙерге Ҡатау-Ивановск) районында һуғыш хәрәкәттәре алып бара. 8 майҙа Йырал ауылы янында Михельсондың карательный корпусы отрядтарына ҡаршы һуғышып, ауыр юғалтыуҙар кисерә.

1774 йылдың 2 июнендә Үрге Ҡыйғы ауылы янында Салауат Юлаев өс меңлек отряды менән Е.И. Пугачевты ҡаршы ала. Пугачев Салауатҡа — бригадир, Юлайға атаман исеме бирә. Иртәгеһенә, 3 июндә, Пугачев һәм Михельсон ғәскәрҙәре араһында ҡаты бәрелеш була. Пугачевсылар күп юғалтыуҙар менән сигенергә мәжбүр була. Салауат тағы ла яралана. Пугачев ҡалған ғәскәре менән Уҫы ҡәлғәһенә табан йүнәлә. Салауат иһә юл ыңғайы Бөрө ҡалаһын алып, 18 июндә Уҫы янында йәнә Е.И. Пугачевҡа барып ҡушыла. Уҫыны штурмлағанда ҡаты яралана, артабан, 1774 йылдың көҙгө айҙарына тиклем, Башҡортостанда хәрәкәт итә. Уның отряды, асылда, Башҡортостанда батша карателдәренә ҡаршы тороусы төп көскә әйләнә. 18 сентябрҙә ул, мәҫәлән, өс меңлек ғәскәр башында, Йәлдәк ҡәлғәһе тирәһендә хәрәкәт итеп, Борай олоҫоноң Тимошкин ауылы янында, 22 сентябрҙә Нөркә ауылы эргәһендә подполковник И.К. Рылеев командаһына ҡаршы үтә ҡаты һуғыштарҙа («прежестокое сражение») булып, көслө ҡаршылыҡ күрһәтә. Салауаттың хәрби оҫталығына батша офицеры ғәжәпкә ҡала.

1774 йылдың 25 ноябрендә язалаусылар отряды Миңдеш ауылына яҡын урманда Салауаттың һәм уның дүрт яуҙашының эҙенә төшә һәм ҡулға ала. Салауат һәм Юлай өҫтөнән оҙаҡҡа һуҙылған тикшеренеү эштәре 1775 йылдың 6 июлендә генә тамамлана. Салауат тикшереү барышында бер генә тапҡыр ҙа үҙен ғәйепле тип танымай, бүтән пугачевсыларҙың өҫтөнән һөйләп, ғәйептәрен һатмай, яҡын кешеләрен һәр төрлө ғәйепләүҙәрҙән нисек тә арсаларға тырыша.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]