Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

ar_1177_a_1185_ly_bash_1185_orttar

.pdf
Скачиваний:
119
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
12.17 Mб
Скачать

Жизнь. Творчество. Время. Уфа: Китап, 1994; Шәкүр Р. Илһам алып тыуған төйәктән // Сыңрау торналар иле. Өфө: Китап, 1996. 284—289-сы биттәр; Ахметов X.Ф. // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996.

Мәғәфүр Хисмәтуллин

(1915-2004)

Башҡорт халҡының йыр сәнғәтендә мәңгелек исемдәр, күңел киңлектәрендә мәңге балҡып торорҙай яҡты йондоҙҙар бар. Илаһи йыр оҫтаһы Мәғәфүр Хисмәтуллин — шундай сағыу һәм һирәк тыуа торған шәхестәрҙең береһе. Уның исеме күптән инде башҡорт йыр һәм моңоноң символына, башҡорттоң оҙон көйлө боронғо классик йырҙарын башҡарыуҙа ул үҙе бер оҫталыҡ мәктәбенә, ҡабатланмаҫ күренешкә әйләнде. Боронғо көйҙө ул юғары профессионаллек, опера сәнғәтенә хас фекерләү ҡеүәһе менән бергә бәйләне. Халыҡ йырына, йөрәк түренән сыҡҡан милли моңға башҡарыу оҫталығын ҡушып, опера йырсыһы булараҡ ул профессиональ сәнғәткә, милли операларыбыҙға башҡорт халыҡ моңоноң аһәңен алып килде, шуның менән йыр сәнғәтенең һәр ике төрөндә берҙәй үк уңышҡа, дан-шөһрәткә өлгәште. Уның бүтән талантлы йырсыларҙан айырмалы, үҙенсәлекле яҡтары һәм, ғөмүмән, ижадының ҡабатланмаҫ һыҙаттары ла иң элек нәҡ бына шул ике көслө башланғыстың берлегендә булһа кәрәк.

Халыҡ рухына, халыҡ моңона тоғролоҡ... Был фекерҙең ҡиммәтен һәм әһәмиәтен баһалап бөтөрҙәй ниндәй генә һүҙҙәр бар икән? Бөтөн йәшлеге, оҙон ижад ғүмере шәхес культы, тоталитар режим дәүерҙәре аша үткән милли йырсы һәм сәнғәт эшмәкәре өсөн уның мәғәнәһе бермә-бер ҡәҙерлелер, моғайын. Хәйер, кемдең генә тормош юлы тураһында һөйләргә булһаң да, һүҙ башы барыбер тыуған тупраҡҡа, быуын-быуын ата-бабалар ғүмер иткән, донъя көткән изге тыуған төйәккә барып тоташа.

Мәғәфүр Хисмәтулла улы Хисмәтуллин — мең ҡәүеменең ҡобау-мең ырыуы башҡорто. Ул 1915 йылдың 23 ғинуарында элекке Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының) Яңы Ҡобау ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы империалистик һуғыш утында хәбәрһеҙ юғала. Әсәләре иһә ҡулында өс бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Шуға

