Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Дипломка Динары.rtf
Скачиваний:
65
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
3.93 Mб
Скачать
    1. Стилистика тураһында дөйөм төшөнсә

Стилистика - уй-фекерҙе сағылдырыу, тасуирлау саралары системаһын өйрәнеүсе фән. Тәүҙә “стиль” һүҙе боронғо гректар менән римляндарҙа яҙыу ҡоралын аңлатҡан. Тора-бара был һүҙҙең мәғәнәһе үҙгәргән һәм киңәйгән. Ваҡыттар үтеү менән, айырым бер эпоханың, билдәле бер тарихи осорҙоң, сәнғәт мәктәбенең стиле хаҡында һөйләй башлағандар. XVIII – XIX быуаттарҙа “стиль” һүҙе күберәк әҙәбиәткә ҡарата ҡулланылған. Ул, бер яҡтан, художестволы ижадтың үҙенсәлеген күрһәтеү өсөн хеҙмәт итһә, икенсе яҡтан, билдәле бер яҙыусының яҙыу манераһын белдерә. Ғөмүмән, 1917 йылға тиклем стилистика әҙәбиәт фәненең, бигерәк тә поэтиканың, бер бүлеге итеп ҡаралған.

Башҡорт әҙәби теле – был телдә һөйләшеүсе халыҡ өсөн уртаҡ хазина һәм яҙыусылар, ғалимдар тарафынан эшкәртелгән, шымартылған, камиллаштырылған тел ул. Н. А. Баксаков билдәләүенсә, хәҙерге башҡорт әҙәби теле ныҡ үҫешкән милли тел һанала. Башҡорт телендә ваҡытлы матбуғат, ижтимағи-сәйәси, фәнни һәм матур әҙәбиәт баҫылып сығып тора4.

Башҡорт әҙәби теле, шул халыҡтың рухи ихтияждарын ҡәнәғәтләндереп, уның ижтимағи тормошонда кеше эшмәкәрлегенең теге йәки был сфераһы менән тығыҙ бәйләнгән.

Һөйләгән йәки яҙған ваҡытта кеше, билдәле фекерҙең ҡайҙа, ҡасан, ниндәй маҡсатта әйтелеүенә (яҙылыуына), кемгә төбәлгән булыуына ҡарап, һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе һайлап файҙалана.

Тел сараларын шул рәүешле билдәле маҡсатҡа һәм аралашыу мөмкинлегенә ярашлы итеп һайлау, уларҙы телмәрҙә төрлө мәғәнә һәм хис-тойғо биҙәктәре биреп ҡулланыу телдең тарихи үҫешендә обьектив формалашҡан һәм үҫкән, айырым система рәүешендә йөрөтөлгән стиль төрҙәрен барлыҡҡа килтерә. Уларҙы лингвистика функциональ стилдәр тип йөрөтәләр.

Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә йәнле һөйләү, фәнни, рәсми, публицистик һәм художестволы стилдәр булыуын билдәләйҙәр5.

Стилдәре классификациялағанда, ҡайһы бер дөйөм моменттарға иғтибарҙы бүлергә мөмкин.

Беренсенән, бөтә стилдәрҙең дә нигеҙендә дөйөм ҡулланылышлы лексика, әҙәби телдә ҡабул ителгән грамматик нормалар ята. Бер стиль дә әҙәби тел нормаларынан, уларҙың сиктәренән аша сығып китмәй, ә шул телдәге һүҙҙәрҙе, фонетик, фразеологик, синтаксис, орфоэпик, орфографик һәм пунктуацион сараларҙы файҙалана.

Икенсенән, һөйләү телмәре стиленә билдәле тыңлаусының булыуы шарт. Һөйләүсе менән тыңлаусы (йәки аралашыусылар) араһында үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булғанлыҡтан, ул күп осраҡта диалогик телмәрҙә, ә ҡәтғи стилдәр – монологик телмәрҙә файҙаланыла, йәғни йәнле һөйләү стиле һөйләү формаһында, ә ҡәтғи стилдәр – яҙыу формаһында ҡулланыла6.

Өсөнсөнән, тойғоло булыу-булмау яғынан да стилдәр араһында оҡшаш һәм айырмалы һыҙаттар бар. Һөйләү телмәре, публицистик һәм художестволы стилдәр эмоциональ-экспрессив элементтарға бик бай, ә ҡәтғи стилдәрҙә эмоциональ-экспрессив моменттар бик күҙгә ташланып бармай, бында информация битараф рәүештә хәбәр ителә.

Аҙаҡ килеп, шуны ла әйтергә кәрәк: стилдәрҙе бүлеп тороусы сиктәр ҙә тотороҡло түгел. “Стилдәрҙең бөтәһенә лә дөйөм булған тел саралары менән бер рәттән, билдәле бер стилдең үҙенсәлекле элементтары башҡа стилдәрҙә специфик характерҙа ҡулланыла алалар7”.

Башҡорт әҙәби теленең функциональ стилдәре түбәндәгеләр менән характерлана.