Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
219
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

2.Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» романы. Романда заман темаһы, үҙгәртеп ҡороу реформалары осорона хас һыҙыттар.

«Ғүмер бер генә» романы ла оҡшаш ситуациянан — һөйгән ҡыҙы Гөлшанды яҡлайым тип, студент егет Илғужаның енәйәтселәр төркөмө менән алышҡа инеүенән башлана.

Роман сюжетының төйөнләнеш мәле лә ифрат уңышлы: Республика Юғары Советына һайлау кампанияһы башланыуы, депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү кәрәклеге үҙе үк ваҡиғаның көсөргәнешле ярыш төҫөн алыуға, үҙ-ара көрәш атмосфераһын тыуҙырыуға шарт бирә. Ҡаршылыҡтар төйөнө лә ошонда төйөнләнә, сөнки һәр кандидаттың йәмғиәткә, кешеләргә, үҙ вазифаһына ҡараштары төрлөсә. Романда был ҡаршылыҡтар нигеҙҙә ике төп образ, депутатлыҡҡа ике кандидат — республиканың хирургия үҙәге баш врачы Ҡазнабаев Ғәйниәр Ғәйнуллович һәм ошо уҡ клиниканың атаҡлы хирургы Арынбаҫаров Арыҫлан Рәхмәтуллович йөҙөндә дөйөмләштерелә. Башҡа персонаждар был икәү дөйөмләштергән ҡаршы яҡтарҙы төрләндереберәк, киңәйтеп, байытып торалар.

Фән докторы, профессор Ҡаҙнабаев — ифрат һауалы, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт кеше. «Ҡаҙнабаев теләһә ҡайҙа аунап ята торғандарҙан түгел, — тип тә ебәрә ул үҙе хаҡында, — Ҡаҙнабаевты Верховный Совет етәкселәренән башлап төпкөл ауылдарҙағы ябай колхозсыға тиклем белә». «Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары үҙе ҡулын ҡыҫып китә»... Медицина институты ректоры Фәхриев тә уның әшнәһе... Юҡҡа түгел инде, Ҡаҙнабаев үҙе лә «урынбаҫар»ҙың һеңлеһен, юҡ ерҙә штат булдыртып, эшкә ала, институт ректорына ла һәр төрлө хеҙмәт күрһәтә. Ҡҙзнабаев файҙаһы тейерҙәй башҡа кешеләр, хатта мафиоз элементтар менән дә «мин — һиңә, һин — миңә» принцибы нигеҙендә енәйәтсел бәйләнештәр булдыра; кеше диссертацияһын урлап, докторлыҡ дәрәжәһен ала; кәйеф-сафа ҡороп, теттереп йәшәргә ярата. Бар хыялы — депутатлыҡҡа үтеү, унан уға ҡул да, һүҙ ҙә тейҙерә алмаҫтар, депутат булһа, министр креслоһына ла йыраҡ ҡалмай... Бына шуның бәрәбәренә тырыша Ҡаҙнабаев, хатта һәр төрлө енәйәткә барыуҙан да тартынмай.

Романда шуға ла депутат һайлау мажаралары енәйәтсел элементтарға бәйле детектив ваҡиғалар менән алмаш-тилмәш хикәйәләнә, бер-береһенә үрелеп бара, йәмғиәттәге ҡапма-ҡаршы торған ике тенденция көрәшен сағылдыра.

Хирург Арынбаҫаров Ҡаҙнабаевтың киреһе, эшһөйәр, намыҫлы, ғәҙел, түрәлеккә лә ынтылып бармай. Башта ул үҙенең кандидатураһын депутатлыҡҡа күрһәтеүгә ҡаршы, һайлау кампанияһы башланғас, «Юғары Советҡа намыҫлы кеше үтһен» тип, уны, ни өсөн икәнен әйтмәй генә, дуҫтары Мәскәүҙән ғилми симпозиумдан телеграмма менән саҡырып ҡайтарған. Бергә эшләгән коллегалары Арынбаҫаровты «алтын ҡуллы хирург» тиҙәр, бөтә хирургия үҙәге, бигерәк тә йәштәр ярата уны, «лекциялары үҙе бер байлыҡ» тип, студенттар ҙа өҙөлөп тора.

