Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Р.Сафин-преддипломка-2015.doc
Скачиваний:
51
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
258.05 Кб
Скачать

Метонимия һәм синекдоха

Метонимия һәм синекдоха һөйләү телендә лә, матур әҙәбиәттә лә метафораға ҡарағанда һирәгерәк ҡулланыла. Шулай ҙа ул һүҙ оҫталары өсөн үҙенсәлекле тел сараһы булып тора.

Метонимия грек телендәге исем алмаштырыу һүҙенән килә. Бер предмет, күренеш мәғәнәһе менән уға тығыҙ бәйләнгән икенсе бер предмет исеме ярҙамында белдерелә. Үҙенсәлек шунда: метонимия полисемияның бер төрө булараҡ оҡшатыуға түгел, ә предметтарҙың, күренештәрҙең үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булыуына нигеҙләнә.

Метонимиялағы мәғәнәүи бәйләнеш функциялары буйынса үҙ-ара мөнәсәбәте булған ике күренеште берләштерә. Әйберҙең ысын исеме метонимияла шул атамаға ниндәйҙер мөнәсәбәте булған башҡа берәй һүҙ менән алмаштырыла [8; 21].

Р. Сафин әҫәрҙәрендә арауыҡ, урын уртаҡлығына нигеҙләнгән метонимияларҙы осратырға мөмкин:

Ҡала миңә яңы гармун бирҙе,  йырҙың асты яңы серҙәрен.  Гармун менән «Ленин тауҙары»на,  ғилем тауҙарына үрләнем. 

Баҫыуҙарҙа тыуып ҡанатланған  тыуған яҡтарымдың йырҙары  яңғыраны Мәскәү залдарында,  гүйә, мине бар ил тыңланы. (“Гармунсы” поэмаһынан).

Ҡала, ил кешеләрҙән тора, шуға күрә шағир, “ҡала, ил кешеләре” тигән мәғәнәне ҡыҫҡартып, дөйөмләштереп, ҡала, ил образдары аша бирә.

Синекдоха – метонимияның бер төрө. Шулай ҙа метонимия менән синекдоханы үтә яҡынайтып булмай, сөнки һуңғыһында бөтөн менән өлөш араһында мөнәсәбәт сағылһа, метонимия, күбеһенсә, бер һүҙҙе икенсе һүҙ менән алмаштырыуға ҡоролған.

Бер күренештең мәғәнәһен икенсе предметҡа һан мөнәсәбәте яғынан күсеүсе синекдоха тип йөрөтөлә [21; 27]. Ул күркәм телмәрҙе һынландырғанда һәм ғөмүмән телдә бер үк һүҙ бөтөндөң атамаһы булып та, шул уҡ бөтөндөң өлөшөн белдереү өсөн дә ҡулланыла.

Р. Сафин әҫәрҙәрендә синекдохалар һирәк осрай. Бер бөтөн урынына өлөш ҡулланыуға миҫалдар:

Нисә ҡабат шулай, нисә ҡабат,

Әжәл килеп ҡаҡһа ҡапҡаны,

Аҡ ҡанатлы фәрештәләр кеүек,

Аҡ халаттар мине һаҡланы.

Нисә ҡабат шулай, нисә ҡабат,

Ҡыл өҫтөндә саҡта ғүмерем,

Аҡ халатҡа тотоноп, әйтерһең дә,

Аша сыҡтым сират күперен.

Аҡ халатлы һылыуҙарға ҡарап,

Минғибәҙәт ҡылам күңелдән.

Аҡ халаттар барҙа был донъяла,

Мин йәшәрмен әле, мин үлмәм.

(“Аҡ ҡанатлы фәрештәләр”).

Был юлдарҙа “аҡ халат” тигән һүҙҙең төп мәғәнәһе, асылда, “врач, шәфҡәт туташы” төшөнсәһен белдерә.

Шулай итеп, Р. Сафин әҫәрҙәрендә ҡулланылған метонимия төрҙәре мәғәнәүи бәйләнеш функциялары буйынса үҙ-ара мөнәсәбәте булған ике күренеште берләштерә. Әйберҙең ысын исеме метонимияла шул атамаға ниндәйҙер мөнәсәбәте булған башҡа берәй һүҙ менән алмаштырыла. Был күркәмлек саралары әҫәрҙең әҙәбилеген, тел байлығын арттыра, уға образлылыҡ, нәфис биҙәлеш өҫтәп килә.

