- •Национально-культурные традиции
- •Родительское собрание на тему
- •Ход собрания
- •Музыкальная пауза: показ дефиле нарядов из бросового материала Мастер-класс Тапаковой л.Ф., Старжинской и.Г. На тему «Ознакомление детей с памятниками природы Хайбуллинского района»
- •Образовательная деятельность на тему «Удивительное в камне» в подготовительной к школе группе
- •Алгоритм проведения
- •1 Часть.
- •1Задание. Из чего состоит почва?
- •2 Часть.
- •2 Задание. Как вы думаете, нужен ли камень человеку? Использует ли человек для своих нужд камень? и как? Что такое минералы?
- •3 Часть. 3 задание
- •4 Часть. 4 задание. Что вы знаете об охране природы? Охрана неживой природы.
- •Презентация проектной работы на тему “Пять чудес Хайбуллы”.
- •Ход презентации
- •Эшмәкәрлегендә башҡорт халыҡ уйындарын ҡулланыу” темаһына оҫталыҡ шөғөлө
- •Туп менән уйын “Башҡорт халыҡ уйындары исемдәрен атап әйтергә”.
- •Башҡорт халыҡ уйындарын үткәреүҙә методик талаптар. Уйынды башлаусыны нисек һайларға?
- •Уйындарҙы һайлау
- •Урын һәм атрибуттар
- •Уйындың ҡағиҙәһен аңлатыу
- •Уйын “Алырмын ҡош,бирмәм ҡош”.
- •«Йәшерәм яулыҡ»
- •Уйын етәкселеге
- •Опыт работы педагогов
- •Муниципального автономного дошкольного образовательного учреждения центр развития ребенка детский сад “бэпембэ” села акъяр
- •Муниципального района хайбуллинский район
- •Республики башкортостан
- •Телмәр үҫтереүҙә башҡорт халыҡ ижадын ҡулланыу
- •Эшмәкәрлек барышы
- •«Урал аръяғы буйлап сәйәхәт» Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн эшмәкәрлек
- •Эшмәкәрлек барышы
- •«Салауат батыр»йыры йырлана.
- •Детский познавательно-исследовательский проект на тему «Может ли барашек стать бабочкой?»
- •План исследования
- •Развлечение в старшей группе на тему «Бабушкин сундучок»
- •Ход развлечения
- •6 Девочка:
- •Оҫталыҡ шөғөлө
- •Видеояҙма “Уралым” ҡобайыры.
- •Думбыра менән таныштырыу.
- •Дидактик уйын “Өс сәскә”.
- •Халыҡ уйындары.
- •Темаһы «Кейеҙ баҫыу. Үҫәргән ырыу тамғаһы» мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге
- •Үткәреү алгоритмы:
- •Өлкәндәр төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге
- •Үткәреү алгоритмы
- •Опыт работы педагогов муниципального бюджетного дошкольного образовательного учреждения детский сад №3 «шатлык» села акъяр муниципального района хайбуллинский район республики башкортостан
- •Сурина Нәркәс “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләй.
- •Минең Ватаным
- •Балалар башҡарыуында “Аҡҡош бәпкәләре” бейеүе.
- •В конце дети исполняют танец "Дружба народов".
- •Спортивно - музыкальное развлечение
- •Для детей подготовительной к школе группы
- •«Я, ты, он, она - вместе дружная семья»
- •Алгоритм проведения:
- •Русская народная игра «Репка»
- •Казахская народная игра «Байга» («Конное состязание»)
- •Татарская народная игра «Спутанные кони» («Тышаулыатлар»)
- •Викторина для детей (за каждый правильный ответ – 1 балл)
- •Азербайджанская народная игра «Булава».
- •Армянская народная игра «Земля, огонь, вода, воздух» («Ер, ут, һыу, һауа»)
- •( Жюри подводит итоги. Командам объявляется танцевальная пауза).
Уйындарҙы һайлау
Уйынды һайлағанда баланың теләген белеү мөһим. Зал эсендә уйнағанда уртаса һәм аҙ хәрәкәтле уйындарҙы уйнатыла. Ә саф һауала етеҙ хәрәкәтле уйындар уйнала.
Урын һәм атрибуттар
Балалар баҡсаһында башҡорт халыҡ уйындары күпселек саф һауала үткәрелә:
Спорт майҙансығында, саф һауала йөрөү урындарында. Уйынды үткәреү урынын әҙерләү. Шулай уҡ саф һауала уйнағанда һауа температураһына иғтибар биреү кәрәк. Уйындар өсөн атрибуттар сағыу төҫтәрҙә булырға тейеш.
Уйындың ҡағиҙәһен аңлатыу
Хәрәкәтле уйындарҙы аңлатҡанда ҡыҫҡаса, аңлайышлы булырға тейеш. Ә сюжетлы уйындарҙы аңлатыр алдынан башҡорт халҡының фольклорын, тормошон һүрәтләгән альбом, открыткалар, иллюстрациялар ҡулланыу отошло. Хәҙер коллегалар һеҙҙе башҡорт халыҡ уйынын уйнарға саҡырам.
