Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Р.Сафин-преддипломка-2015.doc
Скачиваний:
51
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
258.05 Кб
Скачать

Йомғаҡлау

Шулай итеп, тәҡдим ителгән диплом алды курс эшендә беҙ күренекле башҡорт шағиры Рафаэль Сафин поэзияһында һүрәтләү сараларының бирелешен тикшереп сыҡтыҡ.

Һүрәтләү сараларына бик бай Р. Сафин шиғриәте. Улар аша беҙ шағир ижадының тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инә алабыҙ. Һәр әҫәрендә теоретик сағыштырыу, метафора, йәнләндереү, эпитет кеүек һүрәтләү сараларына тап булырға мөмкин. Һүрәтләү саралары – әҫәрҙе иҫтә ҡалырлыҡ иткән, әҫәрҙе образлы күҙаллауға ярҙам иткән алымдар ул. Әҫәрҙәрҙә автор ижад иткән неологизмдарҙы ла, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе лә, шул иҫәптән варваризмдарҙы ла осрата алабыҙ. Улар барыһы ла уҡыусы күңеленә үтеп инерлек һәм көслө тәьҫир итерлек кимәлдә бик оҫта ҡулланған.

Образлы фекерләүҙең тәрәнлегенә ынтылыу шағирҙы һүрәтләү сараларының тбиғәтенә яңыса ҡарарға өйрәтә. Ул был сараларҙы әҙәби биҙәк рәүешендә генә ҡулланмай, троптарҙың идея-эстетик нагрузкаһын бермә-бер арттырыу, хатта ваҡыты менән уларҙы символ юғарылығына күтәреү әҫәрҙәренең йөкмәткеһе яғынан ифрат тос булыуына килтерә. Р.Сафин әҫәрҙең идеяһы менән мәғәнәүи мөнәсәбәткә ингән поэтик сараларҙы ғына ҡуллана. Тап шуға ла уның әҫәрҙәрендәге һүрәтләү сараларының һәр береһе айырым әһәмиәткә эйә һәм уҡыусының аңында образлы ассоциациялар уята.

. Урынлы ҡулланылған һүрәтләүҙәр шағирға танылыу килтергән кеүек, Р. Сафин әҫәрҙәрендәге һүрәтләү саралары уның телгә шул тиклем маһир булыуын күрһәтә. Әҫәрҙәренең тел үҙенсәлектәрен тикшереү уның һүҙгә бик һиҙгер булыуын күрһәтте. Ул һүрәтләнә торған күренештең төрлө биҙәктәрен тулы итеп сағылдырыу өсөн һүҙҙәрҙе оҫта һайлай. Уңышлы һайланған саралар әҙәбиәттең тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инергә мөмкинлек бирә.

Ғөмүмән, лексик һүрәтләү саралары – Р. Сафин ижадына көс, эске энергия биреүсе ижад сығанағы. Донъяның гүзәллеген, уның иҫ киткес ғәжәйеп һығылмалы, күп ҡырлы булыуын авторҙың геройҙары төрлө биҙәктәр балҡышында күрә, тоя һәм ҡабул итә. Улар авторҙы һүҙ эҙләп яфаланыуҙан ҡотҡара.

Шағир, ижадында төрлө һүрәтләү сараларын файҙаланып, уҡыусыларға донъялыҡтағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы бик үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы итеп асып бирә. Был уның тел ғилемендәге үҙенә генә хас, матур ысулы. Р. Сафин шиғриәтендә ҡулланылған антонимдар авторҙың образлы телмәрен булдыра, шиғырҙарҙың биҙәлешен, тел байлығын тулыландырып килә.

Ысын талант эйәһе булған Р. Сафин үҙ әҫәрҙәренә халыҡ ижадындағы һүрәтләү сараларын да бик урынлы индерә.

Йыйып әйткәндә, Р. Сафиндың кешеләрҙең шатлыҡ һәм һағыштарын бөтә нескәлегендә тасуирлаған лирик шиғырҙары һәм йырҙары, замандың мөһим мәсьәләләрен яҡтыртҡан шиғырҙары һәм поэмалары хәҙерге башҡорт поэзияһының иң күренекле әҫәрҙәре булып иҫәпләнә.

Ҡулланылған әҙәбиәт Ғилми әҙәбиәт

  1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. 6 т. Хәҙерге әҙәбиәт (1966-1994 йылдар). – Өфө: Китап, 1996. – 710 б.

  2. Ғәйнуллин М.Ф. Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы // Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия / Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. – Өфө: “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. – 514-се б.

  3. Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте: Юғары уҡыу йорттары өсөн дəреслек /Редколлегия: Р.Н.Байымов, Г.Н.Гәрәева, Р.Д.Мостафина, З.Я.Шəрипова. – Өфө: Китап, 2003. – 576 бит.

  4. Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. – Өфө, 1966. – 275 б.

  5. Кәрим М. Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар // Әҫәрҙәр. 4-се том. – Өфө, 1988. – 593-сө б.

  6. Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы: Уҡыу әсбабы. – Стәрлетамаҡ: СДПА, 2002. – 242 б.

  7. Латыпов Ю. Ышаныс// Ағиҙел. – 1964, № 8. – 56-57-се б.

  8. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Күнегеүҙәр менән. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2003. – 192 б.

  9. Псәнчин В.Ш. Һүҙ тылсымы. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996. – 336 б.

  10. Рамазанов Ғ. Әҙәбиәт офоҡтары. – Өфө: Китап, 2004. – 228 б.

  11. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 3 том. Стилистика. – Өфө: Китап, 2007. – 440 б.

  12. Фәтхуллина Р.Х. Башҡорт шиғриәтенең строфикаһы. – Өфө: БДУ-ның РНҮ, 2001. – 124 б.

  13. Хөсәйенов Ғ.Б. “Алтмышынсылар” быуыны // Рафаэль Сафин. Ҡыр ҡаҙҙары: шиғырҙар, поэмалар, пьесалар. – Өфө: Китап, 2010. – 5-10-сы б.

  14. Хөсәйенов Ғ. Башҡорт шиғыры. Шиғриәт һүҙлеге. – Өфө: Ғилем, 2003. – 480 б.

  15. Хөсәйенов Ғ. Заман һәм поэзия. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. – 175 б.

  16. Хөсәйенов Ғ.Б. Заман. Әҙәбиәт. Әҙип. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978 . – 378 б.

  17. Хөсәйенов Ғ.Б. Шағирҙар. – Өфө: Китап, 1981, 2003. – 238 б.

  18. Хөсəйенов Ғ.Б. Əҙəбиəт теорияһы. – Өфө: Китап, 2010. – 384 б.

  19. Хәбиров Ә. Шиғриәт илендә. – Өфө: Китап, 2001. – 78 б.

  20. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. – Өфө: Китап, 2004. – 392 б.

  21. Әхтәмов М. Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография. Уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: БДУ, 2002. – 208 б.