2.3. Әҫәрҙәрҙә фразеологик берәмектәрҙең урыны

Фразеологизмдар, йәғни нығынған һүҙбәйләнештәр тип, лексик яҡтан тарҡалмай торған, составы һәм структураһы яғынан, бөтөн бер мәғәнәгә эйә булған, аралашҡанда әҙер килеш ҡулланылған һүҙбәйләнештәргә әйтәләр. Хәҙерге башҡорт телендә фразеологик берәмектәр килеп сығышы, структураһы һәм стилистик биҙәктәре менән күп төрлө, улар бик ныҡ үҫешкән. Шуға күрә уларҙы ғалимдар төрлөсә сикләп йөрөтә. Мәҫәлән, Ж. Ғ. Кейекбаев фразеологик берәмектәрҙе киң ҡарай һәм түбәндәге төркөмдәргә бүлә: 1) ябай фразеологик ҡушылмалар (донъя көтөү, сабыр итеү, һөрән һалыу); 2) идиоматик әйтемдәр (кәкре ҡайынға терәтеү, табан ялтыратыу, теш ҡайрау). Һуңғылары күбеһенсә күсмә мәғәнәлә ҡулланыла; в) мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр (егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ; иҙел күрмәй итек сисмә; көйҙөң оҙоно яҡшы, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы) [4; 221-231].

Р.Сафин төрлө мәҡәл-әйтемдәрҙе, фразеологик берәмектәрҙе бик урынлы һәм уңышлы файҙалана.

Хәйләһеҙ бит донъя файҙаһыҙ”, - тип

Әйтә килде һаман ҡорҙашым… (“Намыҫ”).

Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, тиеп

Әйтә торған ине әсәйем.

Ҡоро намыҫ менән ник һуң әле,

Ник ут йотоп әле йәшәйем? (“Намыҫ”).

Бишектәге бишкә төрләнә, тип

Әйтмәгәндәр бит ул тиктәҫкә.

Бишкә генә түгел, йөҙ ҙә бишкә

Төрләнгән дә булдә иптәштәр. (“Һабаҡташтарыма”).

З. Ғ. Ураҡсиндың ҡарашынса, фразеологик берәмектәргә тик күсмә мәғәнәгә эйә булған нығынған һүҙбәйләнештәр генә инә: биш былтыр, мал мөгөҙөнә эләгерлек, серек аҡыл һатыу һ.б. Тимәк, был ҡараш буйынса ябай фразеологик ҡушылмалар, мәҡәлдәр, тапҡыр һүҙҙәр фразеологик берәмектәр рәтенә инмәй [25; 5].

Фразеологик берәмектәр күбеһенсә күсмә мәғәнәлә ҡулланыла, улар художестволы телмәр сараларын тәшкил итәләр. Матур әҙәбиәттә улар актив ҡулланыла, шуға ла әҫәрҙең теле һығылмалы, баҙыҡ, халыҡсан, төрлө стилистик биҙәкле була. Миҫалдар ҡарап үтәбеҙ:

Эткә – эт тип, бүрегә – бүре һин, тип

Йәшәүҙән, йә, ни табамын?

Берәүҙәр бар: балда-майҙа йөҙә,

Түрә абзыйҙың ялап табанын. (“Намыҫ”).

Балда-майҙа йөҙөү фразеологизмы еңел, рәхәт, мул йәшәү мәғәнәләрен белдерә, табан ялау – ялағайланыу.

Әйт бер генә тағы, тик бер генә  Яғымлы һүҙ —  Янып, ут йотоп  Йөрөгән ерҙән тороп йүгерермен  Бөтә рәнйеүҙәрҙе онотоп.

(“Әйт бер генә тағы, тик бер генә...”).

Ут йотоу – ныҡ уйланыу, ҡайғырыу.

Бөгөн төндә йөрәгем һыҙлап сыҡты

Төнөм үтте әрнеп, үртәлеп.

Йөрәгемде ҡырҡҡа телгеләне

Бер дуҫымдың нахаҡ һүҙҙәре. (“Түҙәбеҙ”).

Йөрәк һыҙлау, йөрәк телгеләнеү – нимәлер уйлап әсенеү; әрнеү.

Ғөмүмән, уңышлы ҡулланылған фразеологизмдар Р. Сафин шиғриәтендә лирик геройҙар характерын йәки автор фекерен асыуҙа ҙур роль уйнай. Был саралар әҫәр телен йәнә лә шымарта, үткерләндерә төшә. Шуның менән әҫәр теле һығылмалылана, баҙыҡлана, күркәмләнә, төрлө мәғәнә нескәлектәре, биҙәктәре тыуа

Шулай итеп, Р. Сафин шиғриәте күсмә мәғәнәле һүрәтләү сараларына бик бай. Улар шағирҙың ижадын байытып, һүҙ байлығын арттырып, телен һутландырып торалар. Ғөмүмән, һүҙ сәнғәте өсөн күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙең әһәмиәте айырыуса ҙур. Улар эмоциональ-экспрессив яҡтан көслө яңғырайҙар, төрлө стилистик биҙәктәргә бай булалар, әҫәрҙең формаһы һәм йөкмәткеһе менән туранан-тура бәйләнештә тороп, әҫәр йөкмәткеһен тәрән асырға ярҙам итәләр. Тел саралары ярҙамында шағир үҙ фекерен уҡыусыға еткереп кенә ҡалмай, үҙенең әҫәрҙәрендәге шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә кисерергә мәжбүр итә.