Уйын “Алырмын ҡош,бирмәм ҡош”.
Маҡсат:иғтибарлылыҡты, сослоҡто, етеҙлекте,хәрәкәт әүҙемлеген үҫтереү: ойошҡанлыҡ тәрбиәләй.
Балалар был уйынды яҙ көндәре, ҡаҙҙар бәпкәләрен сығарғас, уларҙы көткән саҡта уйнағандар.
Уйында “ҡаҙ”, уның “бәпкәләре” һәм “төйлөгән” ҡатнаша.Төйлөгән булған бала ерҙе соҡоп ултыра. Ҡаҙ, бәпкәләрен эйәртеп уның эргәһенә килә һәм:
-Төйлөгән, төйлөгән, ни эшләйһең? -тип һорай.
Төйлөгән:
-Бына һинең балаларыңды атып алырға ултырам, -ти.
Ҡаҙ:
-Мин һиңә балаларымды бирмәйем! -ти.
Төйлөгән урынынан тора ла:
-Алам, алам, атар ҡош! -тип, ҡаҙ бәпкәләренә ташлана.
Ҡаҙ:
-Бирмәм, бирмәм битәр ҡош! -тип, бәпкәләрен ҡурсалай башлай. Ә бәпкәләр, ҡаҙ артынан бер-бер артлы тотоношоп: Сип-сип-сип,-тип йөрөйҙәр. Төйлөгәндең ҡулы тейгән бала уйындан сыға бара. Уйын ҡаҙ бәпкәләре тотолоп бөткәнсе дауам итә.
“ Мин балалар ойошмаһын уйын менән байытылырға тейеш тип иҫбат итәм, хәтерҙән сығармағыҙ, беҙ, бөтәһенән элек, уйынға ҙур ихтыяжы булған баланың айырым бер үҫеш осоро тураһында фекер йөрөтәбеҙ. Бала ни тиклем матур уйнаһа, шундай итеп матур эшләйәсәктә». -тип яҙҙы А.С.Макаренко.
Уйында, баланың уйнай белеүе генә етмәй, ул дөрөҫ һәм матур итеп уйын ҡора белергә тейеш. Баланы тәрбиәләүҙә был бик мөһим мәсьәлә.
Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйынын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популярлаштырыуҙан башланып китергә тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында элек –электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит!
Шуларҙың береһен иҫкә төшөрөп китәйек.
«Һаҡыташ уйыны» (уйынға саҡырыу)
Әҙерлек. Был уйын ҡыҙҙар араһында таралған. Уны икенсе төрлө «Бишташ»тип тә атайҙар. Биш ашыҡ һөйәге йәки турғай йомортҡаһы ҙурлығындай, шымарған биш таш алына. Былуйынды ике кеше лә, ишләшеп тә уйнарға мөмкин. Һанашмаҡ әйтеп йәки шыбаға тотоношоп, сират билдәләнә.Уйын өс бүлектән тора.
Беренсе бүлек. әмәр хан ете улын саҡырып алып Уйынды башлаусы таштарҙы ҡулына ала һәм уларҙы юғары сөйөп,ергә туҙҙыра. Һирпелгән таштарҙың бишенсеһен яңынан һауаға сөйә һәм, ерҙә туҙышып ятҡан береһен ала һалып, һауанан төшөп килгән ташты, ергә төшөрмәй, тотоп ала. Шул хәрәкәттәр менән башҡа таштар ҙа алына.
Икенсе бүлек. Таштарҙы һауаға сөйөп, ҡулдың һырты менән тотоп алырға кәрәк һәм, уларҙы тағы юғары сөйөп, араларынан тәүҙә берәүһен генә тотоп алалар. Артабан шул уҡ хәрәкәттәр менән икеһен, унан өсөһөн, дүртеһен һәм, аҙаҡ килеп, барыһын да ергә төшөрмәй тоталар.
Ҡағиҙәләр. Һауала тотоп алынырға тейешле таш ергә төшһә, уйнаусы уйындан сыға һәм ул таштарҙы сираттағы иптәшенә тапшыра.
Уйындың әһәмиәте. Ҡулдарҙың етеҙ хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итә. Балала иғтибарлы булыу, маҡсатҡа ирешергә тырышыу кеүек сифаттар тәрбиәләнә.
Башҡорт халыҡ эпосы, легенда һәм әкиәттәренән күренеүенсә, уйындар, төрлө ярыш- һынауҙар борон –борондан халыҡ тормошонда бик ҙур һәм мөһим урын алып килгән.
Йәшәү өсөн төп сығанаҡ булған хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, төрлө ҡоштарҙы аулау,уларҙы эйәләштереү боронғо кешеләр өсөн бик үк еңелдән булмаған. Былар барыһы ла һунарсынан мәргәнлек, етеҙлек, иғтибарлылыҡ, туҙемлек, маҡсатҡа ярашлы ынтылыш талап иткән.
