Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Оформление дипломных работ 6 ОЗО.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
28.04.2019
Размер:
270.85 Кб
Скачать

3. Инеш

Инештә түбәндәге мәғлүмәттәр сағылыш таба:

- һайланған теманың актуаллеге, мөһимлеге иҫбатлана;

- традиция буйынса темаға ҡағылышлы дөйөм һүҙ әйтелә;

- һеҙҙең уйығыҙса, ниндәйерәк мәсьәләләр өйрәнеүҙе, яҡтыртылыуҙы көтә;

- ошонан сығып, үҙегеҙҙең эшегеҙҙә ҡуйылған маҡсаттарҙы, бурыстарҙы асыҡлайһығыҙ;

- тикшеренеү өлкәһенең хронологик, территориаль (кәрәк саҡта) сиктәрен билдәләү;

- тикшеренеүҙә ҡулланылған төп алымдар;

- эш барышында өйрәнелгән теоретик һәм методологик материал;

- тикшеренеү өсөн тупланған фактик материал хаҡында мәғлүмәт;

- ғилми эштең теоретик һәм практик әһәмиәте;

- ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы, эште бүлектәргә бүлеү нигеҙләнә (конкрет бүлек исемдәре атала). Һәр бүлек тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирергә лә мөмкин.

4. Төп өлөш

Төп өлөш бер-нисә бүлектән торорға мөмкин. Теманың төрлө аспекттары айырым бүлектәрҙә сағылыш табырға тейеш.

Ғәҙәттә, беренсе бүлектә һайлап алынған теманың тел ғилемендә өйрәнелеү кимәле ҡарала, тарихы яҡтыртыла (тема буйынса тел ғилемендә ниндәй фекерҙәр әйтелгән, ниндәйерәк проблемалар яҡтыртылған. Ғилми ҡараштарға үҙ мөнәсәбәтегеҙҙе белдереп, ҡыҫҡаса анализ бирелә).

Артабанғы бүлектәр диплом эшенең темаһы буйынса төп мәғлүмәткә арнала (теманы асыу, классификациялау, иҫбат итеү, нигеҙләү, тикшеренеү эшенең эҙләнеү юлдары, һөҙөмтәһе).

Һәр бүлектән һуң ҡыҫҡаса йомғаҡлау урын ала.

5. Һығымта

Һығымтала студенттың тема буйынса яңы материалға нигеҙләнеп эшләү дәүерендә асыҡланған төп фәнни асыштары, теоретик йомғаҡлауҙары сағылыш ала.

Бүлектәр буйынса яһалған һығымталар, нигеҙләүҙәр аныҡ ҡына әйтеп бирелә.

Ҡулланылған фәнни методик алымдар һ.б. атала.

6. Ҡушымта

Ҡушымтаның булыуы бөтә диплом эштәре өсөн мотлаҡ түгел, ә ҡайһы бер тема буйынса ул бик кәрәк. Ул эштең ғәмәли баһаһын күтәрә, йөкмәткеһен байыта ғына.

Ҡушымтала схемалар, таблицалар, һүҙлектәр бирелергә мөмкин. Ҡушымталар һаны берәүҙән артһа, номерларға кәрәк.

Эштә, ҡулланылышына ярашлы, ҡыҫҡартылған һүҙҙәр исемлеген дә биреү зарур. Унда дәүләт, йәмғиәт учреждениелары, ойошмалары исемдәре, йыш ҡулланылған лингвистик терминдар һ.б. инә.

7. Файҙаланылған әҙәбиәт исемлеге

Диплом эшенең тәбиғи өлөшөн файҙаланылған әҙәбиәт исемлеге йәки библиография биләй, ул төп текстан һуң бирелә.

Библиография төҙөү схемаһы түбәндәгесә:

1. Монографиялар, китаптар исемлеге.

2. Журналдар, йыйынтыҡтарҙан алынған мәҡәләләр исемлеге.

3. Диссертациялар һәм авторефераттар исемлеге.

Бындай исемлек:

студентҡа диплом эшендә килтерелгән төрлө алынмаларҙы (таблица, цитата, иллюстрация, факттар, документтар һ.б.) документаль нигеҙләү өсөн уңайлы;

автор тарафынан конкрет проблеманың өйрәнелеү кимәлен характерлай;

белешмә аппарат булараҡ та файҙаһы ҙур; исемлеккә индерелгән һәр документ (монография, мәҡәлә һ.б.) ГОСТ 7.1-84 талап­тарына ярашлы тасуирланырға тейеш. Документты библиографик тасуирлау ГОСТ 7.12-77, ундағы рус, сит телдән ингән һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу ГОСТ 7.11-78 талаптарына һәм ҡағиҙәләренә буйһоноп башҡарыла.

Библиографиялағы һәр яңы атама тейешле номер аҫтында ҡыҙыл юлдан башлап яҙыла. Китаптың дөйөм биттәр һаны, мәҡәләләрҙең нисәнсе биттәрҙә бирелеүе күрһәтелә.

Әҙәбиәт исемлеге йәки Библиография тигәндә, дипломсы тарафынан өйрәнелгән, уҡылған темаға ҡағылышлы бөтә хеҙмәттәр ҙә (эштә ҡулланылыуы шарт түгел) индерелә.

Файҙаланылған, йәки ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге тигәндә, бары тик автор тарафынан диплом эшендә анализланған, эш барышында таянылған, цитаталар, өҙөктәр килтерелгән, һылтанған хеҙмәт исемдәре генә инә.

Ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар исемлеге тигәндә, анализланған фәнни әҙәбиәттән тыш, сығанаҡтар ҙа (документтар, иҫтәлектәр, информаторҙар һ.б.) күрһәтелә.