Талантлы йәштәр, яҡшы белгестәр уратып алған арҙаҡлы шәхес Арғынба-евты. Больницаның элекке парторгы Сибәғәтуллина, врач Насиров, Бай-ғусҡаровтар ана шундайҙар. Ләкин уларҙың ҡулында власть юҡ, шуға ла еңел түгел уларға. Арынбаҫаровҡа ла, юлдан алып ташлау маҡсатында, һәр төрлө яуызлыҡтар эшләп торалар: юғарынан республика етәкселәре лә ҡыҫымға ала, түбәндә лә әллә ниндәй ялған бәләләр тағалар, аҡса талап итеү өсөн (рэкитерлыҡ) башта ҡыҙын, унан машинаһын урлайҙар, дачаһын яндыралар... Хатта бер өлкә гәзите уға ҡаршы махсус кампания асып ебәрә...

Ә Арыҫлан Арынбаҫаров рухы менән үҙе, ысынлап та, бәһлеүән, арыҫлан йөрәкле кеше. Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары Бәҙеғолов бүлмәһендәге республика кимәлендәге бик күп етәкселәр, шул иҫәптән Дәүләт именлеге комитеты рәйесе кеүек шомло вазифалы кешеләр алдында радиоактив ҡалдыҡтарын ерләү маҡсатында республика ядро шартлатыуы ойоштороу хаҡындағы бәхәскә иғтибар итәйек. Арынбаҫаров был эштәргә ҡырҡа ҡаршы, уны һайлаусылар менән осрашыуҙарҙа ла бөтә халыҡҡа белдерҙе, хәҙер телевидениела сығыш яһарға һәм ҡала митингыһы ойошторорға йөрөй. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас, Бәҙеғолов бүлмәһендә лә Арынбаҫаров үҙен ҡыйыу, ғорур тота. Ул, мәҫәлән, ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнаған «Химпром» берекмәһе начальнигы Хоменкоға боролоп:

— Сергей Иванович, — ти, — һеҙҙең тыуған ерегеҙ ҡайҙа әле?

  • Хоменко быны көтмәгәндер, башҡаларҙы аптыратып көлөп ебәрҙе. Мәскәүҙә.

  • Улайһа, — Арынбаҫаров күҙенең сите менән генә Бәҙеғоловҡа ҡарап ала, — ниңә ядро шартлатыуын үҙегеҙгә ҡайтып үткәрмәҫкә? Башҡортостанды бөтөнләй һәләк итергә уйлайһығыҙмы ни?

Бынан һуң да Бәҙеғоловтың: «Химия отходтарын ҡайҙа ҡуйырға тейеш Хоменко? Саркофаг ағыулы ҡалдыҡтарҙы юҡ итә торған иң ҡулай, иң арзан, иң ышаныслы ысул» тип хәйләләшеүенә ҡаршы ҡәтғи яуап бирә:

— Ағыулы ҡалдыҡтар ҙа, ядро шартлатыуҙан һуң барлыҡҡа килгән саркофаг та, мәғлүм булыуынса, һис тә юҡҡа сыҡмай. Улар унда ятып ҡына тора. Ситлеккә ябып ҡуйған дейеү пәрейе һымаҡ. Ҡасан да булһа шул ситлектең асылып китмәҫенә кем гарантия бирә? Ер ҡуйынының теге йәки был мөйөшөндә осрап торған тирбәлеүҙәр Башҡортостанға тура килһә?.. Ағыулы химик матдәләр таш стенаны ашамаймы?.. Эсер һыуҙар ҡайҙан үтергә тейеш? Бына хәҙер, Хәйернас Хәйернасович, мин һеҙгә, врач була раҡ, һорау бирәм: ғәрип балалар өсөн кем яуап бирә? — тип ҡыҫырыҡлай бара ул Бәҙеғоловты һәм бүлмәһенә ул йыйған түрәләрҙе. — Рактан ауырыған кешеләр яҙмышы кемде ҡыҙыҡһындыра? Ана шулай шул, Үҙәктең ҡомһоҙлоғо, ә һеҙҙең Мәскәүҙән яуған хәйер аҡсаларына, шалтырауыҡ орден-миҙалдарға алданырға әҙер тороуығыҙ аптырата. Ошонан да ҙурыраҡ енәйәттең булыуы мөмкин түгел. Тотош бер республикаға ҡарата яһалған иң ҙур енәйәт бит был! Геноцид! Шулай икән, кемдәрҙер хөкөм алдына баҫырға ла тейештер бит! Тағы ла шуныһы: башҡорттар йәки аборигендар ғына һәләк була тип, — был юлы Арынбаҫаров уҫал көлөмһөрәне, — ҡайһыбер кешеләр бик ныҡ яңылыша. Беҙҙә бөтә милләттәр — рустар, татарҙар, сыуаштар, украиндар һәм башҡалар ғүмер итә. Ә инде ағыу уның фамилияһын, милләтен һорап тормай. Әле нимә генә тиһәгеҙ ҙә, ә мин һеҙҙең тел төбөгөҙҙө һиҙеп торам, митингыны үткәрәбеҙ!

«Ғүмер бер генә» романы һайлау кампанияһының төрлө позициялар бәрелешенә ҡоролһа ла, әле килтерелгән өҙөк, Арынбаҫаровтың түрәләр алдындағы монологы — әҫәрҙең төп идеяһын да сағылдыра. Ул — халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың бөгөнгө һәм иртәгәһе көнө, балаларыбыҙҙың, рухыбыҙҙың, киләсәк быуындарыбыҙҙың яҙмышы. Һайлау кампанияһында көрәш тә ошоға бәйле: кем власҡа килер һәм киләсәк яҙмышыбыҙҙы хәл итер, ғүмерҙең һәр кемгә лә тик бер генә мәртәбә бирелеүен аңлар?

«Ғүмер бер генә» романына автор шундай эпиграф ҡуйған: «Әҫәрҙә ваҡиғалар оҙаҡ бармай, әммә ошо арауыҡта һөйләп өлгөргәндәр ҙә баштан ашҡан».

Ысынлап та, депутат булып һайланыу, власҡа үрләү ниәтендә нимәләр генә ҡыланмайҙар депутатлыҡҡа кандидаттар: берәүһе һайлаусыларға торба, кирбес, икенсеһе комбикорм, ашламалар вәғәҙә итә... АвтоВАЗсервис директоры «Жигули» покрышкалары өләшә; «тегендә кандидат Хәмәтнуров исеменән кемдең фатирында телефон юҡ, шуларға исемлек төҙөйҙәр»; врач Ҡаҙнабаев, башҡа өләшер нәмәһе булмағанғамы, һайлаусыларға бер мәртәбә ҡуллана торған шприц тарата... Үҙе эшләгән дәүләт предприятиеһы иҫәбенә оятһыҙ рәүештә асыҡтан-асыҡ һайлаусыларҙы һатып алыу бара, вакханалия! «Ә мәҙәниәтте яҡларлыҡ кеше юҡ», — тип зарлана яҙыусы Танағол Ҡанбулатов Арынбаҫаровҡа. Бер үк мәлдә иҡтисадты ла талау, тәләфләү, юҡҡа сығарыу, экологияны төҙәтеп булмаҫлыҡ итеп бысратыу бара. Шундай мөһим мәсьәләләр күтәрелә «Ғүмер бер генә» романында, уларҙың хәл ителеше нисек һуң? Әлбиттә, «Химпром» берекмәһе начальнигы Сергей Иванович Хоменко һуңыраҡ тәүбәгә киләсәк, ләкин йөрәк өйәнәге тотоп, үлеп ҡаласаҡ. Ҡаҙнабаев һәм уның мафиоз әшнәләре лә фаш ителәсәк. Ләкин улар ғына төп проблеманы хәл итә алмай, илдәге кире күренештәрҙе дөйөмләштереп тороусы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Бәҙеғоловтар, йәғни система ҡала. Етмәһә, хаҡлыҡ, ғәҙеллек һыҙаттарын дөйөмләштереүсе хирург Арынбаҫаров та яҙыусы Танағол Ҡанбулатов файҙаһына тигән булып, депутатлыҡтан баш тарта. Танағол Ҡанбулатов аҙаҡ депутат булып үтәме, юҡмы — уныһы ла әлегә билдәһеҙ, шулай итеп, әҫәрҙә күтәрелгән күп кенә һорауҙар яуапһыҙ ҡала. Ләкин был тәңгәлдә әҫәр авторы ла хаҡлы: ысынбарлыҡта ла экология, милләт яҙмышы, социаль ғәҙеллек кеүек йәшәйештең төп проблемалары хәл ителеп бөтөлгән тип әйтеп буламы ни?

3. М.Кәримдең «Россиянмын» шиғырын ятҡа һөйләү.

21– се билет

1.Хәҙерге әҙәбиәттең үҫеш йүнәлештәре.

2.Рәшит Солтангәрәевтың “Хамбал” хикәйәһе, халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ауыл тормошон кәүҙәләндереү. Хамбал образы.

3.Мостай Кәримдең “Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа” шиғырын ятҡа һөйләү.

1.Хәҙерге әҙәбиәттең үҫеш йүнәлештәре.

Егерме беренсе быуатҡа ҡарар хәҙеге башҡорт әҙәбиәте жанрҙары, тематикаһы, күтәргән прблемалары, поэтикаһы, тел-стиль үҙенсәлектәре менән бик бай һәм төрлө-төрлө. Уның проза, поэзия, драматургия төрҙәре заманса юғары кимәлгә күтәрелә килә.

Ике быуат арауығында – 90-сы йылдар менән 21-се быуат башында – ҙур эпик жанрҙар үҫешенең яңы этабы башланды. Ошо осорҙа Европа тибындағы киң эпик ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле хәҙерге милли башҡорт романы формалашты. Уның төрлө жанр формалары барлыҡҡа килде. Классик роман тибы йәнәшәһендә дилогия, трилогия, хатта пенталогия яҙылды. Быларҙың үрнәктәре итеп, Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй”, Роберт Байымовтың “Сыбар шоңҡар”, Аҫылғужаның “Салауат йәше” һәм башҡа әҫәрҙәрҙе атарға мөмкин.

Хәҙерге башҡорт романдарын өс типҡа бүлеп ҡарарға мөмкин: героик-романтик (Ә.Хәким “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы”); социаль-тарихи (Я.Хамматов “Төньяҡ амурҙары”; Н.Мусин “Шунда ята батырҙар һөйәге”); тарихи-документаль романдар (Ғ.Хөсәйенов “Ҡанлы илле биш”, М.Иҙелбаев “Юлай улы Салауат”, Ғ.Хөсәйенов “Батырша”, Р.Бикбаев “Рәми”).

Хәҙерге повесть жанры проблемалар үткерлеге, күркәм образдары, тасуирлау сараларының байлығы, стиль һыҙаттары менән айырылып тора. Мәҫәлән, Талха Ғиниәтуллиндың “Ҡапҡа”, “Кисеү” повестарында ҡырыҫ реаллек, киҫкен ситуациялар, төрлө характерҙар тасуирлана. Әмир Әминевтың “Ҡытайгород”, “Танкист”, “Усман ташы” повестарында хәл-ваҡиғалар үтә ҡабартып һүрәтләнә һәм уҡыусының иғтибарын йәлеп итә. Хәйҙәр Тапаҡов повестары лирик ағымы, яҡты тасуири алымдары менән айырыла. Хәҙерге автобиографик повестар был жанрҙағы матур традицияларҙы байыта.(Я.Хамматов”Тормош һуҡмаҡтары”, Ғ.Хөсәйенов “Яҙмышыма яҙғаны”, Рәшит Солтангәрәев “Ауылым минең- яҙмышым минең”).

Хәҙерге әҙәбиәттә бәләкәй жанр формаларынан хикйәләр, нәҫерҙәр, парсалар, хикәйәттәр үҙҙәренең ыҡсымлығы, фекер тығыҙлығы, тел-стиль йыйнаҡлығы менән айырылып тора( М.Кәрим “Ғүмер миҙгелдәре”, З.Ураҡсин “Уймаҡ хикәйәләр”, Р.Ханнанов “Нәҫерҙәр”, Т.Ғәниева “Фәһемдәр”).

Бөгөнгө драматургияла Мостай Кәримдең драма традицияларын уңышлы дауам иткән драматургтарҙан Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбаев, Илшат Йомағолов хәҙерге замандың һәм үткәндәгеләрҙең яңы типтарын, драматик ваҡиғаларын сәхнәгә сығарҙы.

Яңы дәүерҙә халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғриәте гражданлыҡ рухы, публицистик стиле менән яңғыраш тапты. Уның “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”, “Халҡыма хат”, “Система” тигән поэмалары ике быуат араһындағы ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙы үткер һәм киҫкен итеп сағылдыра. Тимер Йосопов, Хәсән Назарҙың шиғыр һәм поэмалары яңы быуат ауазы булып ишетелде.

Хәҙерге поэзиябыҙ жанр һәм стиль төрлөлөгөнә лә бик бай. Унда йыр, ҡобайыр, баллада, элигия, шиғри парса, ике, дүрт юллыҡтар кеүек төрлө жанр формаларын күрергә мөмкин.