Ололарҙың һөйләүе буйынса,борон,балаларҙы мәргәнлеккә, сослоҡҡа өйрәтеү маҡсатында, аҡһаҡалдар балалар араһында “балдаҡ атыш”, шар, бура, туп һуғыу кеүек махсус ярыштар ойошторор булғандар. Физик һәм әхләҡи яҡтан сыныҡтырыуға ҡоролған бындай уйындар, асылда, һунарсының, малсының, балыҡсының көндәлек хеҙмәте өсөн мотлаҡ күнекмә булып торған. 4-5 йәшкә тиклем малайҙарҙы атайҙары үҙ тәрбиәһенә алған. Улар һыбай йөрөргә,уҡтан атырға, йүгерергә, көрәшергә өйрәткән. Төрлө уйындарҙы ла улар үҙҙәре уйлап тапҡан, әлбиттә. Мәҫәлән, бура һуғыу уйыны. Күпме сослоҡ,мәргәнлекһәм көс кәрәк. Ул-борондан килгән уйын.“Алпамыша “эпосында бындай юлдар бар: «Аҡкүбәктең улы һәләк теремек булып тыуа.Ул ай үҫәһен көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп, бер көнлөк сағында уҡ аяҡ атлап,икенсе көнөндә урамға сығып,балалар менән йүгереп,бура һуғып уйнай башланы, ти». “Заятүләк менән Маянһылыу”эпосында Сәмәр хан ете улын саҡырып алып, былай ти: “Балаларым, һеҙ бер аҙ быуынға ултырҙығыҙ. Инде уҡ атырға, һыбай сабышырға, ҡош сөйөп һунар итергә һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтергә ваҡыт етте”, -тигән.
Тимәк быуын нығына бара –ата һөнәрен өйрәнә бара үҫмер малайҙар. Атҡа менеү, уҡ атышыу, тоҡ кейеп йүгереү, ҡолғаға үрмәләү, алыҫлыҡҡа бейеклеккә һикереү һәм башҡа бик күп уйындар һабантуйҙан һабантуйға ғына уйналмаған, ә көндәлек уйын һаналған.
«Минең атым»(уйынға саҡырыу)
Маҡсат: балаларҙа ойошҡанлыҡ бер-береһе менән эш итә белеү һәләтлелеген тәрбиәләү; етеҙлекте, сослоҡто, хәрәкәт әүҙемлеген үҫтереү.
Уйын барышы. Балалар сафҡа теҙелеп, бер нисә төркөмгә бүленеп,һыҙыҡ артына баҫалар. Уларҙың алдында торған тәрбиәсе йырлай.
Эйәрләп менеп атҡа
Еләм еләҫ ҡырҙарҙан.
Уҡтай атыла бурыл
Елдәр етмәҫ ерҙәрҙән.
Йыр тамамланыуға балалар ат һымаҡ тура сабып баралар. Былар әйләнеп килгәс, икенсе атлылар маршрутҡа сыға.Ҡайһы төркөм тиҙерәк яңылышмай уйнай, шул еңеүсе була.
«Тоҡ кейеп йүгереү» (уйынға саҡырыу)
Маҡсат: һикергәндә ике аяҡҡа дөрөҫ төшөргә, кәүҙә торошо тигеҙлеген һаҡларға өйрәтеү; иғтибарлылыҡты, етеҙлекте, хәрәкәт әүҙемлеген үҫтереү.
Уйын барышы: балалар сафҡа теҙелеп,ике командаға теҙелеп баҫалар.Сигнал буйынса тоҡто кейеп алға күрһәтелгән урынға тиклем һикереп баралар.
«Арҡан тартыш»(уйынға саҡырыу)
Маҡсат: сослоҡто, иғтибарлылыҡты, етеҙлекте, хәрәкәт әүҙемлеген үҫтереү; дуҫлыҡ тойғоһон тәрбиәләү.
Уйын барышы: балалар ике тигеҙ төркөмгә бүленә Һыҙыҡ һыҙыла. Ике төркөм һыҙыҡтың ике яғында тора. Сигнал буйынса һәр төркөмдөң уйнаусылары арҡанды үҙ яғына тарта башлай. Ҡайһы яҡ балалары ҡаршы төркөмдө үҙ яғына һөйрәп сығара, шул яҡ еңеүсе була.
Халыҡ фольклоры быуындан – быуынға күсеп килә, ул үҙенең әһәмиәтен юғалтмай.
Шулай итеп, халыҡ уйындары башҡорт халҡының тормошона һәм шөғөлөнә тығыҙ бәйләнгән, борон –борондан баланы донъя көтөргә әҙерләү сараһы булып хеҙмәт иткән.Башҡорт халыҡ уйындары йөкмәткеләренән сығып, ике ҙур төркөмгә бүленә; lрамалы (сюжетлы йәки башҡарыусанлы) һәм хәрәкәтле(ҡағиҙәле) уйындар. Бынан тыш, балалар уйыны йыл миҙгелдәренә ҡарап та төркөмләнә, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре-ҡыш, икенселәре –яҙ, өсөнсөләре йәй һәм көҙ көндәрендә генә уйнала.