күрә Мәғәфүргә кесе йәштән ауыр крәҫтиән хеҙмәтенә егелеп үҫергә тура килә. Ҡыйындың ҡаймағын имерһең тигәндәй, аҙаҡ, ижад юлына аяҡ баҫҡас, уңғанлыҡ, эш һөйөүсәнлек уға бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, яңынаняңы бейеклектәргә артылырға ярҙам итә. Иң мөһиме — тыуған ер, тыуған тупраҡ йылыһы, әсәһенең моңло йырҙары, ауыл кистәре, Салауат эҙҙәрен һаҡлаған тауҙар, үҙәндәр, тау ҡыуышлыҡтары, башҡорт батырҙары тураһында риүәйәт һәм легендалар уның күңелендә һәм зиһенендә ғүмерлеккә урын ала, уйҙарына, хыялдарына ҡанат ҡуя. Үҫмер сағынан уҡ ул ҡулына гармун ала, йырға, бейеүгә әүәҫ була, мәктәптә һәм ауыл клубында художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәктәрендә ҡатнаша башлай. 1929 йылда башланғыс мәктәпте тамамлай, алдағы йылына, Өфөгә килеп, тимер юл курстарына. уҡырға инә, бер йыл тимер юлда эшләй. 1931—1934 йылдарҙа Башҡорт театр техникумының театр бүлексәһендә уҡый. Техникумда уҡыған осорҙа тәү башлап профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫа: уны Башҡорт академия драма театрына эпизодик ролдәрҙә уйнарға саҡыралар. Йәйге гастролдәр ваҡытында театр труппаһы менән алыҫ райондарға сығыу, йырсылар, ҡурайсылар менән осрашыуҙар күңелен байыта, онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыра. Артабан, Баймаҡ колхоз-совхоз театрында актер булып эшләгән аҙ ғына ваҡыт (1934 йылдың ноябренән 1936 йылдың авгусына тиклем) уның актерлыҡ ижадында бик ҡәҙерле бер миҙгелгә әйләнә. Бында ул, драма артисы булараҡ, Д. Юлтыйҙың «Ҡарағол», А. Таһировтың «Алатау», С. Мифтаховтың «Һаҡмар» әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнай. Бигерәк тә «Ҡарағол»да Әпкәләй, «Алатау»ҙа көтөүсе Әхмәр ролдәрен башҡарып, уңыш ҡаҙана. Әгәр ҙә театр уға сәхнә оҫталығын үҫтереү юлында бер баҫҡыс булһа, йырлы, моңло Баймаҡ төбәгендә, Урал аръяғында йәшәү буласаҡ йырсы өсөн айырыуса әһәмиәт ҡаҙана. Ошонда ул үҙенең ғүмерлек юлдашы, башҡорт халыҡ йырҙарын бөтөн нескәлектәренә тиклем белеп башҡарыусы йырсы ҡыҙ Сөйөмбикә Кулибаева менән осраша.

1936 йылдың авгусында нәҡ бына Баймаҡтың үҙенә Мәскәү дәүләт консерваторияһының Башҡорт бүлексәһенә йәш таланттарҙы һайлап алыу өсөн комиссия килеп төшә. М. Хисмәтуллин, комиссия алдында һынау тотоп, Ғ. Әлмөхәмәтов, С. Ғәбәши һәм В. Виноградовтың М. Ғафури либреттоһына яҙылған «Эшсе» операһынан атаҡлы Ниғмәт арияһын башҡара. Йәш йырсының тауышын да, артислыҡ һәләтен дә, тауыш һәм ритм һиҙгерлеген дә юғары баһалайҙар. Шулай итеп, уның яҙмышында өр-яңы хыял киңлектәре асыла. Консерваторияла М. Хисмәтуллин тәжрибәле педагог, профессор Евгений Владимирович Енохович класында уҡый. Хоҙайҙан бирелгән талант янына тырышлыҡты ҡушыу, тауыш һәм актерлыҡ оҫталығын үҫтереү

йүнәлешендә айҙар, йылдар буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләү үҙенекен итә. М. Хисмәтуллин ошо студент йылдарында уҡ, йәйге каникул көндәрендә Башҡортостанға ҡайтып, концерт бригадалары менән бергә сығыш яһай. «Консерваторияның дүртенсе курсынан һуң, 1941 йылдың ғинуарынан, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй башланым. Артабан вокал менән үҙ аллы шөғөлләндем, — ти үҙе тураһында Мәғәфүр ағай. — Яҡшы йырҙарҙы күп тыңланым, һәйбәт башҡарыусыларҙан Лемешев, Шаляпин халыҡ йырын нисек башҡарған, шулай йырлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Халыҡ көйҙәрен бельканто манераһында, Европалағыса яңғыратырға тырыштым»1.

«Беҙҙең башҡорт халыҡ йыры классик операларҙың ариялары кимәлендә тора. Халыҡ йырын мин ынйы-гәүһәрҙәргә тиң фольклорҙан алып классик манераға күсереүем менән бәхетлемен», - ти М. Хисмәтуллин. Әйткәндәй, был фекер һәм был маҡсат беҙҙең бөгөнгө көн, хәҙерге йыр сәнғәтебеҙ өсөн дә үтә мөһим һәм көнүҙәк. Һәр быуын йырсылары, халҡыбыҙҙың тиңдәшһеҙ йыр мираҫы йәшәһен һәм бөтөн донъя күләмендә әленән-әле нығыраҡ таныла барһын тиһәләр, нәҡ ана шул Хисмәтуллинса юғары башҡарыу оҫталығы, Европа классикаһы менән тиң кимәлгә өлгәшеү маҡсатын да ҡуйһалар икән.

Мәғәфүр Хисмәтуллин 1941 йылдың ғинуарынан алып 47 йыл ғүмерен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына, башҡорт опера сәнғәтенә арнай. Үҙ ғүмеренең ярты быуатҡа яҡын был дәүере тураһында Мәғәфүр ағай Башҡортостан радиоһы тапшырыуҙарының береһендә: «Ҡырҡ ете йыл йырлаған ваҡытым гел байрам булып үтте», — тине. Ижад эше менән илһамланып, ҡанатланып, сәнғәткә, халыҡ йырына ысын-ысынында оло мөхәббәт һаҡлаған, үҙ хеҙмәтенән бәхет тә, шатлыҡ та табып йәшәй белгән талант эйәләре генә әйтә ала торғандыр бындай һүҙҙәрҙе. Ә бит сәнғәттә бер генә уңыш та үҙлегенән генә килмәй. Күпме тир түгә, эҙләнә, икеләнеүҙәр, борсолоуҙар аша үтә ижадсы. Мәғәфүр ағайҙың үҙенең театр, опера сәнғәте менән бәйле ошондай һүҙҙәре бар: «Ролдәремде мөмкин тиклем филигранлы итеп эшләргә тырыштым», — ти ул. Филигранлы итеп эшләү — тимәк, һәр бер ролде әҙерләгәндә бөтөн нескәлектәренә ҡәҙәр уйлап, һүрәтләү сараларын мөмкин тиклем ҡулланыуға өлгәшеү тигән һүҙ. Театрҙа эшләгән осорҙа ул рус һәм донъя классикаһы, туғандаш халыҡтар һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрендә илленән ашыу опера партияларын башҡара. Бында уның тәүге роле әзербайжан композиторы Үзәир Ғәджибековтың киң билдәле «Аршинмал алан» исемле комик операһында Вәли роле була. 1940 йылда театрҙа тәүге башҡорт милли операларының береһе — Мәсәлим Вәлиевтең «Һаҡмар» әҫәрендә Фәхри образын тыуҙыра. X. Заимов менән А. Спадавеккианың башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса яҙылған «Аҡбуҙат» операһында

(1942) һыу аҫты батшаһы Шүлгән, Н. Чемберджиҙың «Ҡарлуғас»ында (1944) Шатморат образдары уның ижади үҫешендә ҙур әһәмиәт ҡаҙана. Көнбайыш һәм рус классик операларында башҡарған ролдәре менән дә М. Хисмәтуллин музыкаль йәмәғәтселектең юғары баһаһына лайыҡ була. Был ролдәр араһында мәктәп уҡытыусыһы (П. Чайковский, «Черевички»), Винокур (Н. РимскийКорсаков, «Май төнө»), Арлекин (Р. Леонковалло, «Паяцы»), Пантелей (И. Дзержинский, «Тымыҡ Дон») партиялары айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ була. Әммә Мәғәфүр Хисмәтуллиндың опера сәхнәһендә иң ҙур ҡаҙанышы, иң бейек артылышы — ул, әлбиттә, Салауат образы! Заһир Исмәғилевтең милли геройыбыҙға, халҡыбыҙҙың азатлыҡ көрәшенә арналған был героик операһын театр Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәтенең 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған декадаһына әҙерләй. Әҫәр сәнғәтебеҙ үҫешендә уғаса булмаған ғәйәт ҙур ваҡиға, тулҡынландырғыс тамаша тип ҡабул ителә. Операға һәм төп образды башҡарыусы Мәғәфүр Хисмәтуллин ижадына үҙәк матбуғат, илдең күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре ҙур иғтибар бирә. Әҫәр ысын-ысынында оҙон ғүмерле була: театрҙа күп йылдар буйы һәр бер яңы сезонды нәҡ ошо опера менән асыу үҙенсәлекле бер традицияға әйләнә. Миңә лә 60-сы йылдар башында «Салауат Юлаев» әҫәрен ҡат-ҡат тыңларға, М. Хисмәтуллинды бөйөк батырыбыҙ образында күреп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ уй һәм тойғолар кисерергә насип булды. Мәғәфүр Хисмәтуллиндың был образды башҡарыуы килер быуындар өсөн һоҡланып һөйләрлек бер легенда булып ҡалыр, күрәһең. Сөнки спектаклдә тәүге минуттарҙан алып аҙағына тиклем Салауат рухы (тимәк, азатлыҡ һәм башҡорт рухы), Салауат тойғоһо менән йәшәйһең. Бына, йөрәктәрҙе елкендереп, илаһи увертюра тамамланыу менән үк хозур Урал тәбиғәте ҡуйынына алыҫ быуаттар төпкөлөнән йәш бәһлеүән Салауат һыны килеп баҫа һәм күҙ алдында хәҙер инде һәр беребеҙгә тиерлек таныш ваҡиғалар башланып китә. Салауат, Әминә, Юлай старшина, Салауаттың әсәһе, дуҫтары — ниндәй яҡын һәм ҡәҙерле образдар. Ә ниндәй ариялар, ниндәй моң, алҡынып торған йөрәк хистәре унда!

Хуш, Уралым, Көмөш йылғалар, хуш, Мин китәмен һуғыш юлына...

Был — Салауаттың, тыуған еребеҙҙе ҡурсалап, ирек даулап, яу юлына сығыр алдынан әйткән хушлашыу һүҙе. Ә Әминә арияһы «Һүндергәндәр минең күҙ нурымды...» тигән тәүге юлы, тәүге аккордтары менән үк йәндәребеҙҙе тетрәндереп, зиһенебеҙҙе биләп алыуын нисек кенә әйтеп бирергә?! Был

музыка, был бөйөк образ, әлбиттә, иң элек Заһир Исмәғилев таланты менән тыуҙырылған. Әммә сәхнәлә уны Салауатыбыҙҙың тере һыны итеп кәүҙәләндереүсе һәм йөрәк моңо итеп яңғыратыусы иң беренсе Мәғәфүр Хисмәтуллин булды. Үкенескәме, ҡыуанысҡамы, ләкин әле хәҙер ҙә операбыҙ сәхнәһендә Салауат образын бер генә йырсы ла уға тиңләшерҙәй бейеклеккә күтәргәне юҡ. Башҡорт халыҡ йыр классикаһында «Буранбай», «Урал» йырсының талант һәм оҫталыҡ кимәлен билдәләүсе критерий тип ҡаралһа, милли операбыҙҙа Салауат образын Мәғәфүр Хисмәтуллинға тиңләшерлек итеп башҡарыу ҙа башҡорт йырсылары өсөн күп ваҡыттарға үҙенсә бер ижади үҫеш билдәһе булып ҡалыр, моғайын.

Мәғәфүр Хисмәтуллиндың «Салауат Юлаев» операһында тыуҙырған Салауат образы тураһында шағир Хәсән Назарҙың ошондай һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп үтеү урынлы булыр: «Салауат һынында беҙ халыҡ образын күрҙек. Ул — Хисмәтуллиндың юғары ижад йондоҙо, опера сәхнәбеҙҙең тиңдәшһеҙ ғорурлығы»2.

Атаҡлы йырсы һәм артистың ижад биографияһында Яппар (3. Исмәғилевтең «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы), Көбәк тархан (шул уҡ авторҙың «Шәүрә» операһы), Таһир (X. Әхмәтовтың «Замандаштар» әҫәре) образдары шулай уҡ сағыу күренеш булараҡ урын алды. Айырыуса «Ҡоҙаса»ла ул комик артист булараҡ үҙенең тәбиғи һәләтен ғәжәп тулы һәм күп яҡлы итеп асыуға өлгәште.

Режиссура — Мәғәфүр Хисмәтуллин эшмәкәрлегенең тағы бер емешле йүнәлеше. 1959 йылда ул театрҙа 3. Исмәғилевтең «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын сәхнәләштерә, спектаклдә, әйткәнебеҙсә, үҙе лә характерлы ролдә сығыш яһап, сәнғәтебеҙ тарихында үҙенсәлекле эҙ ҡалдырырҙай Яппар ҡарт образын тыуҙыра. «Ҡоҙаса» башҡорт сәхнәһенең һоҡланғыс бер күренешенә әйләнә, ул оҙаҡ йылдар буйы репертуарҙа ныҡлы урын ала. 1963 йылда был әҫәрҙе ул Ҡазанда Татар дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйып, шулай уҡ уңышҡа өлгәшә. 1961 йылда Өфөлә үзбәк композиторы С. Юдаковтың «Мәйсәрәнең мутлыҡтары» исемле комик операһын, айырыуса 1964 йылда 3. Исмәғилевтең «Шәүрә» операһын сәхнәләштереп, ул үҙен һәр йәһәттән дә өлгөргән, ҙур тәжрибә туплаған режиссер итеп танытты. 1963 йылда М. Хисмәтуллин Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссеры итеп тәғәйенләнә. Донъя опера классикаһына мөрәжәғәт итеп, 1964—1966 йылдарҙаул П. Чайковскийҙың «Пика дамаһы», Ж. Бизеның «Кармен», А. Бородиндың «Кенәз Игорь» операларын сәхнәгә ҡуя. Артабан, 1970 йылда, X. Әхмәтовтың «Замандаштар» әҫәрен сәхнәләштереүе милли опера сәнғәтебеҙ үҫешендә йәм-биҙәк булып урын ала.

1966—1995 йылдарҙа М. Хисмәтуллин Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә педагог булараҡ йәш йырсыларҙы тәрбиәләүгә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе.

Әммә Мәғәфүр Хисмәтуллин тигән исем милләтебеҙ өсөн, Салауат образы һәм, Салауат образы менән бергә, бөтөнөһөнән дә бигерәк йырсы, башҡорт халыҡ йыр классикаһын донъя классикаһы кимәлендә башҡарыусы бөйөк оҫта булыуы менән ҡәҙерле.

Йырла, егет, киреп киң кукрәгең, Яңғыратып Уралдың буйҙарын.

Ниндәй тылсым көстәре, мәңгелек моң һәм мөғжизә һалынған М. Хисмәтуллин башҡарыуында бына ошо ҡөҙрәтле «Һандуғас» йырына! «Урал», «Азамат», «Шәүрә», «Илсе Ғайса» — был йырҙарҙы беҙ фәҡәт уның йырлауы, уның тауышы аша йөрәктәребеҙҙә мәңгелек моң ташҡыны тип ҡабул итәбеҙ. Мәғәфүр ағай бик күп композиторҙар әҫәрҙәренә лә ҡанат ҡуйҙы, шулар араһында X. Әхмәтов, 3. Исмәғилев, Т. Кәримов, Р. Мортазиндың йыр һәм романстары, рус һәм татар композиторҙарының әҫәрҙәре бар. Был йырҙарҙың башҡорт сәнғәтенең алтын фондында урын алыуында композитор менән бергә йырсының да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Халыҡ йырсыһы Мәғәфүр Хисмәтуллинға халыҡтың ихтирамы, рәхмәте, мөхәббәте икһеҙ-сикһеҙ. Бына йыр һөйөүселәрҙең уға биргән баһаһын билдәләүсе хаттарҙың береһе.

«Мәғәфүр ағай Хисмәтуллиндың тауышы мине бигерәк тә әсир итте, был тауыш миңә сағыу ҡояш нурына тиң, — тип яҙа Салауат районы Арҡауыл ауылынан тарих уҡытыусыһы, танылған һәүәҫкәр йырсы Искәндәр Миһранов.

— Уның тауышы тембры менән мәшһүр Энрико Карузо, Беньямино Джильи, Марио Ланцаларҙың тауыш кимәлендә тора», — ти хаттың авторы. Был хаттан тағы ла ошондай һүҙҙәрҙе килтереп үтмәйенсә булмай:

«Һай, Мәғәфүр ағайҙың «Урал» йыры! Күпме ир-егеттәрҙе йөрәкһетә был йыр, көрәшкә әйҙәй.

Хөрмәтле Мәғәфүр ағай! Һеҙ үҙ ижадығыҙ менән милләтебеҙгә көс-ҡеүәт өҫтәнегеҙ, халҡыбыҙҙа милли ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләнегеҙ һәм тәрбиәләйһегеҙ. Бының өсөн һеҙгә бөткөһөҙ рәхмәт!»

Был һүҙҙәргә беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡушылабыҙ. Эйе, башҡорт халҡының илаһи йыр донъяһында, һис бер тиңе булмаған йыр сәнғәтендә Мәғәфүр Хисмәтуллин йондоҙо мәңге балҡып торор!

Очеркты тамамлар алдынан Мәғәфүр ағайыбыҙҙың яҡташы, ырыуҙашы,

шағир Ихсан Әхтәмйәновтың мәшһүр йырсыбыҙға арнап ижад иткән «Тауға ҡарап...» тигән шиғыры менән танышып үтәйек. Шиғырҙы, ике генә строфаһын ҡыҫҡартып, тулыһынса тиерлек килтерәм.

Йыр башланың...

Кинәт йыһан тынды, Тынды күкрәктәге һулыштар. Тынды туҫтаҡ сыңы табындарҙа, Тынды ҡыйралышлы һуғыштар. Барлыҡ ғаләм тыңлай ине был мәл Ер аһ-зарын, Ватан оранын: «Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын...» Йыр ағыла күңел киңлегенән, Аша тауҙар, аша даръялар, Ҡитғаларҙы, тып-тын тыңлатырлыҡ Бындайын йыр тағы ҡайҙа бар?! Бындайын йыр...

Һәм шундайын йырсы! Береһе өсөн береһе тыуғандай. Ошо йырға — Урал шаңдауына — Бар донъябыҙ хатта һыйғандай.

...Мәғәфүргә ҡарап, тау — тау булһын, Кеше — кеше булһын. Шул етә. Беҙ — мәңгелек, сая Салауаттар, Мәғәфүрҙәр торһа Бейектә.

Мәғәфүр Хисмәтуллин ижадын илебеҙ хөкүмәте юғары баһаланы. Уға Башҡортостандың (1953) һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1965) тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Халыҡ йырсыһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почет Билдәһе» ордендары, миҙалдар менән наградланды. 1969 йылда уға концертбашҡарыу эшмәкәрлеге өсөн республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы тапшырылды. Уның моңо, уның көмөштәй саф тауышы радио, телевидение тапшырыуҙары аша бөгөн дә миллионлаған йыр һөйөүселәрҙең, туған халҡыбыҙҙың күңел түрҙәренә үтеп инә, уй-хыялдарына ҡанат ҡуя.

* * *

1Әфләтунова Р. Йырсы фәлсәфәһе // Тамаша. 1993. 87-се бит.

2Назар X. Моң даръяһы // Ағиҙел. 1985, № 3.

** *

Әҙәбиәт: Хайруллин Р. Магафур Хисматуллин. Уфа, 1975; Шәкүр Р. Ҡайҙан килә бындай илаһилыҡ... // Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996; Хисматуллин М.X. // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996.

Заһир Исмәғилев

(1917—2003)

Тау хәтлем кешеләр була. Һин уларҙы белеп, күреп, һирәкләп булһа ла күрешеп тә йөрөйһөң. Осрашҡан саҡта, үҙеңде тауға ҡарап тау менән һоҡланғандай хис итәһең, шуға күрә, яҡын күрһәң дә, бик үк яҡынлашырға ынтылып бармайһың, итәғәтлелек һаҡлайһың. Ә шулай ҙа яҡынданыраҡ ҡатнашырға, аралашырға тура килгән осраҡтар була ҡалһа, был инде һинең тормошоңда онотолмаҫлыҡ бер ваҡиғаға әйләнә...

Беҙҙең быуындың кумиры, беҙҙең бала саҡта уҡ «Салауат Юлаев» операһы менән дан ҡаҙанған атаҡлы композитор Заһир Исмәғилевте миңә уҙған быуаттың 60-сы йылдар башынан, студент саҡта уҡ белеп, танышып, ара-тирә күрешеп йөрөү бәхете тейҙе. Шуны ла әйтергә кәрәк: ул йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, көҙ етеү менән, һәр миҙгелде «Салауат Юлаев» операһы менән асыр ине. Беҙ миҙгел асылған һайын театрға барабыҙ. Салауат ролен, һәр ваҡыттағыса, Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡарыуында ҡарап, Салауат арияларын тыңлап, күңелебеҙ тулы шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ҡайтабыҙ. Хатта бер спектаклдә Мәғәфүр Хисмәтуллиндың — Салауаттың сәхнәгә аҡ ҡына ат өҫтөндә килеп сығып йырлап ебәргәне лә иҫтә ҡалған. Ул осор «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһының да театр сәхнәһендә гөрләп барған сағы ине. 1964 йылда булһа кәрәк, театр Заһир ағайҙың яңы әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль — «Шәүрә» операһы менән ҡыуандырҙы. Нәҡ бына шул милли сәнғәтебеҙ үҫеше өсөн шатлыҡ кисереп йөрөгән мәлдә Ғәзим Шафиҡов үҙҙәренең Өфөләге Проломный тигән урамдағы бәләкәйерәк кенә, иҫке ағас өйҙәрендә ғәжәп бер мәжлес ойоштороп алды. Унда Заһир ағайҙы, Әхмәт ағай Лотфуллинды саҡырғайны. Эй ул осрашыу сәғәттәре! Халҡыбыҙ йырындағы «Алтын аҡса ҙур мал түгел, бер ултырыу үҙе бер ғүмер» тигән һүҙҙәр үҙе үк алтынға торошло икән шул. Заһир ағайҙың, әле ул саҡта яңы морон төртөп килгән йәш ижадсыларға, ваҡытын бүлеп, асылда фатихаһын биреп ултырыуы

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]