Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт телле баларзын телмар усеше.doc
Скачиваний:
63
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
127.49 Кб
Скачать

Йомғаҡлау

Балалар телмәре – үҙе бер хазина. Улар телмәрендә осраған ҡыҙыҡлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе төрлө яҡлап тикшерергә тырыштыҡ. Туғанлыҡ терминдарын, ризыҡ, әйбер атамаларын бала йыш ҡына ҡабатлау ярҙамында үҙенсә әйтә: әззә, ҡатай, отатай һ.б.

Хайуан, ҡош-ҡорт, техника атамаларын күберәк улар сығарған өндәргә ҡарап атайҙар: ҡаҡаҡ, уауау, тыкак, дөдөт һ.б. Ә бына ҡылымдарҙың мәғәнәһенә төшөнөү бала өсөн иң ҡатмарлыһы. Шуға ла улар ҡылымдарҙы күп осраҡта ымлыҡ ярҙамында яһайҙар: өф итә, әп итә һ.б.

Балалар фольклорын тәшкил иткән теләк-юрауҙар, бишек йырҙары, әүрәткестәр, һөйгөстәр, арбау-имләүҙәр, ҡурҡытҡыстар, балалар тарафынан уйлап сығарылған үсекләшеүҙәр, серле телдә һөйләшеүҙәр, таҡмазалар, һүҙҙәр менән уйнауҙар үҙҙәренең төҙөлөшө яғынан бик үҙенсәлекле.

Нәфис әҙәбиәттә ҡулланылған балалар лексикаһы баланың холоҡ-фиғелен, ҡыҙыҡһыныуҙарын, ғөмүмән, балалар донъяһын асырға ярғам итә.

Ҡулланылған әҙәбиәт

Александров А. Детская речь.- Русский филологический вестник. 1883.- Т.Х.- С.86-120.

Бронникова Н.Г. Инновации в детской речи. АКД.- М., 1991.-26с.

Гаранина В.В. Особенности синтаксиса устной монологической речи // Русская разговорная речь.- Саратов: Изд-во Саратовского университета, 1970.- С.206-212.

Гвоздев А.Н. Вопросы изучения детской речи.- М.: Изд. АПН РСФСР, 1961.- 472с.

Ғәләүетдинов И. һ.б. Балалар фольклоры: Бала саҡ – уйнап-көлөп үҫер саҡ.- Өфө, 1994.

Ғәләүетдинов И., Ураҡсина Р. Балалар фольклоры: Мөғжизәле, әкиәтле бала саҡ – уйындарҙа һәм уйҙарҙа ҡаласаҡ. - Өфө. 1996.

Дилмөхәмәтов М. Йондоҙло тау. Өфө, 2002.

Захарова А.В. Опыт лингвистического анализа словаря детской речи. АКД.-.Новосибирск, 1975.--23с.

Кәрим М. Өс таған.

Псәнчин В. Телдең күркәмлек саралары. Өфө. 2003.

Рәхимғолова Ф. Бала саҡ илендә. Өфө, 1997.

Ситдиҡова Г. Машина ниңә “дүрт-дүрт”, ти? Өфө, 2010.

Сөләймәнов Ә. Башҡорт халҡының ҡарыһүҙе.

Сәфиуллина М. Тәтелдәп асыла тел, тик уны үҫтерә бел. Башҡортостан уҡытыусыһы, №4, 2010

Ураҡсина Р. Бәпес ҡоймағы.

1Ф.Г.Аҙнабаева Балаларҙың телмәрен үҫтереү 56 бит “Башҡортостан уҡытыусыһы” №11, 